“Төпһөҙ мискә”нең төбө күренәме?07.11.2017
“Төпһөҙ мискә”нең төбө күренәме? Хәтерегеҙҙә булһа, уҙған быуаттың 90-сы йылдары урталарында, унан һуң да ауыл хужалығына ҡарата шундай ҡараш йәшәне: русса әйткәндә – “черная дыра”, башҡортса – “төпһөҙ мискә”. Баҫыуҙың ни икәнен, фермаларҙың ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәгән бәғзе бер иҡтисадсылар калькуляторҙа һандарҙы иҫәпләп, төймәләргә баҫып, “тигеҙ булалар” сығарҙылар ҙа ошондай һығымтаға килделәр: бәй, ситтән һатып алғаның арзаныраҡ бит! Ләкин иң мөһимен – илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген “оноттолар”. Ярай әле иҡтисади көрсөк, һуңынан килеп санкциялар уйланырға мәжбүр итте. “Ярай әле” тип әйтеүем шунан ғына, артабан да аҫҡа тәгәрәүҙән туҡтамайынса, үҙебеҙҙекен етештереүҙе тамам бөтөрөр инек. Бөгөн һүҙем дөйөм ауыл хужалығы тураһында түгел.
Ә ошо тармаҡтың бер өлөшө, әйтергә кәрәк, ауыл халҡы өсөн төп өлөшө – ярҙамсы шәхси хужалыҡ хаҡында. Эйе, был турала күп яҙҙыҡ һәм яҙылды, ләкин һөйләшеү башҡасараҡ юҫыҡта барыр: әлеге лә баяғы “һатып алғаның арзаныраҡҡа төшә”, “эшләп этләнгәнсе, һатып алғаның лутсы” тураһында.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуҙың ыңғай яҡтары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире яғы ла бар. “Эшләп этләнгәнсе, һатып алғаның лутсы” тигән ҡарашты алға ҡуйғандар нәҡ ошоноһона баҫым яһай. Булмаһа, һүҙҙе ана шул кире яғынан башлайыҡ.


Мал кеше өсөн аҫраламы, әллә кеше мал тип йәшәйме?

Журналистикаға аяҡ баҫҡансы, миңә ике-өс йыл колхоздың профком ойошмаһын етәкләргә насип иткәйне. Ул заманда колхозсыларға, дауахананан бирелгән белешмә буйынса, ауырыуҙарына ҡарап, шифаханаларға, хатта ял йорттарына юлламалар алып ҡайтабыҙ. Ғәжәп, уларҙы Ҡырым, Кавказ яҡтарына еңелерәк алып була, тик алыҫҡа атлығып торғандар һирәк. Беҙҙең “Йоматау”, “Янғантау”, “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ” кеүек шифаханаларға юллама табыу ҡыйын, булғанда ла күпселеге ваҡыты килеп етеп “яна” торғандары, йәғни кемдер бара алмайынса, кире ҡайтарыл­ғандары. Йөрәк, ҡан тамырҙары, быуын сирҙәре буйынса путевка һорап яҙған ғаризалар бик күп. Тәүҙә кешенең сиренә, эшкә мөнәсәбәтенә ҡарайһың да “бүләк”те тотоп өйөнә йүнәләһең.
– Апай, ағай, һеҙгә юллама алып килдем, барып, ял итеп ҡайтығыҙ, – тиһең, һөйөнсөләп.
Рәхмәт һүҙҙәренән һуң башлана ла инде…
Яҙ көнө:
– Һин миңә ҡышҡа алып кил, йәме, әле ҡаҙым оя баҫа, һыйырым быҙауланы…
Ҡышын:
– Малдарҙы башҡараһы бар, һыйырым быуаҙ…
Көҙ менән йәйҙе әйтеп тораһы ла түгел – эш күп, бара алмайҙар. Ана шулай артынан йөрөп, район профкомы юлын тапап алып ҡайтҡан путевкалар “яна” торғайны. Һис булмаһа, ҡаҙы ла оя баҫмаған, һыйыры ла быҙауламаған бер үк кешеләр йыл һайын китә. Унан тағы тиргәләһең – ниңә бер үк кешеләрҙе ебәрәһең?!
Ошоларҙы уйлайһың да иҫең китә: быуындары һыҙлап, йөрәктәре, үпкә-бауыры ауыртһа ла, шәхси хужалығына йәбешеп ятҡандарҙың күбеһе хәҙер юҡ инде, ә кем үҙен ҡараған, ваҡытында дауаханаға, шифаханаларға йөрөгән – һау-сәләмәт, олоғайһалар ҙа, йәшәп яталар. Белмәйем, сәбәп кешенең үҙендәме, шәхси хужалыҡтамы икән? Моғайын, тәүгеһелер, сөнки ул саҡта бер һыйыр, быҙау ғына аҫрарға рөхсәт ителде – күршеһе лә ҡарарға алып ҡала ине. Икенсе яҡтан, нәҡ шәхси хужалыҡ – оя баҫҡан ҡаҙы, быҙаулаған һыйыры, унлаған тауығы ғаиләнең төп килем сығанағы булған. Колхозсы 60–70-шәр һум эш хаҡы ала торғайны… Бына шулай, был осраҡта мал кеше өсөн аҫралмай, ә хужа мал тип йәшәй булып сыға, йәғни кеше туранан-тура үҙе аҫраған малҡайы, ҡош-ҡорто “ҡоло”на әйләнә.

