Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн02.12.2011
Күмертау ҡалаһында “Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге”нең өҫтәмә офисы асылды. Ул ҡала хакимиәте бинаһында урынлашҡан.
Офисты асыу тантанаһында уҡ беренсе ғариза бирелгән. Ярма етештереүсе шәхси эшҡыуар сеймал һатып алыуға аҡса һорап мөрәжәғәт иткән. Үҙәк шәхси эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар нигеҙендә бер миллион һумға тиклем кредит бирә. Әле республикала “Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге”нең туғыҙ офисы эшләй.
“Күмертау ваҡыты”,
Күмертау ҡалаһы.


Вернуться назад