Һунар темаһына яҙған саҡта кешенең иң яҡын, тоғро дуҫы, ярҙамсыһы – эттәр тураһында бәйән итке килә. Булмаһа, һунар эттәрен киләһе сығарылыштарға ҡалдырып торайыҡ. Үҙебеҙҙең юлдаштар хаҡында иң фәһемле, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, редакция почтаһына яҙып һалайыҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тоҡом төрҙәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирербеҙ.Хәҙер иһә, теманы киңәйтеп, донъялағы иң ҡиммәтле һаналған Hong Dong ҡушаматлы эт тураһында һөйләйек. Кешенең эткә ҡарашы, талабы гелән үҙгәреп тора бит ул. Кемдер һунар эттәрен үҙ итә, кемдер ябай урамдыҡын — “дворняшка”ны йорт-ҡураны яҡшы һаҡлай, ти, кемгәлер овчаркалар оҡшай, йыртҡысҡа тиң һуғыш эттәрен баһалаусылар бихисап. Бөгөн күпселектә, бигерәк тә ҡалаларҙа бәләкәй генәләренә — хайуанды түгел, уйынсыҡты хәтерләткәнгә өҫтөнлөк бирәләр. Ә бына Хонг Донг ҡиммәтле генә түгел, иң ҙурҙарҙан да һанала. Уны Ҡытай мультимиллионеры, күмер магнаты 10 миллион юангә йәки 1,5 миллион долларға аукционда һатып ала. Тибет мастиффы тоҡомло ун бер айлыҡ көсөктө көслө һаҡ аҫтында яңы өйөнә оҙаталар. Бөгөн уның хужаһы ошо “көсөк”тән күпме килем алырын самалай, имеш. Үҫтергәс, ул кәмендә 15 миллион доллар торасаҡ тип иҫәпләйҙәр, сөнки әле үк тәҡдим менән сығыусылар бар икән. Тик хужа һатмай, көсөкләтеп, үрсетергә уйлай. Ҡытайҙа тибет массифтарына — боронғо эшсе тоҡомға — айырыуса ҡарайҙар. Нәҡ улар элек Тибет монастырҙарын һаҡлаған, Гималайҙа күсмә тормош алып барғандарының ышаныслы ярҙамсыһы булған. Легендаларҙа һөйләнеүенсә, Сыңғыҙхандың, хатта Будданың яратҡан эттәре мастифф булған.
“Алтын көсөк” хәҙер бейеклеккә метрҙан ашҡан, 80 килограмға еткән. Һатҡан саҡта завод тотоусы Лу Лян Хонг Донгтың яңы хужаһын (билдәле сәбәптәр буйынса исеме йәшерелә) эттең тик һайланма, таҙа тауыҡ, һыйыр малы итен ашағанлығын, төшкө аш алдынан ике сәғәт ҡала ҡытай деликатестарын (мәҫәлән, диңгеҙ ҡыяры) бирергә кәрәклеген иҫкәрткән.