Ҡыҙыҡлы мәҡәлә эҙләп31.10.2017
Ҡайһы ғына мөхәрририәтте алма, бер үк нәмә тураһында баш вата: нисек гәзитте ҡыҙыҡлыраҡ итергә? Шунда уҡ икенсе һорау ҙа тыуа: ә нимә һуң ул үҙе — “ҡыҙыҡлы”, ул ниндәй өлөшсәләрҙән тора? Тырышып-тырышып яҙғандарың да бит күп ваҡыт кешене бик әүрәтеп бармай. Ҡуйылған проблемалар ҙа етди, тәҡдим иткән мәғлүмәт тә етерлек, тел-стиль йәһәтенән дә насар түгел, ә бына мәҡәлә уҡылмай. Хикмәт нимәлә?

“Совет Башҡортостаны”нда эшләгән 80-се йылдарҙы хәтерләйем. Әле әйткән мәсьәлә һәр “планерка”ла тиерлек ҡуҙғатыла торғайны. Хатта ул бер нисә тапҡыр партия ойошмаһы йыйылышына ла ҡуйылды. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе ҡыҙыҡлы мәҡәләләр юҡ тип лаф ора, ләкин бының нимә икәнен аңлата алмай һәм тәҡдимдәр, кемдең ҡайһы бүлектә эшләүенә бәйле, шул тирәләге мәнфәғәттәрҙән ары китмәй. Айырымыраҡ, вағыраҡ тәҡдимдәр бар, ә тотош редакция йүнәлеше итеп алырлыҡ, бөтә журналистар коллективын әйҙәп алып китерлек сара юҡ. Шуға күрә баш мөхәррир — 80-се йылдарҙың уртаһында гәзиткә етәксе булып Мансур Әйүпов килгәйне — “ҡыҙыҡлыраҡ”, “уҡымлыраҡ” мәҡәләләр яҙыуҙы төп талап итеп ҡуйҙы.
Ә бындай талапты нығыраҡ, ҡатыраҡ ҡуйыу өсөн йәмәғәтселек тормошонда үҙен һиҙҙерә башлаған өр-яңы шарттар ҙа тыуҙырылғайны. Яңы шарттар тигәнем — демократик процестарҙың башланыуы, билдәлелек, асыҡлыҡ төшөнсәләренең нығыныуы. Шунан файҙаланып, журналистарға гәзиттең һәр һанына баш мәҡәләләр яҙып, күрһәтмәләр биреп, халыҡҡа, быны эшләргә ярай, быны эшләргә ярамай, тип нотоҡ уҡыуҙың да кәрәге ҡалманы; икенсе төрлө әйткәндә, журналистарға әлегә тиклем бик үк күренмәгән темалар өҫтөндә эшләргә, гәзит мәҡәләләрен яңы формаларға һалырға, үтемлерәк, ғәҙәти булмаған алымдар ҡулланырға яйы тыуҙы.
Эйе, бына шул ине гәзит сығыштарын “ҡыҙыҡлыраҡ” итерлек сара — уларҙың сифатын, рәүешен үҙгәртеү, яңы “ҡалып”тар табыу. Яңы йүнәлеш мәҡәләләрен тупларлыҡ рубрика исемен беренсе булып баш мөхәррир үҙе тәҡдим итте. Ул “Номер һайын ошо урында ҡыҙыҡлы мәҡәлә” тип атала ине. Оҙонға бик оҙон, әлбиттә, йә, ярай инде, тинек.
Бер һөнәр кешеләре генә түгел, ә республикалағы һәр кем “йығылып ятып уҡырлыҡ” мәҡәләләр яҙырға кәрәклекте иң тәүҙә кем әйткәндер — быныһы хәтерҙә ҡалмаған. Тәғәйен генә ниндәй темаға яҙылырға тейеш ул, ниндәй жанрҙа? Быны берәү ҙә бармаҡ менән төртөп әйтә алмаҫ. Шунлыҡтан, ниҙән булһа ла башлай торорға кәрәк типтер, ахыры, бер нисә журналист үҙәк гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан “утлы-күмерле” һәм элекке ил етәкселәренең бысрағын асҡан ҙур-ҙур мәҡәләләрҙе тәржемә итә башланы.
