Атайлы бала арҡалы08.11.2017
Атай һәм әсәй – бала ғүмерендәге тәүге кешеләр, уға яҡты донъяны бүләк итеүселәр генә түгел, ә тәрбиәселәр, өйрәтеүселәр, тормош тигән ҙур юлға аяҡ баҫтырыусылар. Бала бер үк кимәлдә атаһының да, әсәһенең дә һөйөүенә, иғтибарына мохтаж. Әммә атай мөхәббәте әсә һөйөүенән айырыла, ул үҙенә күрә бер төрлө.


Билдәле немец психологы Эрих Фромм әйтеүенсә: “Әсәй – ул тыуған йорт, беҙ бәүелгән алтын бишек, мәле еткәс, беҙ уны ҡалдырып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫабыҙ. Ә атай – баланы ошо тормошҡа индереүсе, юл күрһәтеүсе, йүнәлеш биреүсе кеше. Әсәй яңы тыуған бала өсөн барлыҡ йыһанды тәшкил итһә, атай менән бәйләнеш икенсе тәртиптә ҡоролған. Әлбиттә, сабыйҙың тәүге йылдарында был бәйләнеш бер ни тиклем һүлпәнерәк була, әммә үҫә килә балала атай һөйөүенә, иғтибарына ихтыяж арта”.
Беҙҙең халҡыбыҙҙа “Аталы бала арҡалы, әсәле бала иркәле” тигән мәҡәл бар. Атаһының абруйын күреп, уның ышанысын, һөйөүен тойоп үҫкән бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас та, юғалып ҡалмай, үҙ баһаһын белеп, үҙ көсөнә ышанып, киләсәккә өмөт менән ҡарай, һөнәргә эйә була, үҙ ояһын ҡора.
Балаһына ысын атай, ышаныслы терәк-таяныс була белгән ғаилә башлыҡтарынан тыш, психологтар атайҙарҙы тағы ла бер нисә төргә бүлеп ҡарай. Уларына ла күҙ һалайыҡ.
Тамашасы атай. Аҡса табыу, карьера яһау, ғаиләне етеш тормошта йәшәтеү өсөн барлыҡ көсөн һала, таң менән эшкә сығып китә лә балалары йоҡоға талғас ҡына өйөнә ҡайтып инә. Һирәк кенә тура килгән ял көндәрен дә телевизор ҡаршыһында йә дуҫтары менән үткәреүҙе ҡулай күрә. Уның иғтибарына, ваҡытына дәғүә иткән ғаиләһен “Мин көнө-төнө эшләйем, аҡса табам, ял сәғәттәремде нисек теләйем, шулай үткәрергә хаҡым барҙыр бит” тигән һүҙҙәр менән ситкә этәрә. Ғаилә хәлдәре, балаларҙы тәрбиәләү уның ҡатнашлығын талап итһә лә, ул быларҙы ситтән генә күҙәтеүҙе хуп күрә.
Бындай атай менән үҫкән бала әсәһенә ныҡ бәйләнгән. Аталары кискеһен балалар баҡсаһынан алған, мәктәптәге төрлө байрамдарға килгән башҡа балаларға ҡыҙығып, көнләшеп ҡарайҙар. Атай мөхәббәтен, иғтибарын юҡһыныу хисе күңелдәренә инеп оялаған хәлдә лә, әсәләрен борсорға ҡурҡып, был турала һүҙ ҡуҙғатмайҙар. Был осраҡта атай абруйының һаҡланыуы әсәй кешенең позицияһынан тора. Ул ниндәй күҙлектән сығып, балаһына ни өсөн атаһы кәрәгенсә иғтибар биреп, ваҡыт бүлә алмағанлығын аңлата – күп нәмә шуға бәйләнгән.
Ҡурҡытыусы атай. Бындай атайҙың тәрбиә алымдары янауға, яза биреүгә нигеҙләнгән. Ғаиләлә ҡаты закондар хөкөм һөрә, уны боҙоусы шунда уҡ язаһын да татый. Был балаларға ғына түгел, ә ҡатынына ла ҡағыла, шуға күрә әсәй кеше балаларын яҡлап артыҡ бер ни ҙә ҡыла алмай. Иркәләү-һөйөү түгел, балалар йылы һүҙҙе лә бик һирәк ишетә. Бындай атайҙың балаларынан ҡәнәғәт булып, уларҙың уңыштарын күреп, маҡтаған сағын күрмәҫһең. Балаһы ниндәй генә уңышҡа өлгәшмәһен, ул был хәл-ваҡиғаның берәй ҡырын яғын табып, мотлаҡ рәүештә шуны билдәләп үтәсәк.
Бер ҡатындың һөйләгәндәренән:
