“Беҙ!”10.11.2017
– Кешегә ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Ә ниңә һуң ошо ваҡытты тик үҙең теләгәнсә үткәреү мөмкин түгел? Бар нәмәнең самаһы, сиге бар, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын үтәргә бурыслыһың. Үҙең түгел, ә йәмғиәт өсөн йәшәргә тейешһең кеүек килеп сыға...

Р. МЕРӘҪОВ.
Салауат ҡалаһы.

“Беҙ!”Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм бала­һын ерҙе йәмләргә, матурлар­ға ебәргән. Был бурысты бергәләп атҡарырға тейеш­беҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Әгәр ҙә ки “теләгәнсә йәшәйем” тип һәр кем тик үҙен ҡайғырта башлаһа, донъябыҙ, илебеҙ, йәмғиәтебеҙ, өммәтебеҙ, милләтебеҙ менән ни булыр? Ошо изге төшөнсәләрҙең тамырын һаҡлау, ҡеүәтен арттырыу ниәте борон-борондан иң алға ҡуйылған бит – кешелекте тап шул йәшәтә. Уртаҡ маҡсат булғанда ғына йәмғиәттең тамыры ныҡлы. Ә бының нигеҙендә дин, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары ята.
Эйе, әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ дөрөҫ әйтә: әҙәм балаһы тәү сиратта үҙен уратып алған мөхиттең, йәмғиәттең именлеген ҡайғыртып йәшәргә тейеш. Бының сере ябай: белемле, күркәм холоҡло, тәрбиәле булыу. Әгәр ҙә ки бәғзе берәү, мәҫәлән, иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ, хеҙмәт һөймәй икән, ул йәмғиәтте үҫтерә аламы? Юҡ, киреһенсә, артҡа һөйрәй. Насар ҡылыҡ ул вирус кеүек: баш ҡалҡыта башлау менән юлына кәртә ҡуймаһаң, бөтөнләй аҙып китеүе ихтимал. Шуға ла, йәмғиәт имен булһын өсөн, һәр кем тәү сиратта үҙенең тәртибе тураһында уйларға, башҡаларға зарар килтермәҫкә тырышырға тейеш. Шайтан ҡотҡоһона бирелеүҙән һаҡланайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Эйе, үҙеңдән алда башҡаны уйлау – әҙәм балаһындағы иң күркәм сифат. “Шулай икән, ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, – тигән имам Садиҡ. Аҡыл эйәләре күркәм холоҡто, әҙәплелекте, әхлаҡлылыҡты уңышҡа илткән хазина тип белә. Тәрбиәле кеше – бәхетле, ул ошо ырыҫты башҡаларға ла өләшеп йәшәй. Аллаһ Тәғәлә беҙгә тап шулай ярҙамлашып, ҡайғы-шатлыҡты бүлешеп, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып ғүмер итергә ҡушҡан.
Ошо урында билдәле бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Муса ғәләйһис-сәләм йәшәгән заманда Ҡарун исемле ифрат бай кеше була. Уның мөлкәте һаҡланған асҡысты көслө бер кеше саҡ күтәреп йөрөй. Әммә зәҡәт хаҡында аят төшкәс, Ҡарун байлығынан өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдерә. Иртәнсәк уянһа, уның бар мөлкәтен ер йотҡан була...
Эйе, Раббыбыҙ ҡөҙрәт бирмәһә, эргә-тирәңдәгеләр, яҡындарың бәләкәй генә булһа ла булышлыҡ күрһәтмәһә, һис нимәгә өлгәшеү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күңелгә мин-минлек тойғоһон яҡынайтырға ярамай. Ул йәмғиәттең бөтөнлөгөнә зыян килтерә. “Мин” түгел, ә “беҙ” тип йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Мәғлүм ки, Исламдың тәрбиәһе тап шундай. “Мин” һүҙен тәүгеләрҙән булып иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберлек күрһәткән. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәмғиәттең, өммәттең бөтөнлөгөн, именлеген һаҡлау өсөн үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тигән ул. Һауаланмаһаҡ, уртаҡ мәнфәғәтте ҡайғыртып йәшәһәк, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, өммәтебеҙ өлөштәргә бүленмәҫ, ә дөйөм көс менән алға барыр, тағы ла юғарыраҡҡа үре­лер, иншаллаһ. Бының өсөн иһә һәр беребеҙҙең туҡтауһыҙ ғилемгә, тәрбиәлелеккә ынтылыуы, әҙәп-әхлаҡ, дин ҡанундарын хөрмәт итеүе, Аллаһ Тәғәләнән бирелгән һәлә­тен даими үҫтереп, йәмғиәткә терәк-таяныс булып йәшәүе мөһим. Ә дөйөм көс менән яуланған уңыш-ҡаҙаныштың бәрәкәте ифрат ҙур.
Тупланып, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, еребеҙгә йәм, ҡот өҫтәп ғүмер кисерәйек, хөрмәтле йәмәғәт. Айырым­ланмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә “Мин!” тип маһаймаҫҡа, ә “Беҙ!” тип ғорурланып йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад