“Башҡорт балы”, тимәк, сифатлы!10.11.2017
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Умартасылыҡ тураһында”ғы республика законы проекты буйынса ҡарар ҡабул итергә ниәтләй. Унда башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән республикабыҙға индерелгән ҡорт күстәре һәм инә ҡорттар өсөн ветеринария саралары үткәреү маҡсатында карантин иғлан итеү күҙаллана.

Депутаттар закон проектын тулыһынса хуплаған осраҡта һәр умарталыҡҡа ветеринария-санитария паспортын алырға тура киләсәк. Умартасыларға иһә бал ҡорттарының сирләүе асыҡланған йәки ошондай шик тыуған осраҡта Башҡортос­тандың дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итеү бурысы йөкмәтелә. Закон проекты шулай уҡ умартасылыҡ һәм уның продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә йәмәғәт контролен билдәләүҙе планлаштыра.
– Был башланғыс умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ кеүек республикабыҙ өсөн традицион кәсептәрҙе һаҡлауға йүнәлтелә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Үҙенсәлекле тәбиғәт шарттары һәм оҙайлы селекция һөҙөмтәһендә Башҡортостанда урындағы һауа шарттарына яраҡлашҡан, юғары сифатлы бал етештергән бал ҡорттары барлыҡҡа килгән. Ситтән сирле ҡорттарҙы индереп, ошо күп быуатлыҡ селекция хеҙмәтен һәләк итергә ярамай.
Константин Толкачев закон проектында тәҡдим ителгән сараларҙың умартасылыҡ продукцияһының сифатын һаҡлауға йүнәлтелеүе хаҡында ла әйтте:
– Документта етештереүселәрҙең бал сифаты өсөн яуаплылығы билдәләнә, ялған умартасылыҡ продукттары сығарыуға юл ҡуймау саралары тәҡдим ителә. “Башҡорт балы” бренды республиканан ситтә танылыу яулаған. Ошо бренд аҫтында түбән сифатлы, бал тип әйтеп тә булмаған ялған тауар һатыуға юл ҡуйырға ярамай.


Вернуться назад