Ҡаҙҙарҙы кем ашаған?14.11.2017
Рифҡәт ағай иптәштәре менән ер һөрә икән. Ҡапыл нимәлер шаҡ-шоҡ килеп, тракторы һүнеп ҡуя. Тиҙ генә ремонтларлыҡ түгел. Аҡсаны көрәп ала торған мәл бит, етмәһә. Кешенән ҡалышмайым тип, сәмләнеп киткән ағайға был, әлбиттә, ҙур ҡайғы була. Ни эшләргә? Уның башына бер шәп уй килә.
— Егеттәр, әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ. Һәр берегеҙ һөргән гектарығыҙҙың бер өлөшөн миңә яҙҙырығыҙ, ә бының өсөн мин һеҙҙе ҡаҙ менән һыйлайым, — ти ул.
Көнө буйы аслы-туҡлы йөрөгән ер һөрөүселәр шатланып риза була. Ҡаҙҙарҙың самай һимергән сағы, кем әҙер ҡаҙ ботонан баш тартһын?! Ағай мылтығын ала ла, хәҙер тимәшкәләрҙең (йылғаның аръяғындағы ауыл) ҡаҙын алып киләм, тип һыҙғыра-һыҙғыра Өршәк буйына төшөп китә. Ана бит, бирәм тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына, яр эргәһендә генә бер төркөм йөҙөп йөрөй. Яҡын уҡ килгән кешенән үҙҙәре ҡурҡмай ҙа бит әле, ҡаңғылдашып ағайға ҡарап торалар! Иң һимеҙҙәрен генә самалап, мылтығын төҙәп атып та ебәрә. Атыуын-ата ла бит, тик ағым шәп, ағай һыуға ингәнсе ҡаҙ аға ла китә. Берҙе ата, икене, өстө... Байтаҡ аҙаплана торғас, көс-хәл менән эләктергәнен тотоп, баҫыуға йүнәлә.
Ҡаҙ бото кимереп, тамағы туйып ҡайтып ингән хужаны ҡатыны бик борсоулы ҡиәфәттә ҡаршылай.
— Эҙләмәгән ерем ҡалманы, ҡаҙҙар ҡайтманы, Өршәк буйында ла күренмәйҙәр. Эт-ҡошҡа ғына юлыға күрмәһендәр инде, Хоҙайым.
Рифҡәт ағай кире баҫыуға йүнәлә. Ҡарғаларға тип ырғытҡан тәпәйҙәрҙе алып ҡараһа... үҙҙәренең тамғаһы.
Әлиә УРАҘБАХТИНА.