Санамды йәй әҙерләнем31.10.2017
Санамды йәй әҙерләнем “Башҡортостан” гәзитен 1950 йылдан алдырам, ул саҡта “Ҡыҙыл Башҡортостан” тип атала ине. Баҫма менән танышыуыма тырышлыҡ сәбәпсе булды тиһәң дә ярай. Тыуған ауылым Ҡарабәрҙенән (ул заманында киләсәге юҡ тип бөтөрөлдө, әле аяҡҡа баҫыу юлында) Яңы Себенлегә йөрөп уҡыйым.


Алдынғы уҡыусы булғаным өсөн почтальон вазифаһын йөкмәттеләр, ә мин – VII класс уҡыусыһы ғына. Ауыл­дар араһы – ете саҡрым. Бала ғына көйөнсә ауылдаштарыма почта ташыйым: өй беренсә йөрөп гәзит-журнал таратам, хаттар килтерәм, телеграммаларҙы һуңлатмайым. Шулар араһында иң күбе “Ҡыҙыл Башҡортостан” булыуы иғтибарымды йәлеп итте. Юлда саҡта ла уҡыштыр­ғылайым, өйгә ҡайтҡас та унан айырылмайым.
Желтое ауылында педагогия училищеһында белем эстәгәндә иһә “Ҡыҙыл Башҡортостан”ды үҙебеҙ алдырҙыҡ. Улай ғына ла түгел, Ырымбур ҡалаһына хәтлем барып етеп, башҡорт телендә уҡытыуҙы һораныҡ һәм маҡсатыбыҙға өлгәштек. Ә төркөмдөң яртыһы – башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙары, талап итергә хаҡыбыҙ ҙа булған бит! Өфөнән беҙгә башҡорт теле уҡытыусыһы Урия Мөхәмәт ҡыҙын ебәрҙеләр. Армияла саҡта ошо апайыбыҙ өс йыл буйы миңә яратҡан гәзитемде даими ебәреп торҙо. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, олпат баҫманан бер ҡасан да айырылманым, уны әле лә алдырам.
“Башҡортостан” – минең өсөн рухи аҙыҡ, яңылыҡ сығанағы, дәрт өҫтәүсе. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, мәҡәләләр менән танышып сыҡмайынса ашарға ултырмайым.
Күп йылдар Ейәнсура районында урындағы башҡорттар ҡоролтайында рәйес булып эшләгәндә гәзитте таратыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарҙыҡ. “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акция­һына ихлас ҡушылыуыбыҙ күңелгә уйылып ҡалған. Телебеҙ, иле­беҙ, милләтебеҙ яҙмышы өсөн янып йәшәгән хәбәрселәрҙең был изге сараһы хуплауға лайыҡ.
Әйткәндәй, ейәнсуралар “Башҡорт­остан”ға дәррәү яҙы­лып, рухи эстафетаны Йылайыр райо­ны башҡорт­тары ҡоролтайына тап­­шыр­ған йылдар ҙа иҫтә. Шул иғтибарға лайыҡ: район эсендә эстафетаны беренсе сиратта белем усаҡтары күтәреп алды. Ғөмүмән, гәзиттән ситләшкән мөғәл­лимдең уҡытыусы тигән бөйөк исемде күтәреп йөрөргә хаҡы бармы? Мил­ләттең рухы, телебеҙҙең киләсәге нәҡ шул мәктәп тупһаһынан башлана ла инде. Элек директор саҡта гәзит-журналдарға яҙылмай ҡалған педагогты хәтерләмәйем.
Шәхсән үҙем “Башҡортостан”һыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Йыл да был мәсьәләне алдан хәстәрләйем, киләһе йылға июль айында уҡ яҙылдым.

Рәшит ИҘРИСОВ,
мәғариф ветераны.

Ейәнсура районы.


Вернуться назад