Осрашыуға генералдар килде17.04.2012
Дәүләкән ҡалаһының мәҙәниәт йортона халыҡ бик күп йыйылғайны. Осрашыуға тиклем бер сәғәт ваҡыт ҡалһа ла, 400 урынлыҡ тамаша залы шығырым тулы ине. Баҡса мәшәҡәттәрен, өмәләрҙе ҡалдырып, Дәүләкән районы халҡы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар департаментының беренсе урынбаҫары генерал-майор Владимир Гришин һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры генерал-майор Михаил Закомалдин менән осрашыуға йыйылды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре республикала тәүге тапҡыр ошондай ҙур кимәлдәге ултырыш үткәрҙе. Тәү шарт – кешеләр менән күҙмә-күҙ осрашып, полиция эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеү, уларҙың фекерен ишетеү. Был, тәү сиратта, ведомствоның асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә әҙер икәнен төшөнһөндәр, мөрәжәғәт итергә тартынмаһындар, урындағы проблемалар тураһында ентекләп һөйләһендәр өсөн эшләнә.
– Беҙҙең эшмәкәрлеккә иң ҙур баһа – ышаныс. Эске эштәр министрлығы өсөн һәр кемдең фекере ҡәҙерле. Киләсәктә һеҙҙең һәр тәҡдимегеҙҙе иҫәпкә алып эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Владимир Гришин, ултырышты асып. Артабан ул полиция реформаһы тураһында һөйләне, уның уңыштарын, етешһеҙлектәрен барланы.
– Яҡынса 220 вазифаны ҡыҫҡарттыҡ. Аттестация үтмәгән һәр кешегә эш менән ярҙам итергә тырыштыҡ. Был – ведомство тарихындағы иң ҙур һәм һөҙөмтәле сара булды тип баһалайым, – тине ул. – Шулай ҙа артабан полицияға эшкә эләгеүе элекке һымаҡ еңел булмаясаҡ. Тәүге сиратта кандидаттың белеменә, һаулығына ҡараясаҡбыҙ. Шунан ғына ул һынау үтәсәк. Эш хаҡы артты, полиция хеҙмәтенең абруйын арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлбиттә, әлегә ишек артында сират юҡ, шулай ҙа тиҙҙән хәл үҙгәрер, тип ышанам.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин республикалағы оператив хәл менән таныштырҙы. Халыҡ менән осрашыу урынын да юҡҡа һайламағандарын билдәләне. Былтыр бында полиция хеҙмәткәрҙәренең үҙ вәкәләттәрен арттырыу факты теркәлгән. Был хәл буйынса тикшереү бара, ваҡиғаға суд нөктә ҡуясаҡ.
Артабан осрашыуға йыйылған халыҡ генералдарға һорауҙар яуҙырҙы.
– Участка полицейскийҙары булмаһа, ауылда урлашыуҙар күп булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың һаны ҡыҫҡарҙы. Бер нисә ауылға берәү генә ҡалды. Ул күп осраҡта бөтөн биләмәһен йөрөп тә өлгөрмәй. Уларҙың һанын арттырыу ҡаралғанмы?
– Әлеге мәлдә бер участка милиционеры 4 мең кешене хеҙмәтләндерә. Әгәр участкала оператив хәл киҫкен икән, шул саҡта өҫтәмә рәүештә районға тағы бер участка полицейскийын тәғәйенләргә мөмкин. Бәхеткә күрә, Дәүләкән районы һәм ҡалаһы башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда тыныс, – тип яуапланы был һорауға министр Михаил Закомалдин.
– Шуны өҫтәп әйтер инем: хеҙмәтемде участка милиционеры булып башланым. Улар — халыҡ менән тығыҙ эшләгән, үҙ биләмәһендә йәшәүселәрҙе борсоған проблемаларҙы һәйбәт белгән кешеләр. Әгәр эшеңде яратып башҡараһың икән, һине участкаңда барлыҡ оло кешеләр, бала-саға белеп тора. Хатта эттәр ҙә таный. Участка полицейскийы халыҡҡа яҡын булһын өсөн ул эшләгән участкаһында йәшәргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәткәрҙәрҙе фатир менән тәьмин итеү — ауыр мәсьәлә. Был хәлде үҙгәртергә тырышырбыҙ, – тип өҫтәне Владимир Гришин.
– Фатир мәсьәләһенә ҡағылғас, минең дә һорауым бар ине, – тип мөрәжәғәт итте бер ҡатын. – Әсәй, буласаҡ өләсәй булараҡ мөрәжәғәт итәм. Ирем оҙаҡ йылдар милицияла хеҙмәт итте, улым һәм киленем әлеге мәлдә хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләй. Тиҙҙән, ғаиләләре тулыланасаҡ, йәштәр бәпес көтә. Хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең йәш ғаиләләре торлаҡ алғанда берәй ярҙамға өмөт итә аламы?
– Әлеге мәлдә ведомство торлағы фондын төҙөйбөҙ. Әгәр Мәскәүҙән ярҙам булмаһа, республика ярҙам итер тигән өмөт бар. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн бер нисә йорт һалырға планлаштырабыҙ. Әлбиттә, был яҡын киләсәктә булмаясаҡ. Шуға ла торлаҡ сертификаттары биреү ысулын ҡулланабыҙ. Бының өсөн сиратҡа торорға кәрәк, – тине Михаил Закомалдин.
– Минең 13 балам бар. Төштән һуң, улар мәктәптән ҡайтҡас та, телевизорҙы аса. Унда бер туҡтауһыҙ хоҡуҡ һаҡсылары тураһында сериалдар күрһәтәләр. Улар йә тәмәке тарта, йә эсә, йә үҙҙәре закон боҙа. Йәш быуында полицейский булып эшләгән кеше нисек кәүҙәләндерелә һуң? Минут һайын тәмәке тартып, төшкө аш мәлендә лә, эш ваҡытында ла, эштән һуң да эсеп йөрөгән кеше булыпмы? Атай кеше булараҡ мине ошо һорау бигерәк тә борсой. Рәсәй Эске эштәр министрлығы ошондай киноларҙы сығарыуға нисек ҡарай? – тине, киләсәк быуын өсөн ысын күңелдән борсолоусы бер уҙаман.
– Әлбиттә, кире. Был турала йыш ҡына һөйләшеүҙәр бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, каналдар рейтинг артынан ҡыуа. Ә ошондай фильмдар ниңәлер халыҡта ҡыҙыҡһыныу уята һәм уларҙың рейтингы юғары. Яңыраҡ ҡына министр Рәшит Нурғәлиев етәкселегендә ошо темаға конференция үтте. Унда барлыҡ телеканалдарҙың да етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Был мәсьәләгә ҡайтанан әйләнеп ҡайтырбыҙ һәм киләсәктә бындай сериалдарҙың сифаты тәңгәлендә ентекле эшләрҙәр тип ышанғы килә, – тине Владимир Гришин.
Осрашыу ике сәғәт барҙы. Һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Һуңынан генералдар ялыуҙары булған граждандарҙы ҡабул итте. Был юлы 14 кеше ғариза менән килгәйне. Мәҫәлән, бер апай тикшереү изоляторында ултырған улы менән күрешә алмағанына, тәфтишселәрҙең эште ентекле тикшермәгәненә зарланып килгән. “Хизбут-әл-Тәхрир” дини ойошмаһы ағзаларының ҡатындарын да осраттыҡ. Улар ирҙәренә ҡарата сығарылған хөкөм ҡарары менән килешмәй икән. Әлбиттә, һәр кем үҙен яҡларға һәм яҡлаулы булырға хоҡуҡлы. Генералдар һәр һорауҙы иғтибар менән тыңланы. Ҡабул ителгән граждандар яуапты һуңғараҡ аласаҡ. Шуны билдәләп китке килә: полиция реформаһы үткәрелгәндән һуң, бындай осрашыуҙар йолаға әүереләсәк. Уларҙы республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәреү планлаштырыла.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Дәүләкән районы.


Вернуться назад