Һүҙҙең тураһын беҙҙән ишетһендәр31.10.2017
Һүҙҙең тураһын беҙҙән ишетһендәр Гәзитте һәр кем үҙенсә уҡый. Ҡыштырлатып асҡас, берәүҙәр тәүҙә мәҡәләләрҙең башына, рубрикаһына, авторының исем-шәрифенә күҙ йүгертеп сыға. Күптәр, йәшерен-батырын түгел, гәзиттең аҙаҡҡы битенән үҙен ҡыҙыҡһындырғандай хәбәрҙәр ҡарауҙан башлай. Рәсми, вазифалы, етди ағай-апайҙар, әлбиттә, һәр һандан йә мөһим темалар эҙләй, баҫылған әйберҙәрҙе ваҡ иләктән үткәрә. Ҡыҫҡаһы, кем генә булмаһын, ул гәзит менән үҙенсә әңгәмә ҡора. “Әңгәмә” һүҙенә баҫым яһауымдың әтнәкәһе шунда: гәзит, тере һүҙ һәм уяу фекер төйнәлеше булараҡ, олоно ла, кесене лә, иҫән-һауҙы ла, сирләшкәне лә ғафил ҡалдырмай. Рус халҡының бөйөк тарихсыһы Василий Осипович Ключевский: “Гәзит уҡыусыны ул белмәгән нәмә тураһында фекерләргә һәм ул аңламаған нәмәне белергә өйрәтә”, — тип ысындан да шул хәҡиҡәтте тәҡрарлайҙыр.
Компьютерға текәлеп, Интернет сүплегендә соҡсонғандарҙың, китап урынына планшет менән хушһынған­дарҙың зауығын ғәйепләүҙән әйтмә­йем. Әҙәм балаларының һәммәһе лә бер үк көйҙө көйләп, уртаҡ доғаны ҡабатлап ҡына йәшәй алмай. Тормош дауам итһен өсөн хатта ҡапма-ҡар­шылыҡлы фекерҙәр ҙә, көрәш зарур­лығы, көндәшлек, эргәңдә дуҫың менән бергә дошманыңдың булыуын тойоу ҙа кәрәк. Ошолар тураһында, гәзит менән һөйләшмәй, инде кем менән һүҙ уртаҡлашаһың?
Бына минең дә ғүмеремдең “Баш­ҡортостан” менән бәйле йылдарын хәтер тиҫбеһендә барлап ултырыуым. Уны хыялдан ғәмәлгәсә еткереп, кемдәрҙең дәрте һәм тырышлығы менән донъя күреп, ниндәй юлдар, ҡайһы боролмалар аша үтеүен бөтмөр тарихсылар әллә ҡасан уҡ тәфсил­ләгәйне инде. “Башкурдистан”, “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Ҡыҙыл ҡурай”, “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан”... Бер быуат эсендә баҫманың атамаһы күп тапҡыр үҙгәргән һәм быға ғәжәп­ләнәһе лә, уның өсөн ғәйеп итәһе лә түгел. Халҡыбыҙҙа “Мең араһынан толпар сығыр, йөҙ араһынан шоңҡар сығыр” тигән әйтем бар. Уҙған ошо быуат дауамында ил өҫтөнән боҙло дауылы ла, яндырғыс ҡыуаны ла үткән. Халыҡ тормошоноң көҙгөһө булырға тейеш тигән теләк менән бар ителгән гәзит тә шул ҡәһәттәрҙән дә, һирәк кенә рәхәттәрҙән дә, әлбиттә, ситтә ҡала алмаған.
Яҙмышыма рәхмәтлемен: яҙыу-һыҙыу менән бәйле тормошомдоң байтаҡ йылдары хәҙер “Башҡортостан” тип ҡыҫҡа ғына исем менән сыға килгән гәзиткә бәйле булды. Редак­цияның мәшәҡәтле, йүгерекле тормошонда эргәңдә шундай күп кешеләрҙең эшләүе, күмәк хеҙмәттең асылы тураһында уйланырға ла форсат булмай. Гәзитте ойоштороуҙың 100 йыл­лығын рәсми рәүештә билдәләгән мәлдәрҙә, бәлки киткәндәрҙе ихтирам менән хәтергә алырға, бөгөн ни хәлдә йәшәүебеҙ хаҡында һөйләшеүгә дәрт тыуыр? Хәҙер почта йәшнигенә гәзит һалған ҡыҙҙар аҙая бара, баҫма үҙе лә күп ғаиләләрҙә көтөп-көтөп тә күрә алмаҫтай ҡунаҡ ҡына булып ҡалды.
Моңло бер йырҙа: “Ни ғәжәп был – төштәремдә күрәм”, – тигәндәй, мин дә журналистикала уларға тиңләшергә хыял иткән ағай-апайҙарҙы әле булһа, тош-тош, күҙ алдыма килтерәм. Юҡ, киткәндәр, төштән өнгә ҡайтып, миңә вәғәз уҡымай, һабаҡ бирергә маташмай, сөнки улар үҙҙәренең икенсе заманда йәшәгәнен, хәҙер бүтән тормош икәнен аңлай бит инде. “Башҡорт­остан” редакцияһында һәр даим күңел күҙе асыҡ, зирәк зиһенле ҡәләмгирҙәр эшләне.
Бына шулар тураһында уйҙарҙы алыҫҡа ебәреп китап яҙырға ине лә бит, әммә ваҡыт йәнә ҡайҙалыр аҙашып йөрөй, матди хәлебеҙ тағы хөртәйеп китте. Ләкин донъя ҡытыр­шы­лыҡтары ғына “Башҡортостан”дың әүәлге редакцияларында һүрелмәҫ эҙ ҡалдырған ауылдашым, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ирғәли улы Ишбулатовты, гәзитте байтаҡ йылдар етәкләгән Вәли Вәли улы Нафиҡовты, “Ҡыҙыл Башҡортос­тан” гәзите мөхәррире урынбаҫары Ғарифулла Вәли улы Ғөзәйеровты, “Совет Башҡортостаны”ның ғәжәйеп талапсан мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевте оноттора аламы һуң? Әле телгә алған ағайҙар — матбуғатта етәксе урындарҙа эшләгән кешеләр. Шул уҡ ваҡытта мин журналистикала остаздарым булған Хисмәт Ҡадиров, Абдулла Баязитов, Дәүләт­кирәй Мәһәҙиев, Аҡмал Саптаров, Ғәтиәт Үзбәков менән ҡабаттан кинә­неп эшләп алыр инем. Миңә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Зиннәт Ишмаев, Рәғәнә Енгалычеваларҙың журналист хеҙмә­тенә мөнәсәбәтен күреп йөрөү насип булды. Әйткәндәй, Рәғәнә Ғәли ҡыҙы, прожекторсы сифатында, Сталинградты ҡурсалауҙа ҡатнашҡан. Зиннәт Нәби улы Белоруссия партизандары сафында фашистарҙы ҡыйратып йөрөгән. Файыҡ Тимерйән улы һуғыш­ҡа ҡәҙәр Алыҫ Көнсығышта шахтала эшләгән.
Әйткәндәй, редакция журналистары араһына килеп ингәс, миңә гәзиттең үҙ хәбәрселәре төркөмөндә эшләү яҙҙы. Алтын ҡәләмле авторҙар ине ағайҙарым! Фәтих Абдуллин, Мөхтәр Тимербулатов, Ғәли Ильясов, Фәт­ҡулла Комиссаров, Ильяс Иҫәнбаев, Хәмит Шәрипов, Ирек Кинйәбулатов... Һәр береһе шанлы тормош юлы үткән. Миҫалға ғәжәйеп итәғәтле Фәтҡулла Абдулла улы Комиссаровты ғына килтерәйем. Уның тормошо – үҙе бер роман. Һуғыштың тәүге көндәренән аҙағына тиклем – фронт, артиллерия батареяһы менән командалыҡ итеү, офицер дәрәжәһе, ә үҙе – сабыйҙарса саф күңелле кеше һәм, хәҙергесә әйткәнсә, элиталы журналист. Кинйә­булатов флот хеҙмәтен үткән, шағир, һис бошмаҫ кеше. Ғәли Ильясов – шағир, ҡурайсы, йыраусы. Ана ниндәй кешеләр менән “Башҡортостан” исемен һаҡланыҡ беҙ!
Шөкөр, тормош дауам итә. Гәзи­тебеҙ үҙ тарихының икенсе быуаты менән бара һәм ярҙарына һыймай алҡынған, сәсеүлектәрҙе һуғарып, һәр тереклеккә йән биргән йылға шикелле ағыуын дауам итә. Уға туҡтарға ла, һайығырға ла ярамай, сөнки тупраҡ, дым, ҡояш шикелле, фекергә лә өҙөлөү мөмкин түгел. Күңелдәген һүҙ еткерә барырға тейеш.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.


Вернуться назад