Бер үк ҡояш яҡтыртһа ла...14.11.2017
Бер үк ҡояш яҡтыртһа ла...Төбәктәрҙең социаль һәм иҡтисади кимәле төрлө булыуы бәхәсһеҙ. “Росстат” йыл һайын Рәсәй субъекттарының дәүләт власы органдарын мәғлүмәт менән тәьмин итеү маҡсатында муниципалитеттарҙың иҡтисади һәм социаль кимәлен сағылдырған күрһәткестәр исемлеген раҫлай. Был тәңгәлдә беҙҙең республиканың район һәм ҡалалары үҫеше нисек баһалана?

Ошо күрһәткестәр Рәсәй Президентының 2008 йылдың 28 апрелендәге “Ҡала округтары һәм муниципаль райондарының урын­дағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге йоғонтололоғон баһалау тураһында”ғы 607-се Указы менән раҫланғайны, һәм хәҙер улар 500-ҙән ашыу үлсәмде үҙ эсенә ала. Күптән түгел Интернетта Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының рейтингы баҫылды. Ул “Росстат”тың асыҡ мәғлүмәттәренә таянып төҙөлгән. Улар республиканың ҡайһы төбәгендә көнкүреш кимәленең яҡшыраҡ булыуын күрһәтә.
Рейтинг дүрт күрһәткескә нигеҙләнгән: демография, һаулыҡ һаҡлау һәм тирә-яҡ мөхит, мәғариф, хеҙмәт һәм инфраструктура. Был “блок”тарға тормош сифатын туранан-тура сағылдырған күрһәткестәр ҙә (мәҫәлән, ғаилә­ләрҙең килеме, балалар баҡса­һындағы урындарҙың етешеү-етешмәүе), уларҙың эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килгәндәре лә (тыуым, халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө һәм башҡалар) индерелгән. Күрһәткестәрҙә барлығы 62 биләмә – райондар һәм урындағы төбәккә буйһонған ҡалалар ҡатнашты.

Демография

Был күрһәткес буйынса иң яҡшы хәл Нефтекама ҡалаһында. Ул халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө буйынса республикала иң юғары урындарҙың береһен биләй – 60,2 процент тәшкил итә. Күрһәткес ошо ҡаланың әүҙем кешеләр өсөн ылыҡтырғыс булыуын раҫлай. Тыуым коэффициенты иң юғарыһы түгел, әммә түбән тип тә булмай – ошо алтмыштан ашыу биләмә араһында бишенсе урында. Дөйөм алғанда, кешеләр Нефтекаманы йәшәү өсөн яҡшы урын тип һанай, шуға ла бында күсеп килгәндәр киткәндәр һанынан ҙурыраҡ.
Икенсе урында – Иглин районы. Ул республикала тыуым кимәле буйынса – 17-се, халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө буйынса 12-се урында. Райондағы миграция күрһәткесе лә ыңғай, етмәһә, барлыҡ биләмәләр араһында иң юғарғыһы: бер йыл эсендә район халҡы 2,5 мең кешегә артҡан.
Бөрө районы – икенсе урында. Халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө бында Нефтекамалағы кеүек, тыуым коэффициенты Иглин районына тиңләшә. Миграция бында нуль тирәһендә: уҙған йылда район халҡы 24 кешегә кәмегән.
Октябрьский ҡалаһы Бөрө районы менән өсөнсө урынды уртаҡ­лаша. Тыуым саҡ ҡына юғарыраҡ, халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө аҙға ғына түбәнерәк. Хатта миграция нисбәте лә Бөрө районы­ныҡы менән бер сама.
Төбәгебеҙҙең баш ҡалаһы Өфө демографик хәл буйынса рейтинг­тың тәүге яртыһында килә. Халыҡ­тың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө ҙур һәм тыуым күрһәткесе юғары булыуы ҡаланың халыҡты йәлеп итеүен раҫлаһа ла, китеүселәр ҙә аҙ түгел: 2016 йылда ҡаланан күсеп киткәндәр һаны ситтән килгән халыҡҡа ҡарағанда 811 кешегә күберәк.
Демографик хәл буйынса иң артта ҡалғандар араһында – Мәсетле, Дүртөйлө, Федоровка һәм Борай райондары. Тыуым күрһәткесендә улар башҡаларҙан байтаҡҡа ҡалыша. Халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө был райондарҙа әлегә ныҡ кәмегән тип булмай, әммә миграция ағымы ла улар файҙаһына түгел.

Һаулыҡ һаҡлау һәм экология

Был бүлектәге иң алдынғы төбәк – Бөрйән районы: үлем кимәле юғары түгел, һауаға бысраҡ матдәләр сығарыу күләме лә аҙ.
Икенсе урынды Әбйәлил районы биләй. Ул һаулыҡ һаҡлау һәм экология күрһәткестәре буйынса бөрйәндәрҙән ҡалыша, ләкин үлем кимәле һәм һауаны бысратыу күрһәткесе бында иң түбәндәренең береһе.
Баймаҡ районы – өсөнсө урында. Экология буйынса ул хатта тәүге урынды биләй: һауаға бысраҡ матдәләр сығарыу буйынса ул йән башына ҡарата иң түбән күрһәткескә эйә. Үлем осраҡтары буйынса ул 16-сы урында.
Өфө бында ла алдынғылар исемлегендә түгел. Үлем кимәле менән билдәләнгән һаулыҡ һаҡлау күрһәткесендә ул алтынсы урынды биләй. Әммә экология барлыҡ күрһәткестәрҙе боҙа: һауаға бысраҡ матдәләр ташлау буйынса Өфөләге хәл төбәк буйынса уртаса кимәлдән дә түбәнерәк.
Был бүлектә һуңғы урындарҙа Балаҡатай, Бишбүләк һәм Шаран райондары килә. Бында экологик хәл дә шәптән түгел, үлем кимәле лә юғары.

Мәғариф

Беренсе урында – Күмертау. Ҡалала бер генә балалар баҡ­саһы ла туҙған бинала урын­лашмаған, ә уларҙа мәктәпкәсә йәштәге һәр мең балаға тура килгән урындар һаны – барлыҡ биләмәләр араһында иң күбе. Уҡытыусыларҙың һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең эш хаҡы сағыштырмаса юғарыраҡ булыуы ла ҡала файҙаһына.
Нефтекама йыйылған балдар һаны буйынса күмертауҙарға саҡ ҡына етә алмаған. Кескәйҙәрҙең барыһы ла тип әйтерлек балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинлегенә эйә, педагогтарҙың хеҙмәт хаҡы ярайһы уҡ юғары. Ҡаланың “йомшаҡ” урыны – балалар баҡсаларының торошо: уларҙың 27 проценты тейешле талаптарға яуап бирмәй.
Өсөнсө урынды алған Стәрле­тамаҡта хәл башҡасараҡ: йыйылған балдар һаны буйынса Нефтекаманан саҡ ҡына ҡалыша һәм ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса хатта уҙа ла: бында туҙған биналы балалар баҡсалары юҡ.
Өфөнө алһаҡ, бындағы хәл, дөйөм алғанда, башҡа биләмә­ләрҙән яҡшыраҡ, ләкин шуныһы бар: балалар баҡсаларында урын етешмәй. Мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙың яртыһынан ашыуы­рағы ғына урындар менән тәьмин ителгән. Ҡалғаны баш ҡалаға хас булғанса: балалар баҡсаларының бинаһы һәйбәт, уҡытыусыларҙың эш хаҡы – барлыҡ биләмәләр араһында иң юғарыһы, балалар баҡсаһында эшләгәндәрҙең килеме лә сағыштырмаса ҙур.
Мәғарифтағы иң түбән күрһәткестәр – Күгәрсен, Бөрйән һәм Йәрмәкәй райондарында. Хәл, нигеҙҙә, оҡшаш: балалар баҡсаһында урын етешмәй һәм мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙың 40 – 60 проценты ғына тәьмин ителгән. Балалар баҡсалары урынлашҡан биналар техник талаптарға яуап бирерлек.

Хеҙмәт

Иң ҙур эш хаҡы – респуб­ликаның баш ҡалаһында, ләкин шуныһы ғәжәп: Өфөлә эшһеҙлек кимәле лә ярайһы уҡ юғары, шуға күрә был бүлек буйынса рейтингта ҡала бишенсе урынды ғына биләй.
Хеҙмәт баҙары буйынса иң яҡшы хәл Өфө районында тип танылған. Бындағы хеҙмәт хаҡы эргәләге Өфө ҡалаһынан саҡ ҡына ҡалыша һәм эшһеҙлек кимәле лә ҡалған биләмәләр менән сағыштырғанда байтаҡҡа түбәнерәк.
Икенсе урынға Благовещен районы лайыҡ. Был төбәктәге уртаса эш хаҡы, баш ҡала тирәһен­дәге төбәктәр менән сағыштыр­ғанда, аҙ ғына ҡайтышыраҡ, эшһеҙлек кимәле бер сама, ләкин ике район да ошо күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урындарҙы тота.
Өсөнсө урында – Сибай. Бында эшһеҙлек кимәле бик түбән тип әйтергә мөмкин, ләкин хеҙмәт хаҡы буйынса ул әлеге тәүге ике райондан байтаҡҡа ҡалыша.
Тәтешле, Мәсетле һәм Бөрйән райондарында хеҙмәт хаҡы иң түбәне булып сыҡҡан. Бынан тыш, уларҙа эшһеҙлек мәсьәләһе лә асыҡ ҡала.

