Тыйнаҡлыҡҡа ни етә?17.04.2012
Халыҡтың ижтимағи йәһәттән әүҙемләшеүе — ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, милләттәштәребеҙ менән ватандаштарыбыҙҙы донъяның мәңге бөтмәҫ мәшәҡәттәре генә үҙ өйөрмәһендә тотмай икән. Тормош бөгә, һындыра тигәндә лә асмандағы йондоҙҙарға баш ҡалҡытып күҙ һалыу һәләтен юғалтмаһаҡ, Шәриф Бикҡол ағай әйтмешләй, әле йәшәйбеҙ икән.
Ил хәстәре менән йәшәү, ғәм эштәрен йөрәгеңә яҡын алыу — кеше булмышының яҡты яғылыр. Ләкин ҡайһы бер ғәмәлдәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен һәм уларҙың нигеҙендә ниндәй маҡсаттар ятыуын аңлауы ғына ситен. Был осраҡта мин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал Миңлеғәле Шайморатов шәхесе тирәләй һуңғы мәлдә ҡупҡан ығы-зығыны күҙ уңында тотам. Әйткәндәй, 1942 йылдың 17 апрелендә, йәғни етмеш йыл элек, дивизия фронтҡа ҡарай юлға сыҡҡан һәм 1 майға тәғәйенләнгән урынына килеп тә еткән.
Хәйер, дивизияның һәр аҙымы тәфсилләп өйрәнелгән һәм бөгөн килеп уның тарихы сәхифәләрен йәнә ҡыштырлатып ултырыу кәрәкме икән? 1943 йылдың 6 февралендә кавдивизияның Луганщинала дошман тылын айҡап рейдҡа сығыуы, һигеҙ көн үтеүгә, батырлыҡ өлгөһө өсөн, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип атала башлауы һәм тағы туғыҙ көндән генералдың һәләк булыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Шайморатовтың да, Александр Матросовтың да бер көндә, хәҙер Ватанды һаҡлаусылар көнө тип йөрөтөлгән 23 февралдә, яугирлектән әруахлыҡҡа күсеүен осраҡлы хәл тип аңлағанда ла, юғарынан бирелеүсе тәҡдирҙең булыуына ышанып ҡуяһың.
Бөйөк Ватан һуғышы темаһы минең өсөн һәр саҡ изге, ифрат итәғәтле мәнәсәбәтте талап итеүсе өлкә булды. Уның тарихын ҡабат-ҡабат яҙырға, ваҡиғалар айышын үҙҙәре аңлағанса ғына бороп ебәрергә әүәҫ кешеләр хайран күп. Рейхстаг көмбәҙен ҡыҙыл әләм ялҡынына күмгәнгә ете тиҫтә йыл булып бара, тик һаман тыныслана алмайбыҙ. Йөрөйбөҙ-йөрөйбөҙ ҙә йәнә бәхәс ҡуйыртып ебәрәбеҙ. Бәхәстең ҡыҙыулығы, уйлап еткерелмәгән фекер дәлилләнгән мәсьәләгә лә урынһыҙ ярһыулыҡ бирә, ул хатта сәйәси, милли төҫ ала башлай. Рейхстаг түбәһенә әләм элеүсе тәүге төркөмдә Мишкә районының Янағаш ауылы егете Ғәзи Заһитов та булған. Ҡыҙыл Байраҡ ордены — ошо батырлыҡҡа баһа. Кәм-хур күрерлек тә баһа түгел. Заһитов ағай тураһында “Родина” тип аталған Рәсәй тарихи журналының 2005 йылғы апрель һанында яҙып та сыҡҡайным.
