Рекламала эшләү – бала саҡ хыялы14.11.2017
Беҙ телевизорҙан былай ҙа көн-төн күҙәткән реклама ағымы артыр, моғайын: эш һәм белгестәр эҙләүгә махсуслашҡан “HeadHunter” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, рекламасы хеҙмәт баҙарында иң ныҡ талап ителгән һөнәрҙәр исемлегенә ингән.
Башҡортостанда ул иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған 10 һөнәр исемлегендә. Ошо уҡ агентлыҡ раҫлағанса, эш биреүселәр тәҡдим иткән вакансияларҙың биш проценты ошо һөнәр кешеләрен көтә икән. Уның буйынса конкуренция – буш бер урынға 2,4 кеше. Был иһә тармаҡта кадрҙар етешмәүен аңлата. Сағыштырыу өсөн: Башҡортостандың дөйөм хеҙмәт баҙарында ошо уртаса күрһәткес 5,8 кеше тәшкил итә. Рекламасылар бигерәк тә Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа кәрәк икән.
Был һөнәр вәкилдәренә иң ҙур мохтажлыҡты эшҡыуарлыҡ ойошмалары кисерә. Шулай уҡ сауҙа, аҙыҡ-түлек етештереүселәргә лә улар бик кәрәк. Реклама һәм маркетинг буйынса уртаса эш хаҡы беҙҙең республикала 27 500 һум тәшкил итә. Ә рекламасылар үҙҙәре өмөт иткән уртаса эш хаҡы – 35 мең һум.
– Һәр өсөнсө рекламасы, йәғни һорауға яуап биргәндәрҙең 32 проценты, ошо һөнәрҙең үҙ тормошоноң мәғәнәһе һәм йәшәйешенең асылы булыуына ышана, – ти агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибаҙуллина. – Ә 57 проценты был эштең уларға оҡшауы, ләкин башҡа һөнәргә күсеү ихтималы ла һаҡланыуын әйткән. Респонденттарҙың өс проценты был һөнәр буйынса эшләргә бала саҡтан уҡ хыялланыуҙары тураһында белдергән. Рекламасыларҙың 62 проценты был шөғөлдөң социаль әһәмиәте ҙур тип уйлай икән.