Йөрәк бит ул!07.11.2017
Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан йыл һайын 17 миллиондан ашыу кеше вафат була. Йөрәк ауырыуҙарына һәм инсультҡа килтергән сәбәптәрҙән артериаль гипертензия, ҡанда глюкозаның һәм холестериндың күп булыуын, артыҡ тән ауырлығын атарға була. Бөгөнгө заман кешеһенең сәләмәт тормош алып бармауы, атап әйткәндә, аҙ хәрәкәтләнеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, дөрөҫ туҡланмау, тәмәке тартыу иң мөһим ағзаларҙың береһенә емергес тәьҫир итә.

Медицина хеҙмәткәрҙәре ваҡытында күрелгән иҫкәртеү саралары йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефен кәметә алыуына ышана. Тәү сиратта эш һәм ял тәртибен күҙәтеү мөһим. Тулы ҡиммәтле йоҡо организмдың бөтөн ағзаларының һәм системаларының ваҡытынан алда туҙыуына ҡаршы тора. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн даими рәүештә саф һауала йөрөргә, бәхәсле хәлдәрҙе, стрестарҙы һәм физик көсөргәнеште урап үтергә кәрәк.
Белгестәр дөрөҫ туҡланыуға ла ҙур урын бүлә. Артыҡ тән ауырлығы йөрәккә өҫтәмә көсөргәнеш бирә һәм ишемияға килтерә. Тоҙ, шәкәр, төрлө консерванттар ҡушылған ярымфабрикаттар ҡулланыуҙы кәметеү йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн тик файҙа ғына булыр. Сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп иткән, тәмәкенән һәм алкоголдән баш тартырға саҡырған саралар эшкә һәләтле кешеләр араһында инфаркт һәм инсульт осраҡтарын кәметеүгә һәләтле.
Йөрәк – ҡатмарлы ағза, уны дауалау еңел түгел, шуға ла уның тураһында даими хәстәрлек күрергә кәрәк. Йәш саҡта күнекмәләр эшләргә, урта йәштәрҙә – артыҡ көсөргәнештән һаҡларға, ә олоғайғас, табип етәкселегендә уның төп күрһәткестәрен контролдә тоторға.

Бөтә донъя йөрәк федерацияһы ошо иң мөһим ағзаны һаҡлауҙың дүрт ябай ҡағиҙәһен билдәләне.

l Йортта тәмәке тартмағыҙ, ғаилә ағзаларын тәмәке төтөнөнән азат итегеҙ.
l Дөрөҫ туҡланығыҙ, көн һайын йәшелсә-емеш ашағыҙ, юғары калориялы аҙыҡ-түлектән баш тартығыҙ.
l Нисә йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, физик әүҙемлекте юғалтмағыҙ, телевизор һәм компьютер алдында аҙыраҡ ултырығыҙ.
l Даими рәүештә һаулығығыҙҙы тикшереп тороғоҙ.


Вернуться назад