Юл, төҙөлөш, хеҙмәтләндереү

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тормош өсөн иң уңайлы урын – Ҡариҙел районы. Бында дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙың сифаты яҡшы. Унан тыш, төҙөүгә бирелгән рөхсәттәр һәм файҙаланыуға тапшырылған яңы объекттар һанына ҡарағанда, төҙөлөш эшмәкәрлеге лә ярайһы уҡ әүҙем.
Был бүлектәге икенсе урынды Кушнаренко районы алған. Ул былтыр файҙаланыла башлаған торлаҡ майҙаны буйынса беренсе урынды биләй. Башҡа күрһәткес­тәрҙе лә төҙөлөштөң һүлпән бармағанлығына дәлил итеп алырға була. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙың сифаты ҡариҙелдәрҙән ҡалыша.
Өсөнсө урын – Нуриман райо­нында. Юл сифаты буйынса ул хатта ошо тәүге ике районды уҙып та китә, ләкин яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡалы­ша. Шул уҡ ваҡытта район төҙө­лөш күләмен арттыра бара һәм киләһе йылда үҙ күрһәткестәрен яҡшыртыуы ла ихтимал.
Ғәжәп, ләкин рәсми статистика мәғлүмәттәренә ышанһаҡ, Өфө ҡалаһы халыҡты инфраструктура менән тәьмин итеүҙә 62 төбәк араһында 60-сы урында ғына булып сыға: бында юлдар ҙа насарыраҡ, торлаҡ төҙөү ҙә һүлпәнерәк бара, төҙөү өсөн бирелгән рөхсәттәр һаны ла аҙыраҡ. Әлбиттә, баш ҡалала халыҡ та күп һәм йән башына иҫәпләгәндә күрһәткестәр шулай “отола”.

Дөйөм рейтинг

Ҙур ҡала билдәле бер тормош сифатын гарантияламай икән: Өфө дөйөм рейтингта 62 район һәм ҡала араһында 25-се урынды ғына биләй. Баш ҡалабыҙҙағы иң яҡшы күрһәткес – хеҙмәт баҙарының ҙурлығы һәм яҡшы эшләүе. Ҡалған сегменттар буйынса ул маҡтана алмай.
Барлыҡ күрһәткестәрҙе йыйып ҡарағанда, беренсе урынға Өфө районы сыға. Был биләмәгә тәүге сиратта хеҙмәт хаҡының юғары һәм эшһеҙлек кимәленең түбән булыуы хас. Башҡа күрһәткестәр буйынса ул алдынғылыҡты биләй алмай, ләкин уларҙы бик түбән тип тә әйтерлек түгел. Шуғалыр инде, халыҡты йәлеп итерлек биләмә булыуын дауам итә: былтыр ошо районда йәшәгәндәр 2,5 мең кешегә артҡан.
Икенсе урында – Нефтекама. Бындағы хәл дә Өфө районы менән оҡшаш тип әйтергә мөмкин: үҫешкән иҡтисад төбәккә һаулыҡ һаҡлауҙы, инфраструктураны тейешле кимәлдә тоторлоҡ ресурс­тар бирә, хеҙмәт баҙары ла һәйбәт эшләй.
Тормош сифаты буйынса өсөнсө урында – Октябрьский. Мәрәйҙәр суммаһына ҡарап фекер йөрөткәндә, ул тәүге ике биләмәнән ҡалыша: демографик хәлде, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм хеҙмәт баҙары торошон насар тип булмаһа ла, мәғарифта хәл шәптән түгел. Юл сифаты һәм инфраструктура уңайлығы буйынса ла ул арттараҡ ҡалған.
Исемлектең һуңғы ун баҫҡысында торған биләмә­ләрҙең, ҡағиҙә булараҡ, инфра­структураһы насар үҫешкән, шуға күрә йәштәр бындай райондарҙан китергә тырыша.


Вернуться назад