Шулай итеп, бер-бер артлы И. Сталин, Л. Берия, Л. Брежнев кеүек етәкселәр хаҡында һуш китерлек яҙмалар барлыҡҡа килде. Ләкин бит беҙгә үҙәктәге ваҡиғалар түгел, ә үҙ ерлегебеҙҙә тыуған уйҙар, фекерҙәр, баһаламалар кәрәк ине. Ҡыуанысҡа күрә, үҙебеҙҙә ундай көстәр табылды. Бер ай ҙа үтмәне, һәләтле авторҙарҙың булыуы асыҡланды. Мин улар араһында беренсе сиратта милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында яңы мәғлүмәттәр тапҡан Мирас Иҙелбаев, Ғәзиз Ғәлиндәрҙе әйтер инем. Күп ваҡыт та үтмәне, ҡыҫҡартып, “Көн һайын ошо урында...” рәүешен алған рубрика тирәләй бер төркөм авторҙар тупланып өлгөрҙө: тарихсылар Азат Камалов, Рамазан Ҡотошов, яҙыусы Йыһат Солтанов, әҙәбиәт белгесе Миңлеғәле Нәҙерғолов, телсе ғалим Вәли Псәнчин... Мөхәрририәттең үҙенән дә һәләтле журналистар көстәрен һынай башланы. Берәүҙәр үтә лә фәһемле осрашыуҙар тураһында яҙһа, икенселәр ғәжәп тәбиғәт мөғжизәләрен тасуирланы, өсөнсөләр халыҡ медицинаһы, халыҡ табиптары менән таныштырҙы. Рубрика сиктәре, шулай итеп, киңәйгәндән-киңәйҙе. Шулай ҙа өс-дүрт ай үтеүгә, рубриканың төп темаһы башҡорт халҡының тарихы, уның киләсәк яҙмышы, теле, йәшәйеше тураһында уйланыу икәнлеге асыҡланды.
Тарих тигәндән, ул бер нисә ай үҙаллы йәшәүен дауам итте әле. Мөхәрририәттең пропаганда бүлеге элеккесә “Тарих һәм шәхес”, “Тарих биттәре” тигән махсус биттәр, “Йылдар төпкөлөнән” тигән рубрика алып бара ине. Ләкин тиҙҙән аңлашылды: былар бит барыһы ла яңы рубрикаға инергә тейеш! Яҙмалар йөкмәткеһе менән дә, эшләнеше, маҡсаты менән дә бер-береһенә оҡшаш. Ғәмәли планда ла “Көн һайын ошо урында...”ға өҫтөнлөк биреү отошло: әгәр гәзиттең ҡәҙимге һанында тарихи материалдарҙы ҡуйырға ла, ҡуймаҫҡа ла йә иһә этеп-төртөп йөрөтөргә, ҡыҫҡартырға-тунарға мөмкин булһа, яңы рубрика менән быны эшләрлек түгел: уның үҙ урыны бар, күләме лә алдан билдәле. Уға тейеп ҡара!
Шул арала мөхәрририәттә билдәлелекте үҫтереү шарттарына таянып, тарихи, архив материалдарын әҙерләүгә принципиаль ҡараш та булдырылды. (Башҡа гәзиттәргә ҡарағанда, беҙ быны алдараҡ эшләнек). Гәзит биттәрендә тарихи ваҡиғаларға йә иһә айырым шәхестәргә баһа биргәндә, уларҙы элеккесә тота килеп маҡтап шапыртыу түгел, йә иһә ҡара буяуға түгел, ә һәр нәмәнең ыңғай яғын да, кире яғын да күрһәтергә ынтылыу — бына ошо тәртип төп принцип итеп алынды. Фәҡәт шулай иткәндә генә яңы рубрика менән бирелгән мәҡәләләрҙә хәҡиҡәткә, объективлыҡҡа өлгәшергә мөмкин. Авторҙарға шул талап ҡуйылды. Йәки, мин әйтер инем, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре журналистика һөнәренең бейегерәк баҫҡысына күтәрелә башланы. Коллективтың был ынтылышын, тырышлыҡтарын баш мөхәррир Мансур Әнүәр улы Әйүпов үҙ ҡанаты аҫтына алды һәм бының өсөн юғары органдар тарафынан эҙәрлекләүгә лә эләкте.
