Ошо көндәрҙә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары асыҡланды. Премия “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабы өсөн Алмас Шаммасовҡа, “Хыялға ҡаршы” спектаклен юғары профессиональ кимәлдә ҡуйған һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалаған өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов составындағы ижади коллективҡа, хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Алһыу Хәсбиуллинаға тапшырылды.
Быйыл йәштәр премияһына 15 эш дәғүә итте, шуларҙың 10-һы — сәнғәт, дүртеһе — әҙәбиәт, береһе архитектура өлкәһенә ҡағылды. Комиссия фекер алышыу һөҙөмтәһендә ун эште конкурста ҡатнаштырырға ҡарар итте.