Белемгә ынтылыш көслө27.10.2017
Башҡортостанда төрлө саралар йыш ойошторола. Студенттар һәм уҡыусылар өсөн “Финанс грамоталылыҡ: тәжрибә, проблемалар, яңы фекерҙәр. Төбәктән ҡараш” тигән IV Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияның Өфөлә уҙғарылыуы осраҡлы түгел, сөнки беҙҙә республика етәкселеге тарафынан ғилемлелеккә, ғөмүмән, мәғариф тармағына иғтибар һәр саҡ көслө.
Ул көндө үҫмерҙәр финанс уйындарында теләп ҡатнашты, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары аҡса табыуға ҡоролған мауыҡтырғыс йәнһүрәтте ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Башҡорт дәүләт университетында үткән пленар кәңәшмәлә ғалимдар телмәр тотто, фән кандидаттарының да сығышы фәһемле булды, шулай уҡ банк бүлексәләре идарасылары һәр сетерекле мәсьәләгә төплө аңлатма бирҙе. Һөйләшеүҙән һуң секция эштәре дауам итте. Аҙаҡтан иң-иңдәр бүләкләнде.
И. МӨХӘМӘТОВ.