30 октябрь – Золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. 1937 йылдың октябрендә Башҡортостан Өлкә комитетының ВКП(б) III пленум ҡарары менән илебеҙҙең партия һәм совет етәкселеге ҡулға алына һәм атыла. Тап ошо йылдар Башҡортостанда башланған золом ваҡиғаларының иң бейек нөктәһе тип билдәләнелә. Өҫтән ебәрелгән күрһәтмә буйынса, төрлө сәбәптәр менән хөкөм ителгәндәргә “халыҡ дошманы” тигән исем тағыла. 1926 йылдан алып 1953 йылдар арауығында илебеҙҙә дәүләт, йәмәғәт, дин эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, фән, сәнәғәт, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алына һәм бик күптәренең яҙмышы фажиғәле тамамлана.
Яңыраҡ республиканың Милли архивында золом йылдарында хөкөм ителгәндәрҙең иҫтәлегенә “Оноторға хаҡыбыҙ юҡ” тип аталған күргәҙмә асылды.
– Билдәле булыуынса, 1929 – 1953 йылдарҙа беҙҙең республиканан ғына илле мең самаһы кеше хөкөм ителә. Ә бөтә ил буйынса ғәйепһеҙҙәр һаны миллиондар иҫәбендә. Был йылдарҙы сағылдырған документтарҙың күпселек өлөшө Милли архивта һаҡлана. Фажиғәле йылдарҙа хөкөм ителгәндәргә бағышланған китапта туған-таныштарығыҙҙың исемдәрен дә күрә алаһығыҙ. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөгөнгө күргәҙмә тарихсылар, уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар өсөн дә фәһемле булыр тип уйлайым, – тине Милли архивтың директор урынбаҫары Нияз Сәлимов.
Сара барышында ауыр йылдарҙың ҡурҡыныс эҙемтәләрен сағылдырған видеофильм күрһәтелде.
Күргәҙмәлә Башҡорт АССР-ы партия органдары архив фондтарынан алынған документтар – 1937 – 1938-се ҡанлы йылдарҙа хөкөм ителгән ватандаштарыбыҙҙың шәхси эштәре, сәйәси золом ваҡиғаларын сағылдырған башҡа төрлө архив документтар, тарихсыларҙың һәм архив хеҙмәткәрҙәренең мәҡәләләре, китаптар урын алған. Материалдар тоталитар режим сәйәсәте ваҡиғаларын, репрессия йылдарының төп йүнәлештәрен, сит илдәр менән бәйләнеш тотоуҙа ғәйепләнгәндәрҙең аяныслы яҙмыштарын күҙ алдына баҫтыра.
Күргәҙмә 25 декабргә тиклем эшләйәсәк. Материалдар менән Архив эштәре буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында ла танышырға мөмкин.