Юлдаш та, кәңәшсе лә31.10.2017
Юлдаш та, кәңәшсе лә Заманында “Башҡортостан” беҙҙең ауылда иң билдәле гәзиттәрҙең береһе булды, уны шул тиклем яратып уҡый торғайныҡ. Ул бөтәһенең дә рухи юлдашына, кәңәшсеһенә әүерелде. “Башҡортостан” ғүмер баҡый республикабыҙҙың төп баҫмаһы булды. Башҡортса һәм татарса сыҡҡан барлыҡ милли матбуғат “Башҡортостан”дың ҡарынында яралған.
Элек башҡорт халҡы йәшелсә үҫтереү менән әллә ни мауыҡмай ине. Гәзиттә баҡсасылыҡҡа арналған мәҡәләләрҙең даими донъя күрә башлауы ауыл­даштырымдың ошо шөғөлгә ныҡлап ылығып китеүенә сәбәпсе булды. Бер саҡ бәхәсләшеп китеп: “Бына бит “Совет Башҡортостаны”нда шулай тип яҙылған”, – тип һөйләгәндәрен хәтерләйем.
Гәзиттең тулы хоҡуҡлы вәкиле, һуғыш ветераны, журналист Мөхтәр Тимербулатов йөҙөндә килеп инде беҙҙең өйгә. Атайым колхозда парторг булып эшләгәс, хәбәрсене уға алып ҡайтыуҙы йөкмәткәндәр. Ә инде хаҡлы ялға киткәс, миңә уны ла алмаштырырға тура килде. Был 1985 йыл ине.
Үҙ хәбәрсе булып эшләү ҙур мәктәп булды миңә. Күп төбәктәрҙәге сәфәр, кешеләр менән танышыу хикәйәләр, повестар, пьесалар ижад итеүгә нигеҙ бирҙе.
Әгәр гәзиттең яратып, көтөп алған уҡыусылары бар икән, тимәк, телебеҙ ҙә йәшәй. Был баҫма йәмғиәткә кәрәк, власть менән халыҡ араһында бәйләнеште тотоп торған бер күпер ул. Яратҡан гәзитем киләсәктә лә халҡыбыҙҙың юлдашы булыуын теләйем. Тантана менән барлыҡ ҡәләмдәштәремде, гәзит уҡыусыларҙы ҡотлайым. Был – барыбыҙҙың да уртаҡ байрамы.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ,
1999 – 2011 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире.


Вернуться назад