Башҡортостан беҙҙән башлана...01.11.2017
Башҡортостан беҙҙән башлана...Хөрмәтле милләттәштәр!
Һеҙҙе 3 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Конгресс-холл бинаһында, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилей кисәһендә, көтөп ҡалабыҙ.
Матбуғат байрамында “Дарман” балалар бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры коллективы, билдәле йырсылар Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Баязит Байназаров, Алһыу Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнет­динов һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашасаҡ. Фойела этно-йәрминкә, китап сауҙаһы ойоштороласаҡ. Шулай уҡ һеҙҙе лотерея уйыны, ҡиммәтле бүләктәр көтә. Ошонда уҡ гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа ойоштороласаҡ.
Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!


Вернуться назад