Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолованың “Беҙҙең ветерандарҙың барыһы ла “Башҡортостан”ды уҡый” тигән һүҙҙәрен тәүҙә ышанмайыраҡ ҡабул иткәйнем. Уның һүҙҙәре хаҡ булып сыҡты. Ысынлап та, етәкселек тарафынан йыл һайын ветерандарға бушлай гәзит-журналдар яҙҙырыла. Тиҙҙән 90 йәшен тултырасаҡ Шәһи Ишемғоловтың өҫтәлендә “Башҡортостан”дың һуңғы һандарын күреп, күңел ҡыуанды.Олатай һүҙгә ихлас булып сыҡты. Хәтере лә яҡшы, зиһене салт, кәүҙәһен хас та егеттәрсә тура тота, һәр хәрәкәте йылдам. Запастағы һалдат булыуы, оҙаҡ йылдар райондың эске эштәр органдарында эшләүе лә үҙен һиҙҙермәй ҡалмағандыр, моғайын. Әле булһа спорт менән шөғөлләнә, бүлмәһендә йүгереү тренажерының урын алыуы ла – быға асыҡ миҫал. Тормош иптәше Сәбилә инәйҙең вафатынан һуң Шәһи Юныс улы балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.
Аҡъюл ауылында тыуып үҫкән Шәһи, VI класты тамамлағас, Чапаев исемендәге колхозға эшкә сығырға мәжбүр була, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәр кем Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Үҫмер егет, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, военкоматҡа хат яҙа. Йәше етмәү сәбәпле, уны әрмегә алыуҙан ҡалдыра киләләр. Ун ете йәшен тултырған Шәһи Ишемғоловҡа саҡырыу ҡағыҙы 1944 йылдың 22 ноябрендә килә. Республиканың төрлө райондарынан йыйылған егеттәрҙе Өфөнән эшелонға тейәп Силәбе өлкәһенә алып баралар, иртәгәһенән үк хәрби хеҙмәткә әҙерлек башлана. Артабан йәш һалдаттарҙы Алыҫ Көнсығыш сигенә – Маньчжурия, Порт-Артур тигән ҡалаға хеҙмәт итергә ебәрәләр. Һуғыш бөтөү шатлығын улар шунда ишетә, әммә һалдаттарҙы көнсығыштан тиҙ генә ҡайтармайҙар, улар сикте һаҡлауҙы дауам итә.
1951 йылда Шәһи Юныс улы хеҙмәттән ҡайта, әммә ул Кемерово өлкәһенә эшкә саҡырыла. Эске эштәр бүлегенә урынлаша, милицияла хеҙмәт итә башлай. Йыл һайын ауылына отпускыға ҡайтҡан сағында үҙендә тыуған яҡтарында эшләү теләгенең көсәйә барыуын аңлай. Түҙеп торғоһоҙ көс уны Хәйбуллаһына алып ҡайта. Ялында Өфөлә туҡтап, тейешле етәкселәргә кереп, үҙенең хәлен аңғарта, күсеү хаҡында һораша.
Күп тә үтмәй Шәһи Ишемғолов Аҡъярҙа төпләнеп, йәнә милицияла хеҙмәтен дауам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, өйҙә тик ултырмай ул. Төрлө урындарҙа һаҡ хеҙмәтендә эшләй, үҙенең тәжрибәһен йәштәргә өйрәтә. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бирә.
Бөгөн дә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, мәктәп, уҡыу йорттары уҡыусылары менән йыш осраша, райондың эске эштәр бүлегендә лә һәр саҡ көтөп алынған хөрмәтле ҡунаҡ.
Аҡъяр ауылы ветерандар советы рәйесе Люция Таулыҡаева әйтеүенсә, Шәһи Ишемғолов йәштәрсә дәртле булыуы, аҡһаҡалдарса аҡыллы кәңәше менән генә түгел, йәшәү рәүеше менән дә күптәргә өлгө булып тора.
Хәйбулла районы.