Башҡортостандың хеҙмәт баҙары тигеҙ үҫмәй: бер һөнәр кешеләр артыҡ булһа һәм эш урыны таба алмай интекһә, бүтән һөнәр вәкилдәрен предприятиелар үҙҙәре эҙләп тә таба алмай. Был турала “ProfФест” республика фестивалендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдергәйне. Ни өсөн шундай хәл килеп сыға?Был сарала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтары бөгөнгө хеҙмәт баҙарының үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Уйлап ҡараһаң, ғәжәп тә кеүек: хәҙерге мәлдә республиканың мәшғүллек ойошмаларында 19 мең кеше сиратта тора, ә шул уҡ ваҡытта 45 122 буш урын эшкә килгәндәрҙе көтә.
– Беҙҙә “офис һөнәрҙәре” буйынса урынлашырға теләгәндәр күп, ә эшсе һөнәрҙәргә барырға риза булғандар, киреһенсә, бик аҙ, – ти Ленара Иванова. – Әгәр ҙә тәҡдим менән ихтыяж нисбәтенән сығып ҡараһаҡ, бер йәшелсә үҫтереүсегә – 39, йөҙләүсе һәм плитә йәбештереүсегә 36 урын тура килеүен күрербеҙ.
Иң етешмәгән һөнәрҙәр араһында – ашнаҡсылар, официанттар, тегенселәр, икмәк бешереүселәр, бетонсылар. Уның ҡарауы, бухгалтерҙар хеҙмәт баҙарында кәрәк булғандан 31 тапҡырға күберәк! Кадрҙар буйынса инспекторҙар һаны ихтыяждан ун тапҡырға ашып китә, юрисконсульт, экономист, экспедитор булырға теләгәндәр ҙә урындар һанынан ике тапҡырға артығыраҡ.
Эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ, сарала ҡатнашҡандар билдәләгәнсә, йәмғиәттә юғары белемгә ҡарата барлыҡҡа килгән ҡалып нигеҙендә тыуҙы. Бөгөн етештереү тармаҡтарында эшләүҙең абруйы ныҡ түбән булыуы сәбәпле, абитуриенттар һаман да гуманитар һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреүен дауам итә. Был йүнәлештә ата-әсәләрҙең балаларын йылы офистарҙағы “таҙа” эшкә йүнәлтергә тырышыуы ла ҙур роль уйнай. Һөҙөмтәлә юғары уҡыу йорттары йыл һайын әлеге заманда ул тиклемге һанда кәрәкмәгән йәш белгестәр уҡытып сығара.
Былтыр, мәҫәлән, республикала педагогтар һәм тәрбиәселәр һанының артығыраҡ булыуы асыҡланған. “Быйыл беҙ ундай хәлде күҙәтмәйбеҙ, тимәк, белем биреү системаһы үҙгәртеп ҡоролдо”, – ти Ленара Хәким ҡыҙы. Ә бына табиптар менән хәл бик үк ҡыуаныслы түгел: үткән йыл бер табипҡа 77 дауахана дәғүә итһә, быйыл был күрһәткес 36-ға ғына төштө.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаеваның фекеренсә, хәҙер уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙәге контроль һандар техник һөнәрҙәргә йөҙ тота.
– Әгәр ҙә элегерәк юристар һәм экономистар әҙерләү өҫтөнлөккә эйә булһа, бөгөн хәл үҙгәрә: бюджет урындарында техник һөнәрҙәргә урын күберәк бүленә. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында, мәҫәлән, йыл һайын ҡабул итеүҙең контроль һандарын кәметәләр һәм хәҙер унда бюджет урындарына 10 кеше генә алына. Әммә шулай ҙа мәктәпте тамамлағандар бындағы түләүле уҡыуға ла риза, һәм университет икешәр-өсәр коммерция төркөмө туплай.
Республиканың Мәғариф министрлығына буйһонған 78 уҡыу йорто экономистар һәм бухгалтерҙар өсөн дә бюджет урындарын кәметә, техник һөнәрҙәр һәм аграр өлкә белгестәрен әҙерләүҙең контроль һандарын арттыра. Әйткәндәй, ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ихтыяж айырыуса ҙур.
– Ауыл хужалығы белгестәренә ҡытлыҡ булыу сәбәпле, уларҙы Краснодар һәм Алтай крайҙарынан, башҡа төбәктәрҙән саҡырып килтерергә мәжбүр булабыҙ, – ти ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева. – Беҙгә бигерәк тә квалификациялы инженерҙар, биотехнологтар кәрәк. Республикала бөгөн ветеринар табиптарға ҡытлыҡ ҙур, һуңғы биш йылда уларға ихтыяж 700 берәмеккә артты, һәм был насар эҙемтәләргә алып килә.
Ләлә Дәүләтбаева әйткәнсә, эш биреүселәр юғары квалификациялы белгестәргә 100 мең һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы түләргә лә риза, ә республика Хөкүмәте ауыл хужалығы предприятиеларына эшкә килергә теләгәндәргә бер тапҡыр күрһәтелә торған матди ярҙамды арттырҙы.
– Быға саҡлы юғары уҡыу йортон тамамлап ошондай предприятиеға урынлашҡан йәш белгес 100 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелгән ярҙам һәм өс йыл дауамында ай һайын 7-шәр мең һум өҫтәмә ала ине, – тип аңлата министр урынбаҫары. – Колледж тамамлағандарға, шуларға ярашлы, 60-ар мең һәм өсәр мең һум түләйҙәр ине. Беҙ ярҙам күләмен үҙгәрттек: киләһе йылдың 1 ғинуарынан алып юғары уҡыу йортон тамамлағандарға бер тапҡыр бирелә торған ярҙам 500 мең һумға, ә колледж тамамлап килгәндәргә 300 мең һумға саҡлы арттырылды. Тик бының өсөн белгес предприятиела кәмендә өс йыл эшләргә тейеш буласаҡ.