Өмәлә эш ырамлы17.04.2012
Өмәлә эш ырамлыЯҙ донъяға яҡтылыҡ һәм яҡшы кәйеф, йылылыҡ һәм наҙ алып килһә лә, уның тағы бер үҙенсәлеге бар: ҡар ҡатламы әрселеп бөттөмө, ҡышҡы осорҙа тирә-йүндең ни тиклем бысранып өлгөргәнлеге күҙгә ташлана. Ошо йәһәттән яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү – күптән килгән күркәм йола. Был сарала республика халҡы йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Мәҫәлән, Белорет районында экологик айлыҡ 14 апрелдән 26 майғаса дауам итәсәк, ауылдарҙың урамдарын таҙартыу, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Белоретҡа – айырым иғтибар. Быйыл металлургтар ҡалаһының 250 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк, шуға ла әҙерлек эштәре дәррәү бармаҡсы. Ҡала урамдары, парктары, аллеялары, майҙандары предприятие һәм ойошмаларға бүлеп бирелгән, һәр кем үҙ биләмәһендә тәртип урынлаштырырға бурыслы.
Уҙған шәмбелә Өфөлә лә тәүге өмә үтте. Ҡала урамдарынан һәм парктарынан 6400 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылған, 1 мең квадрат метр самаһы юл ремонтланған, 340 төп ағас һәм 150 төп ҡыуаҡлыҡ ултыртылған.
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад