“Был вәхшәтте Тарих онотмаһын...”27.10.2017
“Был вәхшәтте Тарих онотмаһын...”2017 — тарихи даталарға бай йыл: Октябрь түңкәрелешенә һәм Башҡорт мәркәз шураһының Башҡортостандың ерле автономияһын иғлан итеүенә – 100, илдә золом ҡойоно ҡотора башлауға 80 йыл тула. Бер-береһе менән тығыҙ бәйле был оло сәйәси ваҡиғалар, ил халҡының яҙмышына шаҡтай йоғонто яһап, тарих тәгәрмәсен шул заман өсөн кәрәкле юҫыҡҡа бороп ебәрә.
1920 – 1950 йылдарҙа Рәсәйҙә йәйелдерелгән тиңдәшһеҙ репрессия тулҡыны тотош илде, һәр ҡаланы һәм ауылды ялмап ала. Халыҡ бәхете хаҡына социализмды нығытыу өсөн йәнен-тәнен аямаған бәғзе етәкселәр һәм зыялылар, йәнәһе лә, аҫтыртын рәүештә ил именлеген емерергә маташҡан. Нахаҡ ғәйеп тағып, тотош ил буйынса меңәрләгән ир-атты һәм гүзәл затты төрмәгә тығалар, һуңынан күптәрҙе һөргөнгә оҙаталар, кемдәрҙелер аталар. Шуныһы аяныслы: был сәйәси ташҡын иң аҡыллы, иң уҡымышлы, иң булдыҡлы шәхестәрҙең башына етә...


Башҡортостан Республикаһының Милли архивы кәштәләрендә (башлыса 122-се фондта) золом дәүеренең телһеҙ ша­һиттары – йөҙәрләгән документ һаҡлана. Уларҙы шартлы рәүештә ике өлөшкә бүлергә мөмкин: 1917 – 1937 йылдар осорон сағылдырған һәм 1948 – 1953 йылдарҙағы “зыян килтергән табиптар эше”н фашлаған документтар.
1930 йылдың 1 февралендә СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡабул иткән “Тотош коллективлаштырыу алып барылған биләмәләрҙә ауыл хужалығын социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙы нығытыу һәм кулактарға ҡаршы көрәш буйынса саралар тураһында”ғы ҡарар илдә золом сәйәсәтен бойомға ашыра башлауға старт бирә. Бер үк ваҡытта Совет власын өнәп етмәгән Троцкий-Бухарин төркөмө яҡлыларға ҡаршы ысын мәғәнәһендә аяуһыҙ көрәш йәйелдерелә.
1937 йылдың 30 июлендә СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы халыҡ комиссариатында 00447-се бойороҡҡа ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы илдә “Советтарға ҡаршы элементтар”ҙы, йәғни “халыҡ дошмандары”н, ҡулға алыу операцияһы башлана. Ҡара исемлеккә иң беренсе элекке кулактар, казак һәм аҡ гвардия ойошмалары ағзалары, енәйәт ҡылыусылар индерелә. Уларҙың йәмғиәт өсөн иң ҡурҡыныслыларын атырға, башҡаларын һөргөнгә ебәрергә ҡушыла. Нәҡ ошо фарман илдә оло фажиғәгә юл аса ла инде.
1937 йылдың авгусынан 1938 йылдың ноябренә тиклем осорҙа ғына Сталин режимы хөкөмөнә йәмғеһе 770 мең кеше тарттырыла: уларҙың 390 мең самаһы үлә, 380 меңе ГУЛАГ төрмәләрендә ыҙа сигә. Асылда 270 мең кешене язаға тарттырыу планлаштырылған була. Күре­неүенсә, “үлем тирмән”ендә эш стахановса ҡыҙыу барған – план байтаҡҡа арттырып үтәлгән.
1937 йылдың сентябрендә “Известия” һәм “Правда” гәзиттәре Башҡорт АССР-ы етәкселәре араһында “халыҡ дошмандары”н фашлау кампанияһын йәйелдереп ебәрә.
Тиҙҙән республика матбуғаты бит­тәрендә, үҙәк гәзиттәрҙә донъя күргән мәҡәләләрҙе тикшереү башлана. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитенең 1937 йылдың 22 һәм 24 сентябрендә сыҡҡан 218, 220-се һандарында ошондайыраҡ баш аҫтында мәҡәләләр һәм хаттар урын алған: “Халыҡ дошманы – буржуаз милләт­селәрҙе аҙағынаса бөтөрөргә”, “Саф­тарыбыҙҙы дошман ҡалдыҡтарынан таҙартабыҙ”, “Башҡортостан Наркомпросында – буржуаз милләтселәр”, “Халыҡ дошмандарын аҙағына тиклем фашларға”, “Пономарев та яуапҡа тарттырылырға тейеш”, “Буржауаз милләтсе Нуретдинов тураһында” һ.б. Был йылдарҙа нәшер ителгән барлыҡ ваҡытлы матбуғат баҫмалары үҙәк властың сәйәсәтен яҡтыртыусы ғына түгел, “халыҡ дошмандары”н, икенсе төрлө әйткәндә, кешеләрҙең, хатта күршеләрҙең бер-береһен фашлау трибунаһына ла әйләнеп китә.
4-6 октябрҙә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары Андрей Жданов рәйеслегендә Башҡортостан Өлкә Комитетының 3-сө пленумы үткәрелә. Нәҡ ошо йыйында күп кенә коммунистарға “буржуаз милләтсе” мөһөрө һуғыла һәм тиҙ арала 247 етәксе ҡулға алына. Сәйәси золом тирмәненә ВКП(б) район комитеттарының 44 – беренсе, 46 икенсе секретары, 40-тан ашыу район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 30 МТС директоры, 168 мәғариф хеҙмәткәре эләгә. Айырыуса Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидовтың арҡаҙаштарын, яҡташтарын, туғандарын эҙәрлекләү һәм ҡулға алыу көсәйеп китә.
ВКП(б) Башҡортостан Өлкә Комитетының беренсе секретары Яков Быкин (1888 – 1938), Өлкә Комитет секретары Әхмәт Иҫәнсурин (1897 – 1938), БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Зинәтулла Булашев (1894 – 1938), Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, билдәле яҙыусы Афзал Таһиров (1890 – 1937), 1925-1930 йылдарҙа БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе булып эшләгән Әҡсән Мөхәмәтҡолов (1895 – 1938), БАССР-ҙың мәғариф буйынса халыҡ комиссары Ибраһим Абыҙбаев (1901 – 1937), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡорт хөкүмәтенең теле” гәзиттәре мөхәррире булып эшләгән журналист, шағир, телсе, фольклорсы Хәбибулла Ғәбитов (1886 – 1939) һәм башҡа етәкселәр сәйәси золомдоң иң тәүге ҡорбандарына әүерелә. Мәскәүҙә юғары вазифа биләгән Муса Мортазин (1891–1939), Илдархан Мутин (1888 – 1938), Шәрифә Тимерғәлина (1910 – 1939) кеүек күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәрҙәре лә заман ҡойононан ҡотолоп ҡала алмай. Бына халҡыбыҙҙың бөйөк полководецы һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Лотфулла (Лут) Мортазинды ҡулға алыу документы:
“Был вәхшәтте Тарих онотмаһын...”Республиканың яҙыусылар сафы ла ҙур юғалтыу кисерә: Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәби, Булат Ишемғолов, Ғәббәс Дәүләтшин кеүек ҡәләм оҫталары ҡулға алынып, атып үлтерелә, ә Һәҙиә Дәүләтшина, Имай Насыри һәм башҡа ҡайһы бер әҙиптәр төрмәгә ябыла йәки һөргөнгә ҡыуыла. Мәшһүр композитор, йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовты ла золом еле урап үтмәй.
Ҡыҫҡаһы, был йылдарҙа йәмғиәттең бар ҡатламы вәкилдәренә – етәкселәргә, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһел­дәренә, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, руханиҙарға, хатта ябай эшсе-крәҫтиәндәргә ҡарата ғәйәт ҙур яуызлыҡ ҡылына. Тарихсы Ғизетдин Ирғәлин билдәләүенсә, беҙҙең республикала ғына 50 меңдән ашыу “халыҡ дошманы” золом язаһын татый (кулактар һәм хәрби әсирҙәр был иҫәпкә индерелмәгән).
