Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та заман31.10.2017
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та заман “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың элекке мөхәррире Ғарифулла Вәли улы Ғөзәйеров менән әңгәмә
— Ғариф Вәлиевич, һеҙ матбуғатҡа нисе­герәк килдегеҙ?
— Минең беренсе хәбәрем “Ҡыҙыл Баш­ҡортостан”да (ул саҡта гәзит шулай тип атала ине) баҫылды. Өфөлә Башҡорт педтехникумында уҡығанда Шишмә районының бер ауыл мәктәбендә практика үттем. Ауылда уҡыу йорто бар ине. Унда эшләгән кеше бер үк ваҡытта избач та, мейес сығарыусы ла булды. Уның күп ваҡыты мейес сығарып үтә торғайны. Өфөгә ҡайтҡас, “Ауылда уҡыу өйҙәре­нең эшен йәнләндерәйек” тигән хәбәр яҙҙым да редакцияға киттем. Был 1929 йылдың аҙағында булды. Хаттар бүлегендә Ибраһим Бикмәтов тигән ағай ултыра. Ул бик һәйбәт ҡаршы алды, уҡып сыҡҡас: “Ярай, ҡустым, баҫырбыҙ”, — тине. Ошо мәлдә бүлмәгә бер кеше килеп инде. Бикмәтов: “Бына был йәш егет бик мөһим хәбәр килтергән”, — тине. Ул Төхфәт Йәнәби ағай булып сыҡты.
— Йәғни гәзиттең ул саҡтағы мөхәррире?
— Нәҡ үҙе. Ул минең менән бик йылы һөйләште, ҡайҙан, кем булыуымды һорашты, йышыраҡ яҙышып тор, тине. Һуңынан да ул ололарса итәғәтле, ихтирамлы булып, төплө кәңәштәр бирә торғайны.
— Һеҙҙең биографияға ҡарағанда, Төхвәт Йәнәбиҙең фатихаһы изге булған, ныҡ ярҙам иткән, тип уйлағы килә.
— Эйе, шулай булды. Ана шул көндән башлап минең бөтә ғүме­рем гәзит эшендә үтте тиерлек.
— Кисәге ауыл малайы нисек “Правда” хәтле “Правда”ның хәбәрсеһе булып китә ал­ды икән? Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһә­геҙсе.
— Бында иҫ китерлек бер ни ҙә юҡтыр ул. Беренсенән, русса арыу ғына һупаларға тәүҙә Рәсәй телеграф агентлығында эшләгәндә өйрәнеп алдым. Беҙ унда Афзал Ҡудаш менән икәүләп башҡорт гәзиттәре өсөн тәржемә итеп, “Хәбәрҙәр” (“Вестник”) тигән баҫма сығара инек. Икенсенән, бер нисә йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайттым. Өсөнсөнән, ике йыл Мәскәүҙә партия мәктәбендә белем алдым. Бына ошолар барыһы бергә ярҙам итмәй ҡалмағандыр, тип уйлайым. Ә инде Мәскәүҙән Өфөгә ҡайтыуыма килгәндә, “рәхмәтте” Өлкә Комитеттың элекке беренсе секретары С.Ә. Ваһаповҡа әйтергә тейешмен. Мине ул юллап ҡайтарҙы.
— Ғариф Вәлиевич, һеҙ 1947 — 1948 йыл­дар­ҙа “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың мөхәррире булған ваҡытта нимәләр хәтерегеҙҙә ҡалды?
— Ғөмүмән алғанда, беҙҙең заман фәһемле лә, ҡыҙғаныс та булды. Үҙен фиҙакәр эше, ижады менән танытырға тырышҡан бик күп талантлы журналистар, яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре үҫеп сыҡты. Гәзитте улар бит уҡымлы һәм үтемле яһай. Беҙҙең осорҙа коллективта күп кенә яҙыусы, өлгөрөп еткән журналист эшләне. Яҡуп Ҡолмой, Нәжиб Асанбаев, Ғәли Ибраһимов, Агиш Ғирфанов, Нәжибәк Хафизов, Ғәйфулла менән Ярулла Вәлиевтәр, Мөхәммәт Хәйҙәров, Шакир Янбаев һәм башҡалар. Барыһын да һанап сығыу мөмкин түгел.
Ҡыҙғаныс тигәндән, һин үҙеңде тормоштан айырылған, юғарынан төшөрөлгән әмерҙе үтәүсе генә итеп һиҙә инең. Иртән эшкә килгәндә өҫтәлеңдә 100-150 битлек ТАСС материалдары папкаһы ятыр ине. Унда “Правда”ның баш мәҡәләһе — беренсе биткә, республикаға бер кәрәге булмаған тағы бер нисә мәҡәлә — уларын ике-өс һәм дүртенсе биттәргә баҫырға ҡушылған. Төштән һуң республика органдары ҡарарҙары килә — йәнә баҫырға кәрәк. Бына шулай көн һайын.
— Шундай шарттарҙа журналистарға ниндәйерәк талаптар ҡуйыла торғайны?
— Талап ҡаты ине: хәбәрсенең үҙ фекере юҡ, партияныҡы ғына бар ине. Главлиттың (цензура органы) ай һайын бирә килгән отчеттарында “авторы ышаныслы кеше түгел”, “белгес үҙ мәҡәләһендә Үҙәк Комитет ҡарарын иҫкә алмай”, “Мәҡәләнең аҙағында Сталин цитатаһы килтерелмәгән”, “Райондан баҫылған очеркта колхоз етәкселегенең үҙаллы эш итеүе маҡтала”, “Наборҙағы хәреф хаталары Советтарға ҡаршы, партия әхлағына ҡаршы һүҙҙәр баҫыуға килтерә, был аңлы рәүештә эшләнмәйме икән?” кеүек һығымталар яһала торғайны.
