Аҡыл, фекер сығанағы08.11.2017
“Башҡортостан” гәзите – ул тормош университеты, бер үк ваҡытта матурлыҡ, илһам сығанағы ла. Әгәр ҙә донъяла “Башҡортостан” гәзите булмаһа, мин үҙемде тар, тығыҙ, ҡараңғы, күңелһеҙ бер мөхиттә итеп хис итер инем, моғайын.
Нәжиб АСАНБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
* * *
Егерме дүрт йыл БАССР Министрҙар Советы рәйесе вазифаһында эшләгәндә, “Башҡортостан” миңә халҡымдан айырылмаҫҡа, уның һулышын тойоп, мәнфәғәте менән йәшәргә булышлыҡ итте.
Яратҡан гәзитем мәңге йәшәһен, халҡыма ул бик кәрәк.
Зекериә АҠНАЗАРОВ,
БАССР Министрҙар Советының элекке рәйесе.
* * *
“Башҡортостан” – минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит, йәштәшем тип әйтерлек. Минең тормошома ул 1935 йылда килеп инде. Тәүге шиғырҙарымдың ҡайһы берҙәре ошонда донъя күрҙе. Ғөмүмән, миңә генә түгел, күп яҙыусыларға дәрт-дарман өҫтәне “Башҡортостан”. Ошо гәзиттә шиғыр сығарыу һәр ваҡыт оло мәртәбә, ҙур ваҡиға булды.
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
* * *
Ил һәм республика өсөн шанлы ваҡытта барлыҡҡа килгән, еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар, ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша бергә үткән гәзит һәр ваҡыт абруйлы баҫма булып ҡалды. Уға ышаналар, уның һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
Зыя НУРИЕВ,
Социалистик Хеҙмәт Геройы.
* * *
Минең көнөм “Башҡортостан”дан башлана. “Башҡортостан”ға яҙышыу, уның авторы булыу – оло яуаплылыҡ. Гәзит үҙе лә милләт алдындағы үҙенең бурысын, яуаплылығын бер ваҡытта ла онотмаһын ине.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
* * *
“Башҡортостан” гәзите мине оло юлға алып сыҡты, ғалим, яҙыусы булып китеүемә булышлыҡ итте, исемемде илгә таратты.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.