Ғүмерҙе нисек оҙайтырға?07.11.2017
Сәләмәт йәшәү рәүеше күңел төшөнкөлөгө кисергән осраҡтарҙа үҙеңде яҡшы тойорға мөмкинлек бирә. Ул әүҙемлегеңде һәм һаулығыңды һаҡлап, оҙон ғүмер кисереүгә булышлыҡ итә. Организмда ныҡлыҡ запасы шул тиклем күп, әммә сәләмәтлегеңә һаҡсыл ҡарамағанда, уның бөтөүе ихтимал.

Беренсенән, дөрөҫ туҡланырға. Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡ нигеҙе. Икенсеһе – физик әүҙемлек. Хәрәкәт итеү – сәләмәтлеккә ҙур аҙым. Өсөнсөнән, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартырға кәрәк. Күп йәштәр тәмәке тартыу, эскелек арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан вафат була. Миллиондарса кеше наркотиктарҙан үлә, тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан яман шештән яфалана. Әгәр һеҙ ошо зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартырға уйламайһығыҙ икән, сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

Барығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ:

3 Ваҡытында йоҡларға ятырға һәм уянырға. Йоҡо организмға көс бирә, яңы көнгә әҙерләнергә булышлыҡ итә.
3 Үҙ алдығыҙға үтәлерлек маҡсаттар ҡуйып, аҙналыҡ көн тәртибе төҙөгөҙ.
3 Иртәнге гимнастика эшләгеҙ.
3 Туҡланыу тәртибен күҙәтегеҙ, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға тырышығыҙ.
3 Уңышһыҙлыҡтарға көйөнмәгеҙ. Файҙаһыҙ һәм зыянлы кәңәштәргә әһәмиәт бирмәгеҙ.


Вернуться назад