“Ҡырыҫ һүҙле, авторитар атай бәләкәй саҡтан уҡ һеңлем менән миңә лә, әсәйебеҙгә лә бик ҡаты булды. Уның бер ваҡытта ла “ҡыҙым” тип алдына алып һөйгәнен, сәстәремдән һыйпағанын, иркәләгәнен иҫләмәйем. Мәктәпкә уҡырға төшкәс, ул беҙҙән тик “дүртле”, “бишле” билдәләренә генә уҡыуыбыҙҙы талап итте, “өслө” алып ҡайтҡан осраҡтарҙа ҡул күтәрергә лә тартынманы. Атайымдан ҡурҡып, бер нимә лә аңламаған теүәл фәндәрҙе ятлауым һаман да иҫемдә.
Егерме йәшемдә кейәүгә сығып, атай йортон ҡалдырып киттем. Тормош иптәшем бик ипле, тыныс, кешегә һуғыу түгел, тауышын да бик һирәк күтәрә. Донъябыҙҙы йәмләп ул һәм ҡыҙыбыҙ буй еткереп килә. Мин күңелемә ятҡан һөнәргә эйә булып, яратҡан эшемдә яҡшы ғына эшләп йөрөйөм. Бер көн эшемдә уңыштарымды баһалап, етәкселек мине маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Шатлығымды уртаҡлашыр өсөн, рамкаға ҡуйылған грамотаны, сәскә гөлләмәһен тотоп атай-әсәйем янына килдем. Тик атайымдың: “Буш грамота менән маҡтанып йөрөйһөң шунда, аҡса ҡушып бирһәләр, булыр ине ғорурланырлыҡ сәбәп”, – тигән һүҙҙәренән һуң бөтөнләй күңелем төштө. Мин, инде йәшем ҡырҡҡа еткән ҡатын, ике бала әсәһе, нимә генә эшләһәм дә, ниндәй генә юғары уңыштарға өлгәшһәм дә, атайым тарафынан бер ваҡытта ла маҡтау, хуплау һүҙҙәренә лайыҡ булырмын тип өмөтләнмәйем. Ә бит уның бер йылы һүҙе лә, күрһәткән ышанысы ла миңә бик мөһим”.
Үҙенең ҡаты тәрбиә алымдарын бындай атай: “Балаларым шашып китмәһен, киләсәктә кеше булһын өсөн шулай тырыштым”, – тип аҡларға маташһа ла, сәбәптәре тәрәндә, бәлки, уның ата-әсә ғаиләһендә алған тәрбиәгә барып тоташалыр.
Өлгөрөп етмәгән атай. Ир кешенең балаһы бар, әммә ул атай ролен аңлап та етмәй, яуаплылыҡты ла тоймай. Был хәл күберәк беренсе балалары тыуған йәш ғаиләләргә ҡағыла. Уның өсөн бала – ҡатын-ҡыҙ, әсә хәстәре. Ҡатынына ярҙам итеү, балаһына ваҡыт бүлеү урынына ул дуҫ-иштәре менән буйҙаҡ сағындағы тормошто дауам итергә теләй, бер кем алдында яуап тотмайынса, ирекле йәшәргә хыяллана. Бындай атайҙа ваҡыт үтеү менән балаһына ҡарата хис-тойғо уянып, үҙенең атайлыҡ бурысын үтәй башлай йә иһә тора-бара тамашасы атайҙар рәтен тулыландыра.
Ирекһеҙ атай. Ғаиләлә атай бар, әммә уның үҙ һүҙе, абруйы юҡ. Бөтөн нәмәне авторитар, көслө әсәй хәл итә, атай һәр ваҡыт уның менән ризалаша. Ауыр саҡтарҙа ла, уның ярҙамы, яҡлауы кәрәккәндә лә, ҡатыны менән мөнәсәбәт боҙоуҙан ҡурҡып, ул балаһы яғына баҫмаясаҡ, улын йә ҡыҙын ҡурсалап ауыҙ асмаясаҡ. Балала үҫә килә атайым бармы, әллә юҡмы тигән шик тыуыуы ла ихтимал. Үҫеп еткән бала атаһын хөрмәт итмәгән осраҡта ла, уны йәлләп ҡарауы бар. Әммә былар барыһы ла атай менән бала араһында булырға тейешле ышаныслы, йылы, бер-береңде яратыуға һәм хөрмәт итеүгә ҡоролған мөнәсәбәттәрҙән бик алыҫ тора.
Әлбиттә, үрҙә һанап кителгән төрҙәр шартлы ғына билдәләнгән. Бәлки, ҡайһы бер атайҙарҙы аныҡ ҡына бер төргә индереп тә булмайҙыр. Улар йәшәйеш тәжрибәләренән сығып, кисергән хәл-ваҡиғалар тәьҫиренә бирелеп, үҙҙәрен төрлө ваҡытта төрлөсә тоторға ла мөмкин. Тик нисек кенә булмаһын, балаларҙың бәхетле, ғәмһеҙ сабый сағы ла, матур тәрбиә аша яҡты киләсәккә һалынған ныҡлы күпер ҙә ата-әсә ҡулында.

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.


Вернуться назад