Бесәй балаһы10.11.2017
Ап-аҡ бесәй балаһын
Алып ҡайтты әсәйем.
Исем ҡуштым мин уға
“Аппағым” тиеп.
Тышта ап-аҡ ҡар яуғас,
Алып сыҡтым мин уны.
Юғалдысы Аппағым –
Ҡарҙай шул уның туны.
– Кил инде, кил, бесәйкәйем,
Мин нишләрмен, сирләһәң?
Тапмаҫ инем бесәйемде,
Ҡара күҙен күрмәһәм…


Оло хазина

Аҡ яулыҡ бәйләп,
Мәсеткә барҙым.
Оло хазина –
Иманлы булыу.

Ундағы нурҙан
Күңел нурланыр,
Доға ҡылыуҙан
Һәр саҡ ҙурланыр.


Нәнәйҙәрем

Нәнәйҙәрем икәү минең:
Әсәйемдең әсәһе Рәзифә,
Икеһе лә йөрәгемдә,
Атайымдыҡы – Рәшиҙә.

Береһе йәшәй бик йыраҡта,
Инйәр йылғаһы буйында.
Икенсеһе Урҙайбашта,
“Башҡорт осо”нда ғына.

Ҡасан барып керһәң дә,
Сәйҙәре ҡайнап тора,
Табала майлы ҡоймағы,
Өҫтәлдә ҡаймаҡ була.

Береһе бал ҡорто үрсетә,
Береһе себеш үҫтерә,
Тырыш, уңған нәнәйҙәрем
Аҡыллы кәңәш бирә.

Мине арҡамдан һөйөп,
Сәстәремдән һыйпайҙар,
Аҡыллы, тәүфиҡлы бул, тип
Әйтеүҙән туҡтамайҙар.


Урҙайбаш мәсетенә

Урҙайбашҡа йәм өҫтәп,
Мәсет ултыра балҡып.
Ҡотайып китте ауыл,
Манара сыҡҡас ҡалҡып.

Маяҡ булып айы тора,
Ауылыма һибеп нурын.
Аҙан тауышы күрһәтә
Халҡыма барыр юлын.

Надежда ЦАРАБАЕВА,
VII класс уҡыусыһы.


Бүздәк районы,
Урҙайбаш ауылы.


Вернуться назад