Күңелеңде ни борсой?07.11.2017
Йәмғиәтебеҙҙә күңелебеҙгә хуш килмәгән күренештәр ҙә бар. Улар беҙҙе борсоуға һала, уйландыра, мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итеү сараһын күрергә саҡыра. Нимә борсой беҙҙе? Ошо хаҡта уйланайыҡ әле.

Ғәҙилә инәй, хаҡлы ялдағы завод эшсеһе:
– Эй, заманалар... Ҡырҡмаһа ҡырҡ үҙгәреп тора. Етмеш йәшемдә бабай менән бөгөнгө заманды күрә алыу бик шәп инде ул. Аллаға шөкөр, пенсияһы килеп тора. Ауырый ҡалһаң, балалар дауаханаға алып бара, ваҡыттары булһа, килеп хәлде белә. Оло кеше булһаҡ та, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрергә тырышып ятҡан көн.
Хәҙер элекке магазиндар үҙгәреп, төрлө супермаркет тигән нәмәләр асып бөт­тө­ләр. Бына шуныһына ғына өйрәнә алмайбыҙ. Оло кеше өсөн бер биҙа һымаҡ. Мәҫәлән, әле көҙ ҡарбуз алайым тиһәң дә, тағын шул заманса магазинға барып төртөләһең. Бабай менән баҙарға сығып йөрөй алмайбыҙ. Исмаһам, ололарҙы ла уйлап, ҡауын-ҡарбузды шул супермаркет тигән магазинда бүлеп һатһалар булмаймы икән? Бөтә кеше лә уны ҙур килеш алып ҡайта алмай бит. Күрше әбей менән дә шулай һөйләшеп алдыҡ әле. Ярар, уларҙың ейәне ҡунаҡҡа йышыраҡ килә, ауыр әйбер-фәлән алырға булһа, шул рәхмәт төшкөрө баланан ярҙам һорайбыҙ.

Камил СӘҒИТОВ, олатай:
– Миңә хәҙерге заман балаларының көн буйы компьютер төбөндә ултырыуы оҡшап етмәй. Үҙемдең бәләкәй ейәндәр шулай ултырырға өйрәнеп алды хәҙер. Әллә ниндәй уйындар уйнап ни ҡыҙығын табаларҙыр. Кейәү вахта менән Себерҙә эшләй, ә ҡыҙыма әйтһәм, хәҙер бөтә балалар ҙа шулай бит, тип кенә ҡуя. Был балаларҙан ни сығыр икән, тип баш ватам ҡайһы саҡ. Үҫтереүсе уйындар бар тигән булалар, тик барыбер сама булырға тейештер бит инде һәр нәмәлә.
Ундағы йәнһүрәттәрҙе ҡарап, бәләкәй ейәнсәр бөтөнләй русса һөйләшә. Элек ауыл балаларын русса һөйләшергә өйрәтеү бер мәсьәлә була торғайны, хәҙер, кире­һенсә, башҡортсаға өйрәтергә кәрәк. Ауыл урамдарында уйнап йөрөгән балаларҙы күрмәҫһең, сөнки бөтәһе лә компьютер алдында. Ҡала балалары был яҡтан аңлыраҡ булыр ул. Дәрестән ҡайтҡас, төрлө түңәрәктәргә баралар. Тик бына ауылды артабан нимә көтөр, тип борсолам. Заманға яраҡлашабыҙ тип, компьютер балаларын үҫтермәйек.

Гөлфинә, хужабикә:
– Таулы-урманлы яҡта йәшәйбеҙ. Яңыраҡ күршебеҙҙең һыйыры юғалды, әле һаман таба алмайҙар. Ғәҙәттә, айыу-бүре тейә ҡалһа, емтеген булһа ла күреп хәбәр итә торғайны халыҡ. Беҙҙең ауылда көтөү-фәлән юҡ. Ҡураға ингәнсе имен генә йөрөһөн мал тип борсолоп тораһың. Шул хаҡта уйлаған һайын бер-ике йыл элек булған хәлдәр иҫкә төшә. Ул саҡта ауылдағы һәр урамдан әллә нисәмә баш һыйыр малы юғалды. Айыу ҙа ныҡ йөрөнө ул йылда. Әммә хужалар береһе лә тиерлек емтеген тапманы. Айыуҙан бигерәк ике аяҡлы уғрылар­ҙың барлығын һиҙемләне кеше, шулай ҙа артыҡ дау ҡуптарып йөрөмәнеләр. Ә бит урманда туҡтап, машинаға тейәүселәрҙе күргән ауылдан бер ағай. Ҡырын эштәре ҡырҡ йылдан беленер инде ул. Балаларына ғына төшмәһен уғрыларҙың гонаһтары.