1987—1988 йылдар минең, автор булараҡ, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың бала сағын өйрәнә башлау осоро ине, һәм ошо йүнәлештәге тәүге табыштар уҡ яңы рубрикаға тап-таман булды ла ҡуйҙы. Урыҫ егете булып һаналған башҡорт батыры Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында ике йыл дауамында ҙур күләмле (һәр береһе икешәр-өсәр һанлыҡ) тиҫтәләгән очерк яҙылып, барыһы ла “Көн һайын ошо урында...” рубрикаһында донъя күрҙе.
Тәбиғи, коллективта 80-се йылдарҙың уртаһында уҡ моронлап ҡуйған бер фекер 90-сы йылдар башына тамам нығыныу тапты. Ул фекер ошонан ғибәрәт ине: ниңә һуң әле яңы рубрикала баҫылған очерктарҙы, документаль әҫәрҙәрҙе бергә туплап китап сығармаҫҡа һәм “Башҡортостан” гәзитенең үҙенең китапханаһын булдырмаҫҡа? Был фекерҙе баш мөхәррир ҡат-ҡат ҡабатлай торған булып китте. Бик мауыҡтырғыс, ҡанатлы маҡсат ине был. Үкенескә ҡаршы, пландар тулыһынса бойомға ашмай ҡалды. Хәйер, был идеяны Әйүповтан һуң баш мөхәррир булып килгән Тәлғәт Сәғитов та яҡлап сыҡты һәм уның ярҙамында ошо юлдарҙың авторы “Ҡайҙан һин, Матросов?” тигән китап сығарыуға өлгәште. Айырым авторҙың ғына түгел, гәзит рубрикаһының ҡаҙанышы ине был.
“Көн һайын ошо урында...” рубрикаһы алты-ете йылға иҫәпләнгән план буйынса алып барылды. Әле булһа оноторлоҡ түгел: бер мәл Мансур Әнүәр улының бүлмәһендә ултырһам, ул минең эштәр менән ҡыҙыҡһынды ла, ни өсөндөр асыулана биреп, “бына шул-шул шәхестәрҙе күрһәтергә кәрәк гәзиттә” тип ашыҡ-бошоҡ ҙур исемлек төҙөп ташланы. Унда ун бишләгән кеше: Муса Мортазин, Шәриф Манатов һәм башҡалар — ҡайһыһын алма, онотолған исемдәр. Мин исемлекте алып сығып киттем һәм шул шәхестәрҙең тормош юлын, эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙы үҙемә маҡсат итеп ҡуйҙым.
Тырышһаң, була икән: гәзит биттәрендә Шәриф Манатов, Барын-табын ырыуы старшинаһы Йосоп батыр Арыҡов, Мифтахетдин Аҡмулла, Муса Мортазин, Зәки Вәлиди, Хәбибулла Ғәбитов, Ғабдулла Ибраһимов, Әбделҡадир Инан, Хафиз Ҡушаев, Нуриәғзәм Таһиров, Зәйнулла ишан Рәсүлев хаҡында күләмле, дауамлы очерктар баҫылып сыҡты. Улар һуңынан, 1997 йылда, эҙәрмәнлек эшенең емештәре булараҡ, “Уҙамандарҙы эҙләйем” тип исемләнгән ҡалын китап булып донъя күрҙе. Халҡыбыҙ рухын нығытыу эшенә индерелгән бер өлөш булды был, тип уйлайым мин.

Рәүеф НАСИРОВ.
(“Башҡортостан”, 1999 йыл, 4 сентябрь).


Вернуться назад