Тәбиғәтте бысратһаң, минең хоҡуҡты боҙаһың01.11.2017
Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында тирә-яҡ мөхитте бысратыуға ҡаршы ҡануниәт талаптарының үтәлешен тикшереүгә арналған асыҡ тыңлау үтте. Уны министр урынбаҫары Филүс Яхин алып барҙы.


Һүҙ, нигеҙҙә, һуңғы туғыҙ айҙа министрлыҡ белгестәренең экология ҡануниәтен күҙәтеү буйынса ниндәй эш башҡарыуы һәм уның һөҙөмтәлелеге хаҡында барҙы. Министрлыҡтың экологик хәүеф­һеҙлек бүлегенең сектор мөдире, төп телмәр менән сығыш яһаған Рөстәм Кәримовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән айҙарҙа тәбиғәт тураһындағы ҡануниәтте боҙоуҙың өс меңгә яҡын осрағы теркәлгән. Шуларҙың 68 проценты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡайтып ҡала. Уныһын күреп торабыҙ: сүп-сарҙы ҡайҙа ғына ташламай ғәмһеҙ әҙәмдәр, айырыуса баҡсасылыҡ йәмғиәттәре янында ҡалдыҡ­тарҙың өйөм-өйөм булып ятҡанын осратаһың. Хатта сүп өсөн контей­нер булған хәлдә лә, унда хәтлем барырға йыбаналар һәм автомобиль тәҙрәһенән ырғытып китәләр.
Хәйер, тәбиғәткә ҡарата рәхим­һеҙ­лек юл буйын һәм йорттар тирәһен сүпләгән кешеләргә генә түгел, йыш ҡына предприя­тие­ларға ла ҡағыла. Министрлыҡтың Өфө территориаль идаралығы етәксеһе Әлфиә Әбйәлилова, мәҫәлән, баш ҡалалағы бер предприятиены атаны: ул үҙ отчетында тәбиғәтте бысратҡан ете генә сығанаҡты күрһәткән, ә предприятие буйлап тикшерә башлағас, белгестәр бындай сығанаҡтарҙың 71 булыуын асыҡлаған. Тәбиғәтте бысратыу дәрәжәһе буйынса предприятиелар һәм ойошмалар дүрт категорияға бүленә, экология буйынса түләүҙәр ҙә шуға бәйле. Әммә министрлыҡҡа был категорияны түбәнәйтеүҙе һораған мөрәжәғәттәр йыш килә икән.
Министрлыҡтың Өфө яны территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Мифтахов үҙ сығышында раҫлағанса, ҡалдыҡ­тар менән эш итеү торған һайын көнүҙәгерәк була бара, белгестәр йыл дауамында күп тикшереү үткәрә, рейдтарға сыға... Ул йыш ҡына айырым граждандарҙың тәбиғәтте бысратҡан кешеләрҙең автомобилен фотоға йәки видеоға төшөрөп алыуы һәм министр­лыҡҡа йәки автоинспекцияға ебәреүе, артабан был тәртипһеҙ ҡыланыусыларға штраф һалыу өсөн нигеҙ булыуы тураһында һөйләне.
– Тәбиғәт тураһындағы ҡану­ниәтте боҙоу, дөйөм алғанда, кәмей, быға даими үткәргән семинарҙар һәм аңлатыу, иҫкәртеү саралары ла булышлыҡ итмәй ҡалмай, – тине Филүс Флүр улы. – Министрлыҡ был өлкәләге үҙгәрештәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмай.



Вернуться назад