Ниһайәт, һыу "тынысланып" бара – республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандағы хәл тотороҡло һәм тулыһынса күҙәтеү аҫтында. Йомағужа, Павловка, Нөгөш һыуһаҡлағыстарында һыу кимәлен арттыралар, ул 25 – 28 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
Ташҡын башланған осорҙан ауыл-ҡалаларҙы һыу баҫыуҙың 27 осрағы теркәлгәйне. Әлеге ваҡытта уларҙың барыһында ла тиерлек һыу кимәле кәмегән, халыҡ әкренләп, ҡәҙимге тормошҡа ҡайта.
Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк әле. Йәрмәкәй районындағы Рә йылғаһы бығаса булмағанса ташып, халыҡты бер аҙ албырғатһа ла, ваҡытында күрелгән саралар, ҡыуанысҡа күрә, ҡорбандарға килтермәне. Һүҙ – кеше ғүмере хаҡында, матди зыянға килгәндә, уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш алып барыла.
Ҡариҙел районындағы йылғаларҙа 20 километр оҙонлоғондағы боҙ тығыны хасил булыуы хаҡында ла хәбәр иткәйнек. Халыҡтың ташҡынға алдан уҡ әҙер булыуы, хәүефле биләмәләрҙә йәшәгәндәрҙең ваҡытында иҫкәртелеүе хәлде күпкә еңеләйткән. Павловка һыу һаҡлағысында һыу кимәлен күтәреү ташҡындың ҡеүәтен кәметкән. Октябрьский ҡалаһында ла йөҙҙән ашыу йорт һыу аҫтында ҡалғайны. Кешеләр эвакуацияланған, аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Хәл тотороҡлана, һыу кимәле кәмей.
Белгестәр фекеренсә, ташҡын апрелдең аҙағына тиклем тамамланырға һәм күҙалланған кимәлдән үтмәҫкә тейеш.
Г. САЛАУАТОВА.