Тыуған кеше ер өҫтөнә һыя торған27.10.2017
* * *
Август һуңы.
Сентябрҙең башы.
Йән тулыҡһый ошо миҙгел етһә;
Гүйә, мине мәктәп тупһаһында
Мин уҡытҡан уҡыусылар көтә.
Ишетәмен саф ҡыңғырау сыңын...
Был бит белем көнө!
Хәҙер – дәрес!..
Күңел елкенеүен көскә тыйып,
Мин класҡа инәм – йәш мөдәрис...
Ай-һай, ғүмер! —
Үтте, китте барҙы,
Тотторманы хатта ҡойроғон да.
“Өн булдымы, әллә төшмө?” – тигән
Уй ҡалдырҙы үҙе тураһында.
Мин уҡытып киткән мәктәптәрҙә
Белем алған малайҙар һәм ҡыҙҙар!
Иҫегеҙҙә һеҙҙең ҡалды микән
Дәрестәрҙә мин өйрәткән йырҙар?
Ә мин хәтерләйем.
Ул йырҙарҙа
Шат балалыҡ, данлы Ватан ине;
Көйҙәренең рухы күтәренке,
Моңдарының төҫө аҡтан ине.
И, ҡәҙерле ҡыҙҙар, малайҙар!
Һеҙ
Ер шарының ҡайһы нөктәһендә?
Мин ҡартайҙым.
Һеҙҙе лә был тормош
Йөрөтмәгәндер гел елкәһендә.
Ғүмер үткән һайын йәш ваҡыттар
Иҫкә төшә.
Тынғыһыҙлай уйҙар:
Тормош көткән саҡта һеҙгә юлдаш
Булды микән мин өйрәткән йырҙар?
И, балалар!
Инде мәңге кире
Бороп булмаһа ла бөгөнгөнө,
Онотмағыҙ шуны: ул йырҙарҙа
Шат балалыҡ, данлы Ватан ине...


Мәрйәмгә

Беҙгә лә ҡартлыҡ килде...
Индерәйек;
Бик теләһә, түр башына мендерәйек.
Ә үҙебеҙ, буҫағаға яҡынлашып,
Йәшлектең яҡты шәмен һүндерәйек.
Тәңренең ҡунағы бит —
Ҡәҙерләйек,
Һис юғы сәй табыны әҙерләйек.
Ҡараңғымы?
Сабыр ит – шырпы һыҙам,
Һуҡранма, ят алдында сер бирмәйек.
Рәнйемә, уны бит мин саҡырманым,
Һуҡмағын өйөбөҙгә мин борманым.
Был ҡунаҡ беҙҙе эҙләп табыр ине,
Ҡорһаҡ та тәҙрәләрҙең бар ҡорғанын.
Бошонма, өйөбөҙ бар ятып инер,
Тиҙ көндән балалар ҙа ҡайтып инер.
Ҡартлыҡҡа ишек асып ҡотолайыҡ,
Юҡһа, ул тәҙрәләрҙе ватып инер.

Иҫке келәм

Иҙәнемдә ҡырҡ йыл ята иҫке келәм...
Ул келәмдең мин ҡәҙерле мәлен беләм.
Аһ, ул саҡтар!
Ғүмер, гүйә, икһеҙ-сикһеҙ,
Бер ҡатлыраҡ биләмәмдә – бөтә ғаләм.
Сите һүтек, төҫө уңған иҫке келәм...
Ул келәмдең мин затлыраҡ сағын беләм.
Атам иҫән, әсәм иҫән – донъя теүәл,
Заттар тулы, дуҫтар тулы эргә-тирәм.
Ҡаҡҡыланған, һуҡҡыланған иҫке келәм...
Ул келәмдең мин баһалы сағын беләм.
Ҡайҙа ҡалды был донъяның фанилығын
Тулыһынса аңламаған уйһыҙ мәлем?
Ғүмеремдең аҙағына етеп киләм,
Кәмегәндән-кәмей бара сик-биләмәм.
Минең дә шәп саҡтарҙы иҫләр микән
Ғаләмдең үҙе кеүек иҫке келәм?..

* * *

Һәләкәтле ҡырғын төштө микән,
Тейҙе микән беҙ белмәгән зәхмәт –
Йондоҙ атылғандай, юҡ булдығыҙ
Шәрифулла, Ғаһит, Ғәлиәхмәт!
Йомғаҡ төҫлө кире тағатырға,
Яҙмыш ебе түгел беҙҙең ҡулда.
Ә шулай ҙа, һеҙ ҡайҙарҙа икән,
Ғәлиәхмәт, Ғаһит, Шәрифулла?
Күрешеүен бер күрешербеҙ ҙә,
Шәрифулла, Ғәлиәхмәт, Ғаһит,
Алмашына уның – яҡты донъя,
Күктә айым шаһит, ҡояш шаһит.

* * *

Был көн менән ҡотлаған зат – һин ул,
Ул байрамды аңламаған – мин ул:
Ниңә Таһир менән Зөһрә түгел,
Ә ниндәйҙер изге Валентин ул?
Ул байрамды ҡабул иткән – һин ул,
Сәйерһенеп һорау биргән – мин ул:
Ниңә Ләйлә менән Мәжнүн түгел,
Имештер, бер изге Валентин ул?
Сит ғөрөфкә иҫе киткән – һин ул,
Уға ҡаршы баш күтәргән – мин ул:
Ниңә Маян менән Күрпәс түгел,
Йәнәһе, бер изге Валентин ул?
Баҡмаһаң да тарих эҙҙәренә,
Ҡолаҡ һалсы минең һүҙҙәремә:
Үҙ йолабыҙ беҙгә кире ҡайтһын,
Уларҙыҡы ҡалһын үҙҙәренә.


Һүҙһеҙ йыр

Монгол шағирәһе Оюун Санджавиндан

Был тарихһыҙ йырҙы күрше ҡатын
Һыйыр һауған ерҙә йырланы.
Уның йөрәгенән сыҡҡан моңдан
Эйеп торған һыйыр иланы.
Ниндәй ябай табыш: телһеҙ йәнгә
Һүҙһеҙ сығарылған йыры ла.
Әммә көйө, мал күңелен арбап,
Һағыш булып уға һарыла.
Күргәнем бар: тамашасыларҙы
Һоҡландыра йырсы сәхнәнән.
Ә һин, мәхлүк йөрәгенә үтеп,
Ят быҙауға һөйөү уят әле,
Ябай ғына һүҙһеҙ моң менән!
Тышауланған көйө сит быҙауҙы
Имеҙмәгән һыйыр, күр, ана,
Моңға иҫергән дә, эйеп тора,
Елененән, ташып, һөт аға,
Күҙҙәренән һарҡып йәш тама.
Күрше ҡатын йырсы түгел, ләкин
Һүҙһеҙ моңға тулы йөрәге.
Тик ҡатындар белә ундай йырҙы, —
Уларҙың да бик-бик һирәге.


Хоҙайға шылтыратыу

Ҡаҙаҡ шағиры Тлеген Әлинән

Алло!!!
Алла???
Һин мине тыңлаймыһың?!
Ҡолоңдоң моң-зарҙарын аңлаймыһың?
Мәсет тигән таксофонға килеп бөгөн,
Шылтыратҡан Һиңә бер байғошоңмон!..
Алло!!!
Алла???
Һин мине тыңлайһыңмы?!
Тәҡдиремде яҡшырта алмайһыңмы?
Беҙгә Һинең бик кәрәк шәфәғәтең,
Был өнөмә мохтажлыҡ тоймайһыңмы?!
Алло!!!
Алла???
Донъяны камил ҡылдың,
Ҡәҙерҙәрен белһен, тип яҡты көндөң!...
Инде, бына, тәүбәмә килгәндәймен,
Трубкаңды ал, шылтыратам тиеп килдем!
Алло!!!
Алла???
Хушланып байрам менән,
Һүҙҙе оноттом “ерҙә ҡунаҡ инсан” тигән...
Иртәрәк шылтырата алманым шул,
Әҙ булғас таянысым, иман тигән!..
Алло!!!
Алла???
Үҙеңә ихтыяж күп.
Телефонға илтте тәүбәм бөгөн килеп!...
Бәҙрәфкә лә торғо килмәй таң йоҡомдан,
Түшәгемдә күп яттым, төш татлы тип!
Алло!!!
Алла???
Һин генә оло затым!
Тик Һинән бәрәкәтем, ырыҫ-ҡотом!
Шәкерт саҡта бил бөгөп, сәждә ҡылып,
“Биш” алыуға булманы иждиһатым!..
Алло!!!
Алла???
Баш эйеп ырымдарға,
Һорау бирәм: ни көтә мине алда?!
Кәйеф-сафа күп ҡорҙом, хаттин ашып,
Кисерә күр гонаһлы ҡолоңдо, Алла!
Алло!!!
Алла???
Трубкаңды ал, үтенәм!
Тәһәрәтһеҙ йөрөнө тип, биҙмә минән...
Аҡшам мәлен юҡ-барға сарыф итеп,
Аҡсам артмағанға тағы бер үкенәм!..
Алло!!!
Алла???
Йомартлығың, бөйөклөгөң
Үҙгәрткәндәй ғүмерҙең мәғәнәһен...
Хуплар саҡта Һине, ғәмһеҙ булған ҡолдоң
Хупламауға хаҡың бар һәр теләген...
Алло!!!
Алла???
Һин мине тыңлаймыһың?!
Ҡолоңдоң моң-зарҙарын аңлаймыһың?
Бөтә ҡылған гонаһымды кисерә күр,
Ҡолоң инде кафырҙың ҡылмаҫ эшен!!!
Ҡолоң инде көфөрлөк ҡылмаҫ!
Ысын!!!
Донъя

