Башҡортостанда һыра етештергән предприятиеларҙың йоғонтоло булмаған һалымдарын юҡҡа сығарасаҡтар. Шул маҡсатта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күптән түгелге пленар ултырышта “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡабул итте. – Был документ республика һәм муниципаль ҡаҙналарға килгән һалым күләмен өйрәнгән комиссия ҡарарҙары нигеҙендә әҙерләнде, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Һалым ҡануниәтен камиллаштырыуға йүнәлтелгән был башланғыс байтаҡ ҡына үҙгәрештәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, дәүләт милкендә булған һәм телевидение йәки радио тапшырыуҙары өсөн тәғәйенләнгән объекттарға, шулай уҡ балаларҙы һауыҡтырыу, тоҡом аттарын үрсетеү өсөн файҙаланылған мөлкәткә ҡарата ҡулланылған һалым ташламалары бар. Ләкин уларҙы алыуға өлгәшеү өсөн закон проекты өҫтәмә талаптарға яуап биреүҙе шарт итеп ҡуя.
– Был талаптар ошо ташламаларҙы быға ысынлап та лайыҡ булған һәм ниндәй ҙә булһа социаль бурыстарҙы үтәгән ойошмалар алһын өсөн ҡуйыла, – тип аңлата парламент етәксеһе. – Закон проекты шулай уҡ баланста төп мөлкәт булып иҫәпләнмәгән торлаҡ йорттарға һалымды уларҙың кадастр хаҡына ҡарап билдәләргә тәҡдим итә. Һүҙ йылдар буйы һатып булмаған йорттар тураһында бара. Был иһә күсемһеҙ мөлкәт баҙарын йәнләндерергә һәм республикала торлаҡтың квадрат метрына хаҡтың төшөүен дәртләндерергә ярҙам итер ине.
Закон проекты һыра һәм һыра нигеҙендәге эсемлектәр етештергән ойошмаларҙың мөлкәткә һалымы буйынса элек булдырылған ташламаны юҡҡа сығара. Был ташламаны республика парламенты депутаттары былтыр ғинуарҙа һыра етештергән ҙур предприятиеларҙы бөлгөнлөктән ҡотҡарыу маҡсатында айырым закон менән нығытҡайны. Ләкин ул байтаҡ эш урындарын кәметеүгә һәм республика ҡаҙнаһына күсерелгән һалымды аҙайтыуға алып килде. Хәҙерге мәлдә ошо предприятиеларҙың иҡтисади хәле яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Тимәк, был ташлама үҙенең ролен үтәне һәм, артабан уның иҡтисади йоғонтоһо булмаясағын күреп, депутаттар был ҡанунды юҡҡа сығарыуҙы маҡсатҡа ярашлыраҡ тип тапты.
Константин Толкачев билдәләүенсә, иҡтисади яҡтан йоғонтоһо аҙ булған ошондай һалым ташламаһын юҡҡа сығарыу һәм кадастр хаҡына нигеҙләнгән һалымдарҙы арттырыу һөҙөмтәһендә 2018 – 2020 йылдарҙа республика ҡаҙнаһына йыл һайын 300 миллион һум самаһы өҫтәмә килем индереү күҙаллана.