Быны сурытыуымдың сәбәбе шунан: Ғәзи Заһитовҡа, ул мәрхүм булғас, Советтар Союзы Геройы исемен юллау әленән-әле күтәрелеп торҙо. Һәм, ахыр килеп, һикһәненсе йылдар аҙағында СССР-ҙың халыҡ депутаты булып йөрөгән Сажи Умалатова атлы ханым “СССР өсөн” тигән хәрәкәт йөҙөнән беҙҙең яҡташҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында указ сығарған, изге яуға һәм ҡаһарман яугиргә ҡағылған осраҡта мәрәкәгә урын юҡ, әммә кемдеңдер, әлеге “документты” ысынға алып, Мәскәүгә барып йөрөүе бер булһа, яҡташтарының да шул ялғанға ышаныуы ғәжәпләндергәйне.
Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен юллау, минеңсә, етди дәлилдәргә нигеҙләнеү урынына, сәйәси кампания рәүешендә, аҡылдан хисте өҫтөн ҡуйып алып барыла. Өлкән кешеләр өсөн дә айышына төшөнөү ауыр булған ғәмәлгә бала-сағаны йәлеп итеү ҙә урынһыҙҙыр. Һәр хәлдә, патриотизм экзальтация төҫөн алырға тейеш түгел. Мәғлүмдер, яугирҙәребеҙ ут эсенә шанлы исем, звание, наградалар өсөн инмәгән. Ғөмүмән, орден-миҙалды һорап алыу — әҙәпһеҙлек, бүләкләү-бүләкләмәү мәсьәләһе — башкөллө дәүләт ҡулында һәм был юҫыҡта ҡәтғи ҡағиҙәләр бар. Унан һуң, һуғыш ветерандарының холоҡ-фиғелен белгән кешеләр раҫлар: исеме, иҫтәлеге тирәһендә хәҙер барған ыбыр-сыбырҙы генерал үҙе хушһыныр инеме икән?
Әллә баяғы ығы-зығы ғәләмәтеме, Шайморатов һәм ул етәкселек иткән дивизия яҙмышы тураһында ҡолаҡҡа ятмаҫ, аңға һыймаҫ фаразлауҙар килеп сыға. “Башҡортостан”дың 22 март һанында Рифат Әхмәҙиев атлы офицер, “Шайморатовты кем үлемгә ебәргән?” тип хәтәр һорау ҡуя. Был шәхси фекерҙәге геройлыҡ исемен юллауҙың юридик яҡтан нигеҙе бушаҡ булыуы менән ризалашҡан хәлдә лә, Шайморатовты Андрей Власов менән бәйләү, бында Сталиндың “мәкерле” ҡулын күреү — самаһыҙ фантазия. Беренсенән, кавдивизияның (корпус түгел) рейды — һуғыштағы ғәҙәти ғәскәри операция һәм унда сәйәси эҙ табыу мөмкин түгел. Әгәр Юғары башкомандующий ошондай шикле эштәр менән мәшғүл булһа, ғөмүмән, һуғыш барышына кем етәкселек итер ине икән?
Шуны ла өҫтәйек: йырҙа әйтелгәнсә, “бәйге түгел, яу ҡырҙары” һәм һуғыш ҡорбандарһыҙ булмай. Башҡортостанда тупланған 112-се, 113-сө кавалерия дивизиялары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында барлыҡҡа килгән бер-ике милли формирование ғына түгел. Алим Кешоковтың ҡабарҙа кавалерия дивизияһының фажиғәле яҙмышына арналған “Һынған даға” (“Сломанная подкова”) тигән романы бар. Әгәр яу яланындағы алыш сәйәсмәндәр ҡушҡанса, штабтарҙа һыҙылған план буйынса ғына барһа... Әйҙәгеҙ, халыҡтың: “Бар белгәнеңде һөйләмә, нимә һөйләгәнеңде бел”, — тип әйткәнен тотайыҡ та Мостай Кәрим ағайҙың: “Ҡыҙынмайыҡ батҡан ҡояшҡа беҙ, /Мауыҡмайыҡ үткән эш менән...” — тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. Тынысланайыҡ, ниһайәт.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад