Ҡымыҙ – ғорурлыҡ, әммә...17.04.2012
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре, фән һәм медицина белгестәре менән ҡымыҙ етештереү мәсьәләһе буйынса "түңәрәк өҫтәл" уҙҙы.
Республикала 53 мең бейә иҫәпләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы йылына уртаса 600 литр һөт бирә, ә ҡымыҙ 3 тонна самаһы етештерелә. Төбәк, шифалы эсемлек етештереү буйынса илдә алдынғыларҙан иҫәпләнһә лә, мөмкинлектәрҙең 10 проценты ғына файҙаланыла тигән һығымта яһаны белгестәр. Тармаҡты үҫтереү өсөн дәүләт кимәлендәге ярҙам, финанс һалыуҙар талап ителә.