Ҡаҙаҡ шағиры Нурйегет Исхаҡтан

Фани донъя кемгәлер ялған донъя,
Аталарҙан аҙыра ҡалған донъя.
Хәҡиҡәттең ауылы күренер тип,
Ҡарай-ҡарай ҡара күҙ талған донъя.
Фани донъя кемгәлер ҡыҙыҡ донъя,
Күҙҙе арбар гәүһәрҙәй йөҙөк донъя.
Ҡарамаҡҡа бер бөтөн тойолһа ла,
Ялғауҙарҙан ҡоролған өҙөк донъя.
Фани донъя кемгәлер хөсөт донъя,
Гонаһ өсөн йәйелгән түшәк донъя.
Ҡәҙер менән хөрмәттең аръяғында
Хәйлә, мәкер ау ҡорған иҫәп донъя.
Биҙәр донъя берәүгә – аҙар донъя,
Иртәле-кис һәр кемдән уҙар донъя.
Һаҡалыңды бер һыйпап өлгөргәнсе,
Сауҙаңды бөтөрәсәк баҙар донъя.
Көйлө донъя берәүгә, моңло донъя,
Тантананан туҡылған йәмле донъя.
Һис үлмәҫтәй йөрөгәндә, вайран ҡылған,
Киләсәген бер кем белмәҫ шомло донъя.

Йыр-усаҡ

Муҡағәле Маҡатаевтан

Йәнем, тағы болоҡһоп торған сағың!
Бер һапырып ҡуяйым йыр ҡаҙанын.
Мәғлүм түгел – беләме, белмәйме йорт
Арғыл ташлы тауҙарҙың бер ҡаҙағын.
Ышанмаған әҙәмде булмаҫ көсләп,
(Китермен үҙ уйымды үҙем йөкмәп...),
Ҡарыүләңе ҡаҙаҡтың һүнмәһен тип,
Йәшәйем йыр-усаҡҡа утын өҫтәп.
Тыумаҫҡа байыр бер саҡ көнөм минең,
Әммә ҡалыр һөйөклө телем минең.
Хәсрәтле саҡтарымдан төңөлгәндә,
Хәсиәтле телемдән төңөлмәнем.

* * *

Үҙ-үҙеңә һоҡланыуың бөтөр,
Вазифаңдан ҡолаҡ ҡаҡҡас та,
Ҡоршау булып һине ҡамап алған
Ялағайҙар ташлап ҡасҡас та.
Үҙ-үҙеңә һоҡланыуың бөткәс,
Аңларһың һин, бәлки, беҙҙе лә,
Һәм күрерһең: һин дә шул уҡ бәндә
Ысынбарлыҡ тигән көҙгөлә.

* * *

Союз кенәгәһе дан өҫтәмәй,
Арттырмай ул һинең талантты.
Киреһенсә, һиңә ике тапҡыр
Артығыраҡ ҡуя талапты.

* * *
Бәхет шундай хикмәт тулы бер нәҫтә:
Берәү үлә бәхет өсөн көрәштә;
Икенсеһе бәхет нуры аҫтында
Көн итһә лә, мөмкин уны һиҙмәҫкә.

* * *

Яралғының көнө етһә, тыуа торған,
Тыуған кеше ер өҫтөнә һыя торған.
Киң донъяға һыймай, шашҡан әҙәмдәрҙе
Мәле еткәс, урынына ҡуя торған.

* * *

Төн ҡараһы һөймәй көндө, нишләтәһең,
Көн яҡтыһы ҡыуа төндө, нишләтәһең.
Хатта йәнһеҙ килеш ике тәкә башы
Бер ҡаҙанға һыймай инде, нишләтәһең.


Вернуться назад