Бәхет10.11.2017
Өс дуҫ бәхет тураһында хыяллана. Тик уны һәр береһе үҙенсә аңлай. Тәүгеһе байлыҡта тип һанаһа, икенсеһе – талантта, өсөнсөһө ғаиләлә күрә.
Өлкәнәйгәс, дуҫтарға осрашыу насип була. “Байлыҡ тупланым, тик бәхет кисермәнем”, – тип көрһөнә беренсеһе. “Талантлы булдым, ләкин бәхет эҙләмәнем. Яңғыҙлыҡтан йонсоп китәм был донъянан”, – тип зарлана икенсеһе. Өсөнсөһө иһә:
– Ә мин бәхеттең нимә икәнен беләм, – тип шатланып хәбәр итә. – Яҡындарым, туғандарым менән бергә рәхәтләнеп йәшәнем. Ер йөҙөнә ишле быуын, тәртипле балалар ҡалдырам!