Үҙ халҡына вәхшиҙәрсә аҫтыртын яу асып, 1921 – 1953 йылдарҙа дүрт миллиондан ашыу кешене язаға тарт­тырған, шуларҙың 799 455-ен үлем язаһына хөкөм иттергән “Халыҡтар атаһы” Иосиф Сталиндың 1953 йылда вафат булыуы ғына ҡот осҡос афәткә сик ҡуйырға мөмкинлек бирә. СССР-ҙа сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау шул уҡ йылда башлана, әммә “шәхес культы”н фашлап сығыш яһаған Никита Хрущев баҡыйлыҡҡа күскәс, был эш туҡталып ҡала.
Бығаса күрелмәгән “ҡыҙыл террор” тураһындағы мәғлүмәттәр ярты быуаттан ашыу ете йоҙаҡ артында һаҡлана. СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте генә тарих шаршауын асып ҡарарға мөмкинлек бирә. 1990 йылдың 13 авгусында ул “1920 – 1950 йылдарҙағы сәйәси золом ҡорбандарының хоҡуҡтарын тергеҙеү хаҡында” Указға ҡул ҡуя. 1991 йылдың 18 октябрендә ғәмәлгә ингән “Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында” Закон иһә, ниһайәт, дәүләт сере грифы менән нарыҡланған документтарҙы яҡты донъяға сығарыуға юл аса.
“Был вәхшәтте Тарих онотмаһын...”Золом ҡорбан­да­ры­ның яҙмышы ха­ҡындағы белешмәләр менән 1997 йылда нә­шер ителгән “Баш­ҡорт­остан Респуб­ликаһы сәйәси золом ҡорбандарының Хә­тер китабы”нда (унда барлығы 7150 мәғлү­мәт урын алған) һәм Интернетта таны­шырға мөмкин.
Бынан тыш, Баш­ҡортостан Респуб­ликаһының Милли архивында ла золомға тарығандар тураһын­да байтаҡ документ һаҡлана. Репрессияға дусар ителгән нәҫел-нәсәбе хаҡында мәғ­үмәткә эйә булырға теләгән кеше ойошма етәксеһе исеменә, яҡын туғанының ҡайҙа һәм ҡасан ҡулға алынғанлығын күрһәтеп, ғариза яҙырға тейеш.
Республиканың төп архив ойошмаһында һеҙҙе ҡыҙыҡ­һындырған мәғлүмәт табылмаһа, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә инде енәйәт эше ҡуҙғатылып, атыуға йәки һөргөнгә ебәреүгә хөкөм ителгән ҡан-ҡәрҙәшегеҙ хаҡында мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, Башҡортостан Прокурату­раһына йәки Федераль именлек хеҙмәтенә хат яҙыу урынлы булыр.
“Был вәхшәтте Тарих онотмаһын...”1937... Тәндәрҙе земберләтеп, йөрәктәрҙе өшөтөп ебәргән был йыл совет халҡы тормошон ҡайғы-хәсрәткә батырған аяуһыҙ ташҡын булараҡ хәтерҙә тороп ҡалған. Халыҡтың иң аҫыл ул-ҡыҙҙарын йотҡан золом-аждаһа ҡорбандарын иҫкә алыу илебеҙҙә 1991 йылдан изге, әммә ҡайғыға мансылған йолаға әүерелде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың илебеҙҙә аяуһыҙ террор хөкөм һөргән осорға арналған “Табыныу” поэмаһы Сталин режимына хөкөм һәм нәфрәт булып яңғырай:
“Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Онотма һис уны һин, кешем.
Мең туғыҙ йөҙ Утыҙ Етене һаҡла,
Мансылмаһын ҡанға емеше!
Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте
Ил күтәрҙе, төшкәс башына.
Килер быуындарға ғибрәт итеп,
Яҙ һин уны тарих ташына.
Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар,
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!
Был донъяла бер йыл оҡшамаһын
Утыҙ етенсе йыл ишегә,
Бер аллаға кеше табынмаһын,
Табынһын тик кеше кешегә:
Батшаларҙы йыҡҡан кешегә,
Аллаларҙы йыҡҡан кешегә,
Ай-йондоҙға баҡҡан кешегә,
Ураҡ-Сүкеш тотҡан кешегә!..”
Уҙған быуатта 30 йыл самаһы киң ҡолас менән алып барылған ҡәһәрле золом сәйәсәтенең ҡанлы ваҡиғалары илебеҙ тарихы йылъяҙмаһында, һис шикһеҙ, мәңге һаҡланасаҡ – уларҙы, шағир әйтмешләй, оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Нияз СӘЛИМОВ,
РФ, БР Яҙыусылар һәм
Журналистар союздары ағзаһы,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад