Бәхтигәрәй Шәфиев үткән юл31.10.2017
Бәхтигәрәй Шәфиев үткән юл Был шәхес тураһында заманында күп яҙылды. Рамаҙан Ҡузыевтың махсус китабы ла бар, ләкин Бәхтигәрәй ғәмәлдә гел бер яҡлы яҡтыртылды: ялҡынлы революционер-большевик, халыҡ бәхете хаҡына йәнен аямай көрәшеүсе, фәҡәт дөрөҫ юлдан барыусы. Баррикаданың теге яғындағы Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре иһә — халыҡҡа ҡаршы эш иткән яуыз дошман ғына.


Беҙҙеңсә, ысынбарлыҡ бик ҡатмарлы. Шәхестәр ҙә билдәле бер программаға ҡоролған робот түгел. Кем ул Б. Шә­фиев? Тарихҡа бәләкәй генә байҡау яһайыҡ.
Большевиктар Петербургта власты үҙ ҡулына төшөрөүгә күп тә үтмәй, Башҡортостанда милли азатлыҡ хәрәкәтенең башында торған Мәркәз шураһы иҫке стиль менән 15 ноябрҙә (28 ноябрь) Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеү тураһында ҡарар сығара, ул иртәгәһенә 2-се һанлы фарман менән ғәмәлгә ашырыла ла башлай. Өсөнсө башҡорт ҡоролтайы (Ырымбур, 1917 йылдың 8-20 декабре) мөхтәриәтте раҫлай. Большевиктар 1918 йылдың ғинуарында Ырымбурҙы алғас, Башҡорт хөкүмәте ҡаланан китмәй, Советтарҙы ҡабул итеүен белдереп, Мәскәүгә телеграмма һуға, коммунистарҙың вәғәҙәләренә ышана. Ышаныс ҡиммәткә төшә: Башҡорт хөкүмәте Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты тарафынан 3 февралдә (иҫке стиль) ҡулға алына. Ошо уҡ көндә законлы Башҡорт хөкүмәте урынына Башҡортостандың Ваҡытлы революцион Советы (БВРС) булдырыла. РКП(б)-ның Ырымбур губерна комитеты инициативаһы менән! Ана шул БВРС составында күрәбеҙ ҙә инде Б. Шәфиевте.
Бәхтигәрәй Әғзәм улы Шәфиев Һайылмыш буйындағы 1-се Иманғол ауылында 1897 йылдың 5 февралендә өсөнсө бала булып донъяға килә, өс йәштә үкһеҙ етем ҡала, атаһының ҡустыһында тәрбиәләнә. Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә ҡаҙна иҫәбенә белем ала, әммә забастовкала ҡатнашҡаны өсөн 1912 йылда ҡыуыла. Шунан Иманғол һәм Сәйетҡол (Әпсәләм) урыҫ-башҡорт училищеларында уҡый. Әлбиттә, “Башҡорт фонды” иҫәбенә. Артабан Ырымбур фельдшер-акушерлыҡ мәктәбенә инә, өйәҙ земство идаралығы аҡсаһы иҫәбенә йәшәй. Февраль рево­люцияһынан һуң ҡалала Уҡыусы мосолмандар йәмғиәте төҙөлә, Бәхтигәрәй уны ой­оштороусыларҙың береһе була, йәмғиәткә етәкселек итә. 1917 йылдың майында большевиктар партияһына инә.
Бына шундай әүҙем егет хөкүмәт ағзаһы булып китә, БВРС рәйесе урынбаҫары һәм буласаҡ “Башҡортостан” гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Ырымбур губерна хәрби-революцион һәм губерна мосолман хәрби-революцион комитеттарына ағза ла булып китә.
БВРС-тың эшмәкәрлеге хаҡында том-том хеҙмәттәр яҙылған, ләкин уны бер генә һөйләм менән дә билдәләргә мөмкин: ниндәй генә өлкәлә булмаһын, большевиктар линияһын үткәреү, РКП(б)-ның ҡурсаҡ хөкүмәте ролен тайпылышһыҙ башҡарыу... Хөкүмәт ағзаһы Бәхтигәрәй Шәфиев тә шул сәйәсәтте үткәрә, башҡорт халҡын Ленин идеялары ғына яҡты киләсәккә алып сығасаҡ тип ышана, шуның өсөн барлыҡ талантын, һәләтен биреп көрәшә. Бының өсөн беҙ уны ғәйепләй алмайбыҙ.
“Башҡортостан” барлығы биш тапҡыр донъя күреп өлгөрә. Мәҡәләләр урыҫса-төркисә баҫыла. Мөхәрририәт ағзалары Абдулла Дәүләтшин (БВРС рәйесе), Йыһанур Шәрипов (БВРС сәркәтибе), Ғариф Алпаров (БВРС сәркәтибе), Фәйзерахман Солтанбәков (типография комиссары) һәм Шәфиев үҙе була. Гәзит яҙылыу буйынса таратыла, кантондарға, улыстарға рәсми дәүләт баҫмаһы булараҡ бушлай өләшелә. Аңлашы­лыуынса, “Башкурдистан” (төркисә ғәрәп яҙмаһында шулай) Ленин етәкселеген­дәге большевиктар сәйәсәтен һәм Совет идеяларын тормошҡа ашырыуҙа һиҙелерлек роль уйнай.
Большевиктар сәйәсәте тиҙҙән тағы үҙ йөҙөн күрһәтә: БВРС март аҙаҡ­тарында таратыла. БВРС делегацияһы етәксеһе сифатында Мәскәүгә киткән Шәфиев унда Үҙәк Мосолман Комиссариатында эшләй. Бында ике ай самаһы эшләгәс, Бәхтигәрәй отставка һорай, ләкин ебәрмәйҙәр. Тағы һорай, тағы ебәрмәйҙәр. Ниһайәт, 1918 йылдың 3 июнендә үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Отставканың сәбәбе билдәһеҙ.
Иң ғәжәбе: Шәфиев дутовсылар һәм вәлидовсылар ҡарамағындағы Ырым­бурға ҡайта. Ни өсөн? Киң билдәле кешенең халыҡ араһында агитация алып барыу өсөн ҡайтыуы мөмкин түгел. БВРС ағзаларынан М. Ҡулаев, М. Мортазин, В. Ғәбитов, У. Ҡыуатов, Ғ. Айытбаев, Т. Имаҡов төрлөһө төрлө ваҡыт Зәки Вәлиди яғына сыға һәм башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Ырымбурҙа ғына түгел, Мәскәүҙә лә большевиктарҙың асылда ниндәй милли сәйәсәт алып барғанына шаһит булған Шәфиев, бәлки, бүтән бер маҡсатта ҡайтҡандыр? Һәр хәлдә, байтаҡ һорауҙар тыуа.
Бер килке йәшенеп-ҡасып йөрөгән Бәхтигәрәй үҙ ауылында ҡырҡлап урыҫ казагы тарафынан тотола. Июлдә була был хәл. Егетте ҡотҡарырға тырышып, дуҫтары Дутовҡа ла мөрәжәғәт итә, ләкин ул: “Вәлидовҡа бирәбеҙ, ул уларҙың милләтенән, теләһә ни эшләтһендәр”, — ти. Суд һымаҡ нәмә лә була. Шунан август төндәренең береһендә ҡораллы 12 казак Шәфиевте Каруанһарайға алып барырға тип юлға сыға, ләкин урманда атып китә.
Егерме икенсе йәшкә сыҡҡан егеттең ғүмере шулай өҙөлә. Уның үлемендә беренсе сиратта вәлидовсыларҙы ғәйепләйҙәр. Һәр хәлдә совет тарих фәнендә һаман да шул фекер хөкөм һөрә. Минеңсә, Бәхтигәрәйҙең фажиғәһе бер яҡлы ғына ҡаралырға тейеш түгел, эҙләнергә һәм мәсьәләгә айыҡ яҡын килергә кәрәк. Берсә аҡтарҙан, берсә ҡыҙылдарҙан ҡот осҡос яфалар күргән башҡорт халҡының ХХ быуат ба­шын­дағы фажиғәле тарихы уның Б. Шәфиев менән Б. Нуриманов, З. Вәлиди менән М. Мортазин кеүек аҫыл улдары яҙмышы аша яҙылған бит. Киләсәк быуын тикшеренеүселәре үҙ һүҙен әйтер әле.

Аҫылғужа БАҺУМАНОВ,
(“Башҡортостан”, 1993 йыл,
16 февраль).


Вернуться назад