Илфат, студент:
– Былтыр ғаилә сәбәптәре арҡаһында Өфөнән республиканың икенсе ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона күсергә тура килде. Тиҙ арала уҡыуға өйрәнеп киттем, әммә икенсе ҡала тәртиптәре, ике ҡала студенттарының ҡараштары айырылыуына иғтибар иттем. Кемделер насарлап әйтергә теләмәйем, әммә бәләкәйҙән үҙ йүнен үҙе күреп өйрәнгән миңә хәл ситен тойолдо. Студент ҡайҙа ла студент тиһәләр ҙә, уларҙың да төрлөһө бар икән. Өфө ҡалаһының тиҙлеге лә кешене үҙ ыңғайына йүгертә, ундағылар уҡыу менән бергә эшләп тә өлгөрә, аҙмы-күпме аҡса туп­лай. Мин яңы уҡырға барған ҡалала тор­мош һәүетемсә, күп студенттар эш­ләр­гә ашыҡмай. Дәрестән йәки түңәрәк­тәр­ҙән һуң ҡайтып, ятаҡ ҡосағына сумалар. Бәлки, уларға өҫтәмә аҡса ла кәрәкмәйҙер, әммә уҡыуҙан һуңғы тормошҡа үҙҙәрен әҙерләү кеүек маҡсат ҡуймауҙары уйландыра. Әлбиттә, барыһы ла түгел, әммә ҙур һәм бәләкәй ҡалала белем алған сту­дент­тарҙың тормош рәүешендә айыр­малыҡ­тарҙы күрергә мөмкин. Осраҡлыҡмы был, әллә даими күренешме?..

Ғәзизә ДӘҮЛИЕВА, ғалимә:
– Мин төрлө ҡалалар буйлап сәйәхәттә йөрөргә яратам. Мөмкинлек булғанда отпуск мәлендә йәки эш буйынса ла барырға тура килә. Иң ­ аптыратҡаны шул: ниңә беҙҙең илдә генә, айырым алғанда, республи­кабыҙҙың баш ҡалаһында баҡса-урамдарҙа тәртип юҡ, ә башҡа ерҙәрҙә – матурлыҡ. Мәҫә­лән, шул уҡ Ҡазанда, Мәскәү ҡала­һында... Ундағы урамдарҙа яңылыш һибелгән йә өйөлөп ятҡан сүп-сарҙы күрмәҫһең. Ә беҙҙә ҡый йыйыла – әллә урамды йыйыштырыусылар юҡмы, әллә ҡыйлауыбыҙ шул дәрәжәләме икән?
Шул уҡ хәл ауылдарҙың тирә-яғында ла ҡабатлана. Ҡайһы ғына районда булманым, үҙәк юл буйындағы ауылдар тирәләй сүп-сар күренмәй, шул хәтлем матур, күңелгә рәхәт. Саҡ ҡына төпкөлгә индеңме – тәртипһеҙлек... Беҙҙең халыҡтың мәҙәни­лек кимәлеме был? Ошо саҡтарҙа ниңә ауыл Советтары эшләмәй икән, тип кенә көйөнөп ҡуяһың. Беҙҙең йәнтөйәк бит ул – тыуған еребеҙ – Башҡортостаныбыҙ. Ә республика үҙебеҙҙән башлана... Ипле өҫтәл менән иртән эскән сәйҙән, йыуып алынған иҙәндән, сүп-сар ташланмаған урамдан...


Вернуться назад