Уйлашайыҡ әле, йәмәғәт17.04.2012
Бөйөк Ватан һуғышы батыры генерал М. Шайморатовҡа үҙ ваҡытында Советтар Союзы Геройы исемен бирмәүҙәре бөгөн дә йәмәғәтселекте битараф ҡалдырмай. Ғәҙелһеҙлек ул саҡта әлегегә ҡарағанда ла аяуһыҙыраҡ булған. “Советтар Союзы” тигән ҙур илдең исеме лә, есеме лә ҡалмаған ваҡытта халыҡ батырына “Рәсәй Геройы” исемен юллау, талап итеү — тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял, тип уйлайым.
Ҡәҙерле милләттәштәр! Аҙ ғына тынысланып, яңы ғына баштан үткәндәрҙе хәтергә төшөрәйек әле. Илгә Ельцин етәкселек иткән осорҙа Чечнялағы ҡыҙыу бәрелештәрҙә ҡатнашҡан күпме намыҫлы офицер, хатта бер нисә генерал ошо оло награданан баш тартты. Ул саҡтағы ил Президентының ҡәнәғәтһеҙлеген күҙ алдына килтергәнһегеҙҙер, моғайын. Хөрмәт иткән, телебеҙҙән төшмәгән батырыбыҙға намыҫлы офицерҙар баш тартҡан награданы юллап, дөрөҫ эшләйбеҙме икән? Хатта генерал М. Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен биреү тураһында указ сыҡһа ла, был илаған баланы йыуатыу һымаҡ ҡына буласаҡ. Ысын мәғәнәһендәге халыҡ улының рухы был бүләкте һис тә ҡабул итмәҫ, тип уйлайым. Уның дивизияһында геройҙар былай ҙа һуш китерлек күп бит. Ошо хәл үҙе үк — генералдың ҡаһарманлығына сағыу миҫал, мәҙхиә!
Минеңсә, батырыбыҙға исем юллап, йөҙ һыуыбыҙҙы түгеп, Мәскәүгә ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеүҙән ваз кисергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, бөтөн йыйылған ҡултамғаларҙы үҙебеҙҙең Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың ҡулына тапшырайыҡ. Мәскәүҙең ҡатнашлығынан башҡа ла милли батырыбыҙ рухына хөрмәтебеҙҙе күрһәтә, уның яҡты хәтерен яңырта алабыҙ. Мәҫәлән, мин, ҡулымдан килһә, атта елгән генералдың һәйкәлен таштан ҡойоп, халыҡ күп йөрөгән иҫтәлекле урынға ҡуйыр инем. Батырыбыҙҙы республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены менән баһалау ҙа урынлы булыр. Ғөмүмән, шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ изге эште үҙебеҙ ҙә башҡара алабыҙ.
Әсләм АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе.


Вернуться назад