Ай-һай, килем сығымды ҡапламай...

Баҙар шарттары кешене иҫәп-хисапҡа, экономияларға, үҙаллы эшләргә, һатырға, килем алырға өйрәтте. Ниҙер эшләр, нимәгәлер тотонор алдынан хәҙер күптәр үҙенә ике төрлө һорау бирә: отошломо, юҡмы? Шунан сығып эш иткән өсөн бөгөн ауылдарҙа мал кәмей. Йәштәр ҡура тоторға теләмәй – мәшәҡәте күп, олораҡтар ҡартайҙы. Йыш ҡына шундай һүҙҙәр ишетәһең: мал тотоуҙың бер файҙаһы ла юҡ, ай һайын тиерлек көтөү көтәһең, бесәнен әҙерләргә кәрәк, фуражын… Ысынлап та, совет осорондағыса – күпләп мал аҫрау тыйылған саҡтағыса шәхси хужалыҡты алып барһаң, һис килеме юҡ.
Әйтәйек, бер һыйырҙан йәй тәүлегенә уртаса 10-15-шәр литр һөт һауып алдың, ти. Ауылдарҙа литр ярым шешәләргә тултырылған һөт 60 һум тора. Һата алһаң әле. Ә бына мал аҙығын һалһаң, иҫең китә. Йылына бер һыйырға кәмендә 10 центнер – бер тонна, тонна ярым фураж кәрәк. Бөгөн арпа, арыштың тоннаһының хаҡы һигеҙ мең һум тора, ҡышҡа, яҙға табан тоғо 500 һумға менә, йәғни тоннаһы 10-12 меңгә күтәрелә.
Шунан иҫәпләп ҡарайһың инде, йылына бер һыйырға 10-15 мең һумлыҡ фураж кәрәк. Бында һүҙ ябай арпа бөртөгө тураһында бара, ә ҡатнаш аҙыҡ хаҡында түгел. Бынан тыш, бесәнгә, һаламға, ветеринар хеҙмәте өсөн түләүҙәрҙе һал. Бына ошо турала уйлай “отошломо, юҡмы” тигән һорау алдында торғандар. Шунан “мин лутсы һатып алам” тигән һығымтаға киләләр. Ысынлап та, йылына ун меңлек һөт һатып алһаң, “йөҙөргә” кәрәк.
Бындай миҫалдарҙы күпләп килтереп булыр ине. Ауылдарҙа мал һаны кәмей, йәштәрҙе ул ҡыҙыҡһын­дырмай һәм башҡа ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Кешене мәжбүрләп мал аҫратып та, тыйып та булмай. Тотмайҙар икән, һис зарар юҡ. Европа илдәрендә шәхси хужалыҡтар бөтөнләй юҡ тиһәң дә була. Ә ит-һөтө тулып ята, сөнки фермерҙарға бар яҡлап та “йәшел ут” яндырылған: өс – биш процентлы кредит – рәхим ит, сығымдарға 40 – 60 процент компенсация – һорау юҡ. Тауарын да һыпырып алып китәләр, ваҡытында аҡсаһын да түләйҙәр. Иң мөһиме – теләгән ваҡытыңда отпуск алаһың, мал-тыуарыңды, кешеләргә социаль хеҙмәт күрһәткән һымаҡ, махсус хеҙмәт күрһәтеүселәр алып ҡала. Бушҡа – фермер уларға түләмәй. Дөрөҫөрәге, аҡса түләгән һалым иҫәбенән бирелә. Бына шулай. Килер бер көн, беҙҙең ауыл кешеһе лә, мал тотҡандары “ҡаҙым оя баҫа”, “һыйырым быҙаулай” тип дауаханаларҙан, шифаханаларҙан баш тартмаҫ. Ә ауылдарҙа дөйөм мал һаны кәмей икән, аптырарға түгел. Уның ҡарауы, тотҡандарына ит-һөтөн һатырға мөмкинлектәр артыр.
Бына шулай. Беҙ шәхси хужалыҡ алып барыуҙың кире яҡтарының икәүһен генә атаныҡ: кеше үҙенең һаулығын уйламай, малын, йорт-ҡураһын ҡалдырып китмәҫ өсөн генә дауаханаларға, хатта бер-ике кискә ҡунаҡҡа ла бара алмай; икенсеһе – сығымдар нисбәте алынған тауар хаҡына тигеҙ, хатта күберәк тә. Етмәһә, көн буйы тир түгергә кәрәк. Шуға оҡшаш сәбәптәрҙе артабан да һанарға булыр ине. Эҙләгәндәргә сәбәбе лә, һылтауы ла табылып тора. Булмаһа, башҡаса уйлағандарға һүҙ бирәйек, миҙал ике яҡлы була.

Шәхси хужалыҡ алып барып йәшәп буламы?

Була, тип әйтер берәү. Юҡ, тиер икенсеһе. Икеһе лә күпмелер кимәлдә хаҡлы. Беҙ ниңәлер был хужалыҡ итеү алымы тураһында яҙғанда, һөйләгәндә уның “ярҙамсы” икәнен онотабыҙ. Эйе, ярҙамсы, йәғни төп эш хаҡына ҡушып ебәрерлек аҙмы-күпме аҡсаһы, ғаиләңә күпмелер аҙыҡ етештереп була. Әгәр ҙә… Әгәр ҙә совет осорондағыса бер һыйыр, йылына бер һуғымлыҡ үгеҙ-тана, киләһе йылға ҡалырлыҡ быҙау тотһаң. Ә бына ике һыйыр аҫраһаң, тәүгеһенән килгән аҡса икеһен ҡарарға ла етә, һөтө килемгә китә, өстө тотһаң – икеһенеке килем килтерә. Бер һыйыр һөтөн һатҡанда уртаса өс башты фураж менән тәьмин итерлек аҡса эшләп була.
Рәсәйҙә күпме ғаилә шәхси хужалығына ҡарап тора ла күпмеһе күңел өсөн, үҙе үҫтергәнде ҡушып, бер аҙ ғаилә бюджетын тулыландырыу маҡсатында алып бара икән? 1916 йылдан башлап ун йыл һайын үткәрелгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күре­неүенсә (2006 йылда ла, былтырғы­һында ла), илдә 22 миллион (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа – 18-20 миллион) шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Улар өлө­шөнә бөтә ауыл хужалығы продук­цияһының яртыһы тиерлек төшә.
Ерҙәре Рәсәйҙең бөтә сәсеү майҙанының биш процентҡа яҡынын ғына тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, илдәге 90 процентҡа яҡын картуфты, 50 процент башҡа төр йәшелсәне үҫтерәләр, 25 процент йомортҡа алалар. Шәхси хужалыҡтарҙың 86 проценты ауыл хужалығы тауарын етештерә. Анализлап ҡарағанда, 30 процент ғаилә өҫтәмә килем булараҡ хужалығын алып бара, 45 проценты үҙҙәрен аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн, 25 процентыныҡы – төп килем сығанағы.
Тауарҙы етештереү генә түгел, уны һата ла белергә кәрәк. Был йәһәттән тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт килтерге килә. Шәхси хужалыҡтарҙың 58 проценты аралашсы, алыпһатар (перекупщик) аша осһоҙ хаҡҡа оҙата. Күрше-күләненә, таныш-белешенә 37 проценты һата. Ҡалған хужалар үҙе баҙарға юллана икән. Был сағында бер миҫал килтерге килә. Мәҫәлән, Ҡыйғы районын алайыҡ. Унда ҡаралтыһында биш-етешәр баш һыйыр тотҡандар бар.
Ауылдан берәү, күрше-тирә бәләкәй ауылдарҙы ла ҡушып, һөт йыя ла комбинатҡа алып барып тапшыра. Мал аҫраған хужалыҡтарға ла ҡулай – арзаныраҡ булһа ла, һөттәре көн дә оҙатылып тора, эшҡыуарҙарға ла яҡшы – сеймал һәр саҡ әҙер, ваҡытында иҫәп-хисабын ғына яһап бар.