— Ғәфү итегеҙ, Ғариф ағай, ә ниңә һеҙҙе ҡапыл “Кызыл таң”ға күсерҙеләр?
— Ул саҡта ризалығыңды бик һорап тормайҙар ине бит. Дөрөҫөн әйткәндә, минең һис тә унда барғым килмәгәйне. Тик миңә “Кызыл таң”да мөхәррир юҡ, йә әле, ҡабул итеп ал” тинеләр. Хәүефләнһәм дә, күндем дә ҡуйҙым. Унан һуң, күсенергә өйрәнеп бөткәйнем инде... Шулай ҙа шик-шөбһәләрем юҡҡа булмаған икән шул. Тиҙҙән миңә “Кызыл таң” менән дә хушлашырға тура килде. “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланылар һәм ҡапыл донъя шартлаған һымаҡ булды. 1950 йылдың 13 апрелендә төнгө сәғәт дүрттә Өлкә Комитет бюроһында эштән ҡыуҙылар, партиянан сығарҙылар. Бер тауыштан, сөнки ул заманда ике тауыш, ғөмүмән, йәшәмәне. Минең артта ултырған әҙәм — партия контроле комиссияһы рәйесе Леонтьев ҡулын минең арҡама һалып: “Партия билетыңды бир”, — тине.
Баҡһаң, “Кызыл таң”да минең өҫтән ошаҡ яҙырға һүҙ ҡуйышҡандар икән. Бюрола төп ғәйепләүсе булып бер сос, әммә әшәке малай төкөрөк сәсеп ялғанлап сығыш яһаны. Ике-өс сәғәт барған был “комедия” ваҡытында КГБ рәйесе Ҡасимов бер нисә тапҡыр сығып ки­теп һәм өс-дүрт минуттан кире инеп, беренсе секретарь менән бы­шылдашып алғас, мин ныҡ ҡына борсолдом: былар мине ултыртып ҡуйырға ниәтләй, ахыры, тип уйланым.
Бюро ултырышынан бер-ике ай элек “Кызыл таң”дың яуаплы секретары Ғәли Кәримов, “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың сәнәғәт бүлеге мөдире Хисмәт Килмөхәмәтовты КГБ ҡулға алды. Улар бер йыл самаһы Мәскәү төрмәһендә ултырып ҡайтты. Шуларҙың береһе: “Төрмәлә допрос йыш ҡына һинең фамилияңдан башлана ине”, — тине. Эш бына ҡайҙа барған. Күрәһең, бюро ағзалары саманан тыш һиҙгерлек күрһәтергә, “ысын” патриот булырға тырышҡандарҙыр. Ҡыҫҡаһы, минең егерме йыллыҡ гәзит эшем бына шулай йәмһеҙ тамамланды.
— Ғариф ағай, һеҙ радио һәм телевидениела ла ике тиҫтәнән ашыу йыл эшләнегеҙ. Был бит үҙе бер ғүмер. Бәлки, ошо тура­ла һөйләп китерһегеҙ?
— Был айырым тема була ала. Тик мин уҡыусыларҙы шул дәүерҙең бер генә йылында булып үткән ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ваҡиға менән таныштырып үтмәксемен. Оҙонға һуҙмай ғына әйткәндә, аҡ эт бәләһе миңә, ҡара эткә, тейҙе: “Советская Башкирия”ға булған күҙәтеүҙә гәзит редакцияһы ғәйебе менән бер хата киткән, шуны Өлкә Комитет секретары ишетеп ҡалған. Аңлашыу ҡырҡыу төҫ алды. Шул саҡ аҡыллы баштарҙан һаналған берәү: “Ниңә пенсияға китмәйһең?” — тип һораны. Мин: “Бөгөндән үк китә алам”, — тинем. Быныһы — ҡыҙығы, ә ҡыҙғанысы шул: минән шул көндә үк ғариза яҙҙырып алып, аҙна ла үтмәҫтән “хаҡлы ялға” оҙаттылар. Хәйер, ул саҡтарҙа бындай тәртип ҡағиҙә булып киткәйне.
— Тимәк, һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙҙың икенсе егерме йыллығы ла бигүк күңелле тамамланмаған?..
— Шулай шул, ләкин был кеше борсола, үкенә торғандыр, тип уйлай күрмәгеҙ. Миндә ундай ғәҙәт юҡ. Дошмандарымдан дуҫтарым күберәк. Эйе, ул замандағы түрәләр менән һөйләшә, уларға яраҡлаша белмәү миңә зарар килтергеләне, әммә “һин үҙ урыныңда ултырмайһың” тип әйтә алыусы булманы.
— Ғариф Вәлиевич, һеҙ мөхәррирлек, рәйеслек вазифаларынан башҡа ижад эше менән дә даими шөғөлләндегеҙ. Ошо хаҡта ла әйтеп китегеҙ әле?
— Мин байтаҡ әҫәрҙәрҙе тәржемә иттем. Аркадий Гайдарҙың “Алыҫ илдә” тигән китабы тәүге эшем булды. Унан һуң пьесалар тәржемә иттем. Улар театрҙарҙа сәхнәләштерелде. 70-се йылдарҙа Себерҙә эшләгән Башҡортостан нефтселәре тураһында очерктар серияһы яҙҙым. Улары “Ағиҙел” журналында, гәзиттәрҙә донъя күрҙе. Иң һуңғы эшем — И. Гвоздикованың “Салауат Юлаев” тигән китабы.

Камил ХАЖИӘХМӘТОВ әңгәмәләште.

(“Башҡортостан”, 1993 йыл,
26 февраль).


Вернуться назад