Алыҫтағы йондоҙ яҡтыһы ғына түгел01.11.2017
Алыҫтағы йондоҙ яҡтыһы ғына түгелКүренекле яҙыусы, ғүмеренең күп йылдарын Үзбәкстанда үткәргән Йәүҙәт Хәсән улы Ильясов 1929 йылда Йәрмәкәй районының Исламбаҡты ауылында тыуған. Ауылға Ҡыр-Йылан ырыуы башҡорто Исламбаҡты Аҙнағолов 1742 йылда нигеҙ һала. Ул Абдулла ауылы кешеһе була. Исламбаҡты халҡы ревизия документтарында аҫаба башҡорт тип күрһәтелә.


Йәүҙәттең атаһы Хәсән ағай Ильясов менән әсәһе Сәйҙикамал Хисаметдинова Белорет металлургия комбинаты төҙөлөшөндә эшләгән осорҙа өйләнешә. Сәйҙикамал апай Исламбаҡтыға ҡайта, Йәүҙәт ауылда донъяға килә. Оҙаҡламай Хәсән ағай ғаиләһен Белоретҡа кире алып китергә тип ҡайта, әммә йәш ҡатын яңынан унда барыуҙан баш тарта. Хәсән ағайҙың комбинат төҙөлөшөнә ҡайтмай хәле юҡ, юҡһа уға лагерға оҙатылыу хәүефе янай. Хәйер, ул заманда Белорет лагерҙан аҙ айырыла – халыҡ күпләп ҡырыла. Сәйҙикамал апай бик ҡыйыу аҙымға баҙнат итә: улын алып, Үзбәкстанға китә. Оҙаҡламай унда икмәк бешереүсе үзбәк, ярайһы уҡ хәлле кеше Али Закиров менән яңы ғаилә ҡора.
Башҡорт дворяндары – бөлгөнлөккә төшкән “сабаталы мырҙалар” нәҫеленән сыҡҡан Сәйҙикамал бик уҡымышлы була, Ғабдулла Туҡайҙың байтаҡ шиғыр­ҙарын, шул замандағы драматургтарҙың әҫәрҙәрен яттан белә. Минең атайым Вәхит Гәрәев менән ауыл клубы сәхнәһендә Кәрим Тинчуриндың “Һүнгән йондоҙҙар” әҫәрен, башҡа пьесаларҙы ҡуялар, концерттар әҙерләйҙәр.
Йәүҙәт биш йәшендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Үзбәкстанда мәктәп тамамлағас, Белоретҡа килеп, педагогия училищеһына уҡырға инә. Йәйҙәрен Исламбаҡтыла булып, мәктәп китапхана­һынан, уҡытыусылар Гәүһәр апай һәм Иҙрис ағай Ноғомановтарҙан тарихи китаптар алып уҡый торғайны.
Йәүҙәттең һөйләүенсә, улар Үз­бәкстандың Ташкент өлкәһендә Янгиюль ҡалаһы эргәһендәге совхозда, һуғыш осоронда Зеравшан янындағы икенсе совхозда йәшәй. Йәүҙәт ат көтөп, трак­торҙа эшләп өлгөрә. Али ағай Закиров фронттан ҡайтҡас, уның менән яңынан икмәк бешереү эшенә тотоналар.
Белоретта уҡыған сағында уҡ Йәүҙәт тәүге романы өҫтөндә эшләй башлай. Беренсе шиғырҙары, очерктары 1949 йылда “Белорецкий рабочий”, “Ленинец” гәзиттәрендә донъя күрә.
1952 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм “Ленинец”та әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. Ошо осорҙа Ҡадир Даян менән танышып, уның балалар өсөн яҙған “Бүләк” китабын, байтаҡ шиғырҙарын урыҫсаға тәржемәләй. Яҡташы һәм тиҫтере, Исламбаҡты егете, композитор Наил Ғөбәйҙуллин Ҡадир Даяндың шиғырҙарына йырҙар һәм романстар яҙа. Йәүҙәт Ильясов Наил Ғөбәйҙуллин, Өфөләге башҡа компо­зиторҙар менән аралашҡанда, йыш ҡына опера һәм балет әҫәрҙәренә либретто яҙырға ниәтләнеүе тураһында белдерә, шул темаларға ҙур проза әҫәрҙәре ижад итеүе тураһында мауығып һөйләй.
Уның 1948 йылда уҡ яҙа башлаған “Нәфрәт һуҡмағы” (“Тропа гнева”) тарихи романы 1956 йылда Ташкентта “Звезда Востока” журналында донъя күрә. Уға “Ташкентская правда” гәзитендә эшләгән яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, аҙаҡ 1962 – 1994 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортос­тан”) гәзите хеҙмәткәре Фәтих Саҙри улы Абдуллин ныҡ ярҙам итә. Йәүҙәт Ильясов Ташкентҡа күсеп китә һәм “Ташкентская правда”ла әҙәбиәт бүлегендә эшләй башлай. Ул редакцияла Фәтих Абдуллин менән бер бүлмәлә ултыра. Аҙаҡ “Звезда Востока” журналына күсә.
Йәүҙәт Ильясовтың Ташкентта йәшәгән һәм ижад иткән йылдары бик уңышлы була. Бер-бер артлы “Тропа гнева” (1956), “Согдиана” (1959), “Пятнистая смерть” (1964), “Черная вдова” (1966), “Золотой истукан” (1973), “Месть Анахиты” (1984), “Заклинатель змей” (1979), “Башня молчания” (1982) романдары һәм повестары донъя күреп, китаптарының дөйөм тиражы 23 миллион дананан артып китә. Әҫәрҙәре үзбәк, литва, словак, тажик, ҡарағалпаҡ, татар телдәренә тәржемә ителгән.
Йәүҙәт Ильясов ижадының бер бик мөһим һәм фәһемле үҙенсәлеге – уның төрлө жанрҙарға мөрәжәғәт итеп, әҫәрҙәрен опера, балет, кинематография аша ла халыҡҡа еткерергә тырышыуында. Ул 1964 йылда уҡ режиссер Рауил Батыров менән танышып, “Канатоходцы” нәфис фильмының сценарийын тәҡдим итә. Фильм титрҙарында сценарий авторҙары тип ике кеше күрһәтелә: Йәүҙәт Ильясов һәм Пулатжан Ташкенбаев. Сценарийҙы Йәүҙәт Хәсән улы бер үҙе яҙа, ә авторҙашы тип күрһәтелгән кеше – цирк артистары Ташкенбаевтар династияһы вәкиле, ул Ильясовҡа сюжет өсөн кәрәкле байтаҡ мәғлүмәт бирә.
1959 йылда нәшер ителгән “Согдиана” романында төркиҙәрҙең берләшеп, Искәндәр (Александр Македонский) яуына ҡаршы көрәшкә күтәрелеүе тасуирлана. Роман нигеҙендә композитор Икрам Әкбәров “Согдиана барсы” (урыҫ афишаларҙа – “Леопард из Согдианы”) операһын ижад итә. Либреттоһын Йәүҙәт Ильясов менән Батыр Закиров яҙа, әммә аҙаҡ афишаларҙа һуңғы исем-шәриф кенә ҡалдырыла. Операның премьераһы 1977 йылда булып, 2004 йылда ул яңы редакцияла ҡуйыла һәм әлегәсә сәхнәнән төшмәй. Ильясовтың исем-фамилияһы был юлы ла иҫкә алынмай.
Шул уҡ хәл 1964 йылда яҙылған “Тимгелле үлем” (“Пятнистая смерть”) әҫәре менән ҡабатлана. Унда Туранда йәшәгән сак халҡының Томирис (Томруз) исемле юлбашсы ҡатын етәкселегендә фарсы батшаһы Куруш (Кир) ғәскәрен ҡыйратыуын тасуирлай. Әҫәр нигеҙендә композитор Улугбек Мусаев “Томирис” балетын ижад итә. Либреттоһын Йәүҙәт Ильясов үҙе яҙып бирә. 2016 йылда балеттың яңы версияһы донъя күрә. 1987 йылда “Үзбәкфильм” киносту­дияһында “Томирис” фильмы төшөрөлә. Балет афишаларына ла, фильм титрҙарына ла Ильясовтың исем-фамилияһы индерелмәй. Әҙиптең тормош иптәше Анна Яковлевна Мигловец был хәлгә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, уға бөтөнләй иғтибар итмәйҙәр.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Йәүҙәт Ильясов бөйөк шағир, математик, ас-троном Омар Хайямға арналған “Йылан арбаусы” (“Заклинатель змей”) һәм “Тынлыҡ манараһы” (“Башня молчания”) әҫәрҙәренең дауамын яҙа – ул яңы әйбер бөйөк шәхескә арналған ҙур трилогияның өсөнсө өлөшөн тәшкил итергә тейеш була. Әҙип был әҫәрен тамамлап өлгөрмәй – 1982 йылдың 19 июлендә фажиғәле рәүештә һәләк була.
Оҙаҡламай, 2019 йылдың башында күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы Йәүҙәт Ильясовтың тыуыуына 90 йыл туласаҡ. Һуңғы осорҙа әҙиптең әҫәрҙәре киң таралып, популярлаша бара. Минеңсә, Йәүҙәт Хәсән улының юбилейы алдынан әҫәрҙәрен Тыуған илендә, йәғни Башҡортостанда ижад итеү үҙебеҙ өсөн оло мәртәбә, был эшкә баҙнат итеп тотонғандар өсөн бик ҙур мәрхәбә булыр ине.

Рифмир ГӘРӘЕВ.


Вернуться назад