Ҡанундар, мөмкинлектәр

Шәхси хужалыҡта етештерелгән тауар эшҡыуарлыҡҡа инмәй. Шуға хужа ике төрлө – ер һәм йорт-ҡура, ҡаралты һалымы ғына түләй. 2011 йыл­дың июнендә 2003 йылда ҡабул ителгән “Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһына, Рәсәй Һалым кодексының икенсе бүлеге 217-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн 0,5 гектар ер ҡарала. Урындағы хакимиәттәрҙең мөмкинле­генә ҡарап, ер майҙаны биш тапҡырға – 2,5 гектарғаса арттырылырға мөмкин.
Әгәр ҙә закондан ҡаралған биләмәнән ере күберәк икән, шәхси эшҡыуар булып теркәлергә, йәғни крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тейеш. Шулай уҡ ялланып эшләүсе (наемный рабочий) тураһында айырым әйтелә. Шәхси хужалыҡта кешене эшләтеү тыйыла. Тик эшҡыуар ғына, эшсегә ҡаралған бөтә төр ташла­маларҙы ҡулланып, эш хаҡы түләп, Пенсия фондына тейешле сумманы күсереп, кемгәлер эш тәҡдим итә ала.

Мал ҡарап үҫмәгән бала фермер
була алмай


Шәхси хужалығын алып барғандарҙың 25 проценты уны төп килем сығанағы тип иҫәпләй. Белмәйем, һандар ҡайҙан алыналыр, шуны ғына әйтергә мөмкин: мең, ике-өс мең кеше араһында һорау алыу үткәреп кенә, тотош илде күҙ алдына килтереп булмай. Һәр кемдең үҙенә генә хас холҡо, илдә нисә кеше йәшәй, шунса уҡ бер-береһен ҡабатламаҫ көнитмеше бар. “Төп сығанаҡ” тигәндән, бөгөн ауылдарҙа шәхси хужалығында күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап ҡына ла йәшәп ятҡандар бар.
Хәтерегеҙҙә булһа, бынан ике-өс йыл элек биш баш малдан артыҡ тотһалар, уларҙы шәхси эшҡыуарға тиңләргә кәрәк, тигән фекер ҙә ишетелеп ҡалғайны. Хатта был тәҡдимде депутаттар ҡарамағына сығарып маташтылар. Ярай әле тегеләре аҡыллыраҡ булып сыҡты. Киреһен эшләп, эшҡыуарлыҡҡа тиңләһәләр, крәҫтиәндең тамырына балта сабырҙар ине.
Һәр хәлдә, бөгөн, иҡтисади көрсөк, санкциялар быуған, импортты үҙебеҙ­ҙең тауарға алмаштырған саҡта һис кәрәге юҡ был аҙымдың. Техника менән сағыштырғанда, шәхси ярҙамсы хужалыҡ дөйөм ауыл хужалығының “муфта”һы ла тигән һүҙ ул. Тик үҙ йорт-ҡураңда өйрәнеп кенә фермер­лыҡҡа аяҡ баҫырға мөмкин. Аҙбарында һыйыр тотмаған ғаиләлә үҫкән, бәләкәйҙән мал ҡарамаған, аҫтын таҙартмаған бала бер ҡасан да фермер була алмай. Тимәк, шәхси хужалыҡтар бер яҡлап эрерәк хужалыҡ итеү алымына күсеү өсөн һығылмалы “иҡтисади муфта” булһа, икенсе яҡлап – киләсәктә ауыл хужалығы кадрҙары үҫтереү мәктәбе лә. Ошо бер бөтөн системаны емерҙеңме, сынйыр өҙөлдө тигән һүҙ.
“Фермер илде туйҙырасаҡ” – 90-сы йылдар башында, тәү башлап фермерлыҡ хәрәкәте йәйелә башлағас, шундай оптимистик лозунг бар ине. Хатта Ельцин хөкүмәте аграр өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн бик күп сығымдар ҙа бүлде. Ул саҡтағы аҡса менән яңы эшкә тотонғандарға миллион һумға саҡлы аҙ процентлы ссуда, бар төр техника бирелде. Ләкин инфляция, ауыл хужалығы продукцияһының сеймалға ғына әйләндерелеүе, кәштәләргә сит ил тауарының тулыуы бар башланғысҡа аяҡ салды.
Бөгөн илдә 250 мең тирәһе крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡалды. Бында элекке колхоз, совхоз бүлексәләре нигеҙендә төҙөлгәндәре лә инә. Фермерҙар илдәге бар продукцияның 6-10 процентын етештерә. Ҙур хужалыҡтар, аграр комплекстар иңенә 40 проценттан ашыуы төшә. Ә бына 22 миллиондан ашыу шәхси хужалыҡҡа бар продукцияның яртыһы тура килә. Һәр береһендә өс-дүрт кеше (ғаилә ағзаһы) булһа ла, улар ярты ил халҡын аҙыҡ менән тәьмин итә тигән һүҙ.
2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (был йәһәттән әле лә һандар әллә ни айырылмай) күрһәтеүенсә, 60 меңгә яҡын ауыл хужалығы ойошмаларының 70 проценты ғына асылда ниҙер етештерә; 250 мең крәҫтиән (фермер) хужа­лығының яртыһы, шәхси эшҡыуар­ҙарҙың 67 проценты эшләй. Шәхси хужалыҡтарҙың иһә 86 проценты ауыл хужалығы тауарҙары етештерә.
Хәҙер иһә һәр кем үҙ ихатаһына ҡайтһын. Ни менән шөғөлләнергә, тигән һорау алдында торғандар ошоларға яуап табырға тырыша: ҡайһыһы отошло, ниндәй аҙыҡҡа гелән ихтыяж ҙур, нимәне һатып була? Үҫтереп тә һата алмайһың икән, тимәк, килемең булмаясаҡ.
Башлап китер өсөн аҡсаң булһа, бөгөн дүрт-биш һыйыр ғына ла күпселегебеҙҙең әлеге 15 мең һумлыҡ эш хаҡын килтереп тора. Бер танышым ошо хаҡҡа ҡалаға йөрөп эшләне лә, аптырағас, төп эше һаналған хеҙмәт урынын ҡалдырып ҡайтты. “Ун биш меңдең биш-алтыһы юлға, башҡа сығымдарға китә ине. Хәҙер өйҙәмен, ошо уҡ аҡсаны алам”, – тигәйне ул. Яҙын ете быҙау алды. Быҙауҙар ике айлыҡ саҡтарында 10-ар мең һум тора. Икеһенең хаҡы сығымдарҙы ҡапларға китһә, бишеһе үҙенә килемгә ҡала.
Һандар теле менән әйткәндә, ике баш быҙау үҫкәс, яҡынса 40-ар меңдән дә 80 меңлек була. Был хаҡ әлеге ҡалған бишеһен ҡарарға етә. “Башлыса фураж хаҡын һалам. Ә бесәне, һаламы кешенең үҙенең елкәһенән тора. Шунан иҫәпләп ҡарағыҙ инде, һатыу өсөн ҡалған бишеһе 200 мең булһа, быҙау хаҡын 70 меңдән алһаң, таҙа ғына 130 мең һум тороп ҡала. Бынан тыш, йыл әйләнәһенә ит ризыҡтары өҫтәлдән өҙөлмәй. Ғөмү­мән, отошломо-юҡмы, килем килте­рәме, тип һораһалар, һыуытҡыста гелән ите-һөтө, йомортҡаһы бар”, – тип әйтергә ярата әлеге танышым.
Шулай уҡ ҡош-ҡорт үрсетеү, йәшелсә, баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ауырғазы районының сыуаш халҡы йәшәгән ауылдарында элекке картуф баҡсаларын йәшелсә сәсеүгә көйләгәндәр. Туймазы районында үҫтерелгән ҡыяр илдең төрлө тарафтарына оҙатыла. Ә бит ундағы фермерҙар ҙа башлап был эшкә шәхси хужалыҡтарында тотонған.

Иртәгәһе көнгә
ышаныс бар


Беҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуҙың кире һәм ыңғай, файҙалы яҡтарын бер аҙ барлап сыҡтыҡ. Һығымтаһын һәр кем үҙе яһар. Шуныһы бәхәсһеҙ: бөгөн йорт-ҡура ныҡлығы, именлеге – ғаиләнең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге лә. Хатта кеше рәсми эш урынын юғалтҡанда ла, йәшәү сығанағы булып тора.
Беҙҙең атай-олатайҙар ниндәй генә заманда ла шәхси хужалығын алып барырға тырышҡан, үҙ көсөнә таянған хужалыҡ итеү алымы ғына ғаиләһен ауыр саҡтарҙа ла ас итмәҫенә ышанған. Бөгөн иһә ҡый баҫҡан баҡсаларҙы, буш һарайҙарҙы, типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәрҙең ауылда эш юҡлыҡҡа зарланыуҙарын, тупылдатып бала һөйөр саҡтарында “бынау заманда хәйерсе үрсетәйекме” тигән гүзәл затты күреп йөрәк әрней. Шулай ҙа күңелдә өмөт осҡоно ялҡынланып китә – ауылдар төҙөкләнә, яңынан-яңы йорттар ҡалҡа. Тимәк, халыҡ иртәгәһе көнөнә ышана. Был иһә – иң мөһиме.


Вернуться назад