Иманыбыҙ камил, фотоһүрәттәге йырсы Сәғиҙулла Байегет торлаҡ, транспорт йә ер һалымын ваҡытында түләйҙер. Законды күҙәткән һәр граждан шулай эшләйҙер ҙә. Шулай ҙа, ә һин 2016 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләнеңме? Был бурысты ҡасанға тиклем башҡарып ҡуйырға кәрәклеген беләһеңме? Ә ваҡытында түләмәгәнгә күпме пеня өҫтәлгәнен, ташламаға хоҡуҡлы кешеләргә ниндәй документтар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген?.. Гәзиттең бөгөнгө һанында ошо һәм һалымға ҡағылышлы башҡа бихисап һорауҙарға яуап табырға була.