Октябрҙә Белорет районы халҡы, 6853-сө Өфө – Инйәр ҡала-ара тимер юлы маршруты буйынса электр поезын көн һайын ебәреүҙәрен һорап, Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткәйне.
Мәсьәлә ыңғай хәл ителде: поезд 2012 йылдың ғинуарынан “Өфө” станцияһынан (Мәскәү ваҡыты буйынса) көн һайын 14 сәғәт 25 минутта, Инйәрҙән 7 сәғәт 16 минутта юлға сығасаҡ.
“Урал”, Белорет районы.