Яланаяҡ көтөү көтөп, нужа һурпаһы эсеп...01.11.2017
Яланаяҡ көтөү көтөп, нужа һурпаһы эсеп...Байгилде Янбулатов Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Йәш ярым ғына сағында – әсәһе, биш йәше тулғанда атаһы мәрхүм булып ҡуя. Үкһеҙ етем ҡалған балаға ағай-энеһенең, ауылдаштарының тупһаһын байтаҡ тапарға тура килә, аслығын да, яланғаслығын да кисерә. Һөйәктәре лә нығынып бөтмәгән үҫмер колхоздың төрлө эшен башҡара, яланаяҡ көтөү ҙә көтә.
1946 йылда миһырбанлы кешеләрҙең тырыш­лығы менән ул балалар йортона эләгә. Һуғыштан һуңғы осорҙа унда ла еңелдән булмай. Туғыҙ йәше тулғанда Байгилде мәктәбендә белем алыу бәхете тейә. 1951 йылдың көҙөндә “Минең бер кемем дә юҡ”, тип уйлап йөрөгән балаға бер ҡатын килеп: “Башҡорт Бармағы ауылында бер туған апайың йәшәй бит”, — тип әйткәс, иртәгәһенә үк балалар йортонан ҡасып китеп, апаһын эҙләп таба.
Ауылда башланғыс ҡына мәктәп булыу сәбәпле, ул йылда уҡыуын дауам итә алмай. Күреп кенә китергә уйлаған ниәте лә барып сыҡмай. Үпкә ауырыуынан яфаланған еҙнәһе үлеп китеү сәбәпле, ауырлы апаһына ярҙам кәрәк була. Күп тә үтмәй, игеҙәктәр тыуа, тик уларҙың һыңары мәрхүм була. Тормош, бәлки, еңеләйер тип, ғаилә Аҡдәүләт ауылына күсеп ҡайта. Әммә унда ла бәләкәй генә ҡумыртайҙа көн күрергә тура килә.
Үҫмер йәй буйы колхоз эшендә йөрөй. Һуңынан ул Байыш урта мәктәбенә йөрөп уҡыуын дауам итә. Ял көндәрендә балыҡ тотоп йә берәйһенә утын ярып тамаҡ аҫрай. Апаһы күсеп киткәс, Яңыбай мәктәбендә лә уҡый. 1955 йылда ете йыллыҡ белем усағын яҡшы билдәләргә тамамлай. “Мәрхәмәтле кешеләр осрамаһа, Хоҙай үҙе ярлыҡамаһа, мин был көнгә тиклем килеп етә алмаҫ инем”, — тип хәтерләй ул үҙенең ауыр бала сағын.
Үҫмергә Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа йүнәлтмә бирәләр, бындағы өс йыл уға ожмахтай булып тойола. 1958 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас та, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тик бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә матди ярҙам күрмәгәс, бында ла тормош еңелдән булмай. Бирелеп, күңел һалып белем серҙәрен өйрәнеү урынына күберәк тамаҡ туйҙырыу тураһында уйларға тура килә. Тимер юл станция­һында вагон бушата йә магазинға тауар ташып, аҡса таба. Йәйге каникулдарын да эшләп үткәрә.
Шулай итеп, ҙур тырышлыҡ менән егет 1963 йылда университетты тамамлай һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Бында ике йыл урыҫ теленән белем биргәс, райондың “Хеҙмәткә дан” гәзитенә эшкә күсә, тәүҙә тәржемәсе, һуңынан яуаплы секретарь, мөхәррирҙең тәржемә буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1975 йылда Байгилде Йәнтүрә улы ғаиләһе менән Учалы ҡалаһына күсеп килә. Әйткәндәй, ул — Учалы кейәүе. Ҡатыны Мәрйәм – Йәндек ауылы ҡыҙы. Уның менән икенсе курста уҡыға­нында таныша. Бер көн шулай гел үҙе менән йөрөткән мандолинаһында бейеү көйөн уйнап ебәрә. Шул мәл осоп-ҡунып, саҡырыуҙы ла көтмәй, күҙҙәре янып торған бер сибәр ҡыҙ бейергә төшә. Беренсе курс ҡыҙына тәү күреүҙән ғашиҡ була егет. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1962 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй.
Илле биш йыл бергә, иңгә-иң терәп йәшәй Янбулатовтар. “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы юҡҡа тапшырылмаған уларға. Мөхәббәт емештәре – өс бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Рәйлә, ата-әсә­һенең һөнәрен дауам итеп, Когалымда бала­ларға белем бирә, улдары Руслан Себерҙә водитель булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ринаттарының ғына ғүмере ҡыҫҡа була.
Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы 45 йыл ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға арнаны, шуның 33 йылында Учалы ҡалаһының 3-сө гимназияһында эшләне. Юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф отличнигы ул. Оҫта хужабикә, тормош иптәшенең таянысы ғына түгел, ул сығарған йырҙарҙы сәхнәлә башҡарыусы ла.
Райондың “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә эшлә­гәнендә Байгилде Янбулатов тәржемәне яйға һалыуға, редакция эргәһендә әҙәби түңәрәк эшен йәнләндереүгә күп көс һала. Учалыла яҙыусылар ойошмаһының барлыҡҡа килеүендә, айырым башҡорт гәзитенең сыға башлауында уның хеҙмәт өлөшө ҙур. “Яйыҡ” гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул.
Байгилде Йәнтүрә улы – Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Әле лә ойошмаға килгән барлыҡ ҡулъяҙмалар уның ҡулынан үтә. Үҙе студент йылдарынан алып шиғырҙар, хикәйә­ләр ижад итә. Уның “Йырғанаҡ” исемле шиғырҙар йыйынтығы “Китап” нәшриәтендә, “Көҙгө ташҡын” китабына индерелеп, 1997 йылда донъя күрҙе. Бынан тыш, үҙнәшер юлы менән “Күңел – даръя”, “Тыуған яҡта”, “Бағышлауҙар”, “Килде заман”, “Йырғанаҡ” исемле китаптары сыҡты. Әйткәндәй, һуңғыһы шағирә Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияға лайыҡ булды.
Байгилде Янбулатовтың шиғырҙары күңелгә ятышлы, күбеһе йырға тартым. Ул көйҙәр ҙә сығара, үҙе уларҙы мандолинала уйнап, халыҡҡа йырлап ишеттерә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Хазина” фольклор төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһына әйләнде. Уға ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән “Йырау Байгилде” исеме бирелде.

Учалы ҡалаһы.


Вернуться назад