Матбуғат үҫә01.11.2017
Матбуғат үҫәГазета һәм журналдар
1937 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостанда ете өлкә газетаһы булып, 1936 йылда уларҙың дөйөм йыллыҡ тиражы 25.395.465 дана тәшкил итте.
Бынан башҡа йәнә республикала 73 район газетаһы сыға, уларҙың йыллыҡ тиражы 14.046.668 дана. Башҡортостанда беренсе район газетаһы 1929 йылда сыға башланы. Хәҙерге көндә Башҡортостанда һигеҙ өлкә журналы сыға. Совхоз һәм политбүлек газеталары 29 булып, уларҙың тиражы 812.815 дана. Колхоз һәм предприятиеларҙа 26 газета сыға. Уларҙың тиражы 1.051.996 дана.


Китаптар
1936 йылда Башгиз 1.563 мең дана тираж менән 242 исемдәге китапты баҫып сығарған. Шуларҙан 205 исемдәге китап башҡорт телендә, ун исемдәге китап татар телендә, 15 исемдәге китап сыуаш һәм мари телдәрендә, 12 исемдәге китап рус телендә сығарылған.
1937 йыл планы буйынса 284 исемдә китап сығарыу билдәләнде. Шуларҙан 239 исемдәге китап башҡорт телендә сығарыласаҡ. Быйыл сығарыла торған китап продукцияһының дөйөм тиражы 1.865 мең дана тәшкил итә. Быйыл беренсе тапҡыр 32 исемдә оборона әҙәбиәте сығарыласаҡ.
1937 йылдың 1-се кварталында Башгосиздат 423 мең тираж менән 54 исемдәге китапты баҫып сығарҙы инде.
Быйыл ВКП(б) Өлкә Комитеты эргәһендәге Ленин комиссияһы тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән түбәндәге брошюралар баҫылып сыҡтылар: “ССР Союзының Конституцияһы проекты тураһында иптәш Сталиндың Советтарҙың бөтә Союз ғәҙәттән тыш 8-се съезындағы доклады”, “Иптәш Сталиндың УК ның февраль Пленумында яһаған доклады һәм һөҙөмтәләү һүҙе”, “СССР Конституцияһы”, “РСФСР Конституцияһы”, “Ленин тураһында Сталин” һәм Лениндың “Йәштәр союзының бурыстары” тигән брошюраһы.
Ошо көндәрҙә иптәш Сталиндың “Ленинизм нигеҙҙәре тураһында”, “Ленинизм мәсьәләләренә ҡарата”, “ВКП (б)-лағы уң тайпылыш тураһында” тигән әҫәрҙәре баҫылып сығалар. 1 июнгә иптәш Сталиндың “Ленинизм мәсьәләләре” тигән китабы баҫылып сығасаҡ.
Ленин-Сталиндың бер томдағы әҫәрҙәренең редакцияһы тамамланған һәм баҫырға әҙерләнгән, шулай уҡ Лениндың 2 томлы әҫәрҙәренең беренсе томының тәржемәһе тамамланған һәм Лениндың һайланма әҫәрҙәренең 2-се томы тәржемә ителә башлаған.

Полиграфия базаһы

Башҡортостанада 56 райондың үҙ типографиялары бар. Бынан башҡа Башҡортостанда 1 өлкә типографияһы, 7 ведомство һәм 6 совхоз типографиялары бар.

Быйыл яңы баҫыу машиналары, хәрефтәр алыу өсөн 400 мең һум аҡса билдәләнгән. Белорет район типографияһы хәреф йыя торған “Линотип” машинаһы аласаҡ. Тәтешле, Кр. Кам, Йылайыр һәм Дүртөйлө типографияларында яңы баҫыу машиналары ҡуйыласаҡ.

(БашТАСС).
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1937 йыл, 5 май).


Башҡортостандың алтын приискыларында

Башҡортостанда бөтәһе 6 урында алтын приискыһы бар. Алтын табыу эшендә Байҡара алтын приискыһы иң алда бара.

Матбуғат үҫәБыл прииск 1939 йылда ярты йыллыҡ алтын табыу планын 115,8 процентҡа еткереп үтәне. Приискыла стахановсылар хәрәкәте йәйелдерелә. Стахановсы-забойщик Шаһидулла Манапов бер ярымдан алып 2 нормаға тиклем, забойщица-стахановка Нәғимә Маликова берҙән алып бер ярымға тиклем, забойщик Әбдрахман Мөхәмәтрәхимов бер ярымдан алып икегә тиклем нормаларын арттырып үтәйҙәр. Стахановсы-электросварщик Иван Кирилович Заводчиков иптәш тә һәр ай һайын нормаһын 2-нән алып 4-кә тиклем арттырып үтәй.
Стахановсы-забойщик Хәбиб Солтанғолов август айының беренсе яртыһында нормаларын 168 процентҡа, Фазлый Талипов – 165 процентҡа, Байморатов иптәштәр 162 процентҡа тиклем арттырып үтәнеләр.
Алтын йыйыу заводының инженеры металлург иптәш Готский үҙенең эшен яҡшы ойошторған. Шуның өсөн бында алтын табыу эштәре лә яҡшы бара.
Бүребай алтын табыу приискыһы ла ярты йыллыҡ планын 115 процентҡа еткереп үтәне. Башзолотоға ҡараған алтын приискыларында бөтәһе квалификациялы инженерҙарҙан 70 кеше эшләй. Ләкин әле күп кенә приискыларҙа алтын табыу планының үтәлеше ҡәнәғәтләнерлек түгел.
Миндәк һәм Поляковка алтын табыу приискылары артта һөйрәләр. Миндәк приискыһы ярты йыллыҡ планын ни бары 36,9 процентҡа ғына үтәгән. Миндәктәге завод башҡа приискыларға ҡарағанда яңы способ буйынса төҙөлгән һәм механизацияланған булыуға ҡарамаҫтан, приискының яуаплы работниктары руда табыу эшенә әҙерлекте үҙ ваҡытында тәьмин итмәйҙәр. План буйынса һәр көндө 200 тонна алтын рудаһы сығарыу урынына, уртаса иҫәп менән 100 тоннанан да кәм руда сығарыла. Бында руданан алтынды алыу планға ҡарағанда түбән тора. Шулай уҡ тау эштәре буйынса техника ҡурҡынысһыҙлығына ҡаршы көрәш саралары ла ойошторолмаған.

М. БАЙМУЛЛИН.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 9 сентябрь).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
__________________

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад