ТАШЛЫ ҺӘМ ҠАТРАЛЫ БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ЙЫР-МОҢО27.10.2017
ТАШЛЫ ҺӘМ ҠАТРАЛЫ БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ЙЫР-МОҢОТаналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Ташлы һыуын һыулаған Хәйбулла районының Әбүбәкер (Башҡорт Атингәне) һәм Ҡатралы йылғаһы буйындағы Үрге Наҙарғол (Башбүре) ауылдары (Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районына ҡарай) – быуаттар буйы ҡатнашып, ҡыҙ бирешеп, ҡыҙ алышып, туғанлашып йәшәгән төбәктәр. Үҫәргән ырыуы Шешәй түбәһе башҡорттары йәшәгән был ике төбәктең йыр-моңдары ла уртаҡ.

Башбүре ауылынан 1956 йылда Әбүбәкергә килен булып төшкән Зөлфиә Зыя ҡыҙы Сынбулатова (ҡыҙ фамилияһы — Исхаҡова) 96 йәшлек ҡәртәсәһенән отҡан мөнәжәтте – Ҡатралы буйы башҡорттары хазинаһын – ғүмере буйы күңелендә һаҡланы, иҫтәлек итеп йәш быуынға ла тапшырып китте. (Текстарҙа авторҙарҙың стиле һәм башҡорт теленең көньяҡ диалекты Эйек-Һаҡмар һөйләшенә хас үҙенсәлектәре һаҡланды – Г.Б.-Ҡ.).
Мөнәжәтләр уҡим әле, // Тыңнаһағыҙ күңел һалып. // Үткән ғүмерләрҙе уйлап, // Ултырам хайран ҡалып. // Ташлы буйларын буйланым – // Балдырған, ҡуҙғалағын, // Әтнек, һарыналар ашап, // Йәннәремде аҫраным. // Йа илаһым, ғәфү әйлә, // Ғәфү ҡыл барсаларын. // Йа илаһым, мөштәләҡим, // Әүмәтемә бир иман. // Өҫтәлләрҙә төрлө ниғмәт – //Төрлөһөндә төрлө ләззәт. // Быларҙы әҙерләүселәргә // Хоҙай бирһен үҙе йәннәт. // Мөнәжәтләр яҙыр өсөн // Ҡағыҙ менән ҡара етмәҫ. // Йөрәгемдән ҡайғы китмәҫ, // Сабырлыҡ бир, Тәғәлә -Аллам. // Күп йүгерҙем донъя ҡыуып, // Тәғәтемде ҡылманым. // Әллә инде белмәнемме // Ата-инә хаҡларын?! // Йә илаһым, мөштәләҡим, // Әүмәтемә бир иман. // Күпме ғүмер йәшәһәм дә, // Был ғүмерҙән туйманым. // Үтеп киткән ғүмеремде // Бер көндәй үк һиҙмәнем. // Йа илаһым, ғәфү әйлә, // Ғәфү ҡыл барсаларын. // Мөнәжәтләр яҙыр өсөн // Алайым ҡағыҙ-ҡәләм. // Уҡығанды тыңнағанға // Минән булһын күп сәләм.
ТАШЛЫ ҺӘМ ҠАТРАЛЫ БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ЙЫР-МОҢОШулай уҡ Үрге Наҙарғол ауылы ҡыҙы, Әбүбәкер килене Фәниә Ғәйнетдин ҡыҙы Моталова: “Минең әсәйем йырсы булды. Ул “Сәлимәкәй”ҙе, “Урал”ды, “Буранбай”ҙы, “Шафиҡ”ты, “Уйыл”ды вис йырлай тор­ғай­ны”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаш­ты. “Әрме” йырын да ишеттерҙе Фәниә инәй. Тимәк, ҡыуандыҡтар административ бүленеш буйынса Башҡортос­тандан ситтә тороп ҡалһа ла, йыр-моңо­боҙҙан яҙмаған, боронғонан ҡалған аманатты йәш быуынға таратып йәшәүҙәрен дауам итә.
Әбүбәкерҙә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмер кисергән Зөлфиә Зыя ҡыҙы килен булып төшкән еренә генә хас йыр-моңдо ла яратып башҡара ине. “Бейемем икәү булды. Көндәшле ике бейемем. Йырсы булдылар. Шуларҙың иҫтәлеге итеп әлеге көндә лә йырлап киләм Әбүбәкер ауылында сыҡҡан “Зиләйлүк” йырын:
Сәхрәләргә(й) сығып йөргәнемдә,
Зиләйлүк,
Хушланманым, хушланманым
сәскәләр еҫенә.
Иҫләремә төшһәү, иҫ(е)мүк китә,
Зиләйлүк,
Уҙған ғүмерем, уҙған ғүмерем
төшһә лә иҫемә.
Сылтырлаптай аҡҡан бәл(ә)кәй йылға,
Зиләйлүк,
Әкрен ипләп, әкрен ипләп
Баҫыпта(у) үтәйек.
Был ғүмерләр беҙгә(ү) ике килмәй,
Зиләйлүк,
Уңайлары, уңайлары килһәлә(ү)
һүтәйек”.
Ҡайһы бер мәжлестәрҙә Зөлфиә Сынбулатова был йырға туған йылғаһы Ҡатралының исемен ҡушып йырлай торған булған.
ТАШЛЫ ҺӘМ ҠАТРАЛЫ БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ЙЫР-МОҢОӘбүбәкер ауылы ҡыҙы Тәнзилә Ҡыҙрасова иһә был йырҙы бөтөнләй башҡа һүҙҙәр менән тәҡдим итә: “Беҙҙең Әбүбәкер ауылында “Зиләйлүк” тип йыр йырлайлар бит инде. Мәжлес йыры ул. Зиләйлүк исеменән сыҡҡан йыр түгел! Зиләйлүк, айһайлүк, ул-был итеп, ҡушып йырлайлар бит әле. Шуны йырлайым инде мин. Таралһын, тип, йөрөгән ер һайын йырлайым үҙемдең ауылымдың йырын. Онотолмаһын, тип. Йәшләр отоп алһын, тип.
Ике лә генә ҡола, ай бер ерән,
Зиләйлүк,
Әйҙәп алып, әйҙәп алып булмай бит
юл менән.
Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты,
Зиләйлүк,
Һыпырып алып, һыпырып
алып булмай бит ҡул менән.
Ташлы ғына һыуҙың буйларында
Зиләйлүк,
Балдырғандан, балдырғандан
йыуан да йыуа бар.
Эскенәйең бошоп, йөрәгең янһа,
Зиләйлүк,
Илап ала, илап ала торған да йола
бар”.
Әбүбәкерҙәрҙең тәғәйен үҙ йыры күптәрҙең күңел түрендә һаҡлана. Әминә Фәтхулла ҡыҙы Ҡоҙабаеваның һөйләүенсә, атаһы Фәтхулла Нотфулла улы Билалов “Зиләйлүк”те киләһе һүҙҙәр менән йырлар булған:
Һыуһап ҡына йөрөп һыу тапманым,
Һыулүҙәккәйләрҙә һыу бөткән.
Уйнап ҡына көлөп, ашап-эсәйек,
Был донъяны мәңге кем көткән?!
Ташлы ғына һыуҙың буйларында
Үрле-түрле йөҙә күк бәрҙе.
Ышанмағыҙ, дуҫлар, был донъяға,
Һемәйтеп үк ҡуя күпләрҙе.
Ялан ғына ерҙә яңғыҙ ҡайын –
Ялан ғына ерҙә межа ул.
Эсмәҫ кенә ерҙә һыу эсерә
Был донъяҡайларҙа нужа ул.
Шуны ла билдәләп үтеү кәрәк: Фәтхулла Билаловтың иҫтәлеге итеп һаҡланған был йырҙың ҡайһы бер мотивтарын Хәйбулла районының башҡа ауылдарында ла ишетергә мөмкин булған. 1968 йылда БДУ фольклорсылары тарафынан Аҡташ ауылында яҙып алынған “Һаҡмар” исемле йырҙа түбәндәге юлдар ҡабатлана:
Һыуһап ҡына йөрөп һыу тапманым,
Һыулы үҙәкләрҙә һыу бөткән.
Уйнап ҡына көлөп йәшәйек беҙ,
Был донъяны мәңге кем көткән.
Фатима инәй Бикбова тарафынан яҙҙырылған был йырҙа Хәйбулла төбәгенә генә хас “Узала” йыры менән дә уртаҡ юлдар бар.
Күреүебеҙсә, Ташлы йылғаһы гидронимы Әбүбәкер ауылы халҡы тарафынан ижад ителгән йыр-моңдоң һәр береһендә мотлаҡ сағылыш таба. Ауылдың уҡы­мышлы кешеләренең береһе булған Уйылдан олатай Сынбулатовтың йырҙары ла Ташлы йылғаһына тәрән мөхәббәт менән һуғарылған. “Мин, Уйылдан Айса улы, бер аҙ иҫтәлек яҙырға башлайым. Тәүҙә үҙ әхүәлемде аҙ ғына иҫкәртеп китәйем. 1886 йылда донъяға килгәнмен. Атайым Айса Әхмәт улы булған. Ауыл мәктә­бендә уҡыһам да, яҡшы ғына мәғлүмәт алдым. Шуның менән мин үҙ ауылымда биш йыл, сит ауылда биш йыл уҡыттым.
Донъя көтөүгә илтифатлы булдым. Яҡшы йәшәнем. Тоғролоҡ менән көн кисерҙем һәм колхозда ла ҙур тырышлыҡ менән эшләнем. Тимерсе һәм балта оҫтаһы булып эшләп, бүләктәр ҙә алдым.
Шулай йөрөй торғас, ҡорт көтә башланым. Беҙҙең Ташлы бик йәмле ул. Уның буйы һәр төрлө ағас. Үҙәкләре урманлыҡ. Шул ағасҡа умарта күтәреп, һәр көн барып ҡарап йөрөй торған булдым. Мин барып йөрөгән саҡлар – бик йәмле май сислаһы (числоһы – Г.Б.-Ҡ.). Ағаслар япраҡ ярған, йәм-йәшел. Һәр төрлө ҡошлар һайрашалар. Шул саҡларҙа күңелләрем сөскәреп, Ташлы йылғаһына бағышлап, ошо иҫтәлек дәфтәрен яҙырға булдым.
Төрлө ҡошлар тауышын ишетәм бит,
Ташлы буйҡайларын буйлаһам.
Эскенәйем боша, йөрәгем яна,
Уҙған ғүмерләрҙе уйлаһам.
Ташлы һыуларына баҫма һалдым,
Әкрен генә атлап үтегеҙ.
Йырларымды яҙып ҡалдырамын,
Иҫтәлек тә итеп тотоғоҙ!
Ташлыҡайым, һинең буйларыңда
Тал-ҡарағатларың беште инде.
Әллә ниңә быйыл шулай булды:
Йөрәкләргә дәртләр төштө инде.
Хуш булығыҙ инде, һеҙ ҡалырһыҙ,
Һау-сәләмәт кенә булығыҙ.
Минән инде һеҙгә шул үтенес:
Онотмағыҙ, иҫкә алығыҙ!
Минең яҙған һүҙләр иҫкә төшһә,
Ташлы буйларына барығыҙ.
Ҡабатлайым, тағы шуны әйтәм:
Онотмағыҙ, иҫкә алығыҙ”.
Үҫәргән ырыуының шешәй түбәһе башҡорттары һыулаған Ташлы һәм Ҡатралы йылғалары атамалары башҡорт шиғриәтенә лә килеп инде. Әбүбәкер ауылында тыуып үҫкән шағир Ҡадир Әлибаев “Ташлы һыуы тулҡын-тулҡын, / Шул һыуҙа аҡҡым килә...”, – тип моңланһа, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, ҡараштарын алыҫтарға – Ырымбур далаларына – ташланы. “Күк бүре” поэмаһында:
Һаҡмарыма ҡайтам – Бүреләргә,
Бүреләрҙең бында ояһы:
Баш Бүре,
Һаҡмар Бүреһе,
Ҡатралы Бүреһе,
Наҙарғол Бүреһе,
Таналыҡ Бүребайы... –
Ана ниндәй өйөр булғанбыҙ!
Таралғанбыҙ, донъя тулғанбыҙ!
Инә Бүре алып килгән беҙҙе
Күпме ара үтеп Алтайҙан... – тип яҙҙы.
Күрше, туғандаш ике ауылдың йыр-моңо халыҡ күңелендә йәшәүен дауам итә. Ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән, ипле, алсаҡ яҡташтарыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлай улар. Ваҡ-төйәк етешһеҙлектәргә иғтибар биреп, арабыҙҙа йөрөгән кешеләрҙең эске матурлығын баһалап еткермәүебеҙ хаҡында иҫкәртә. Беҙҙең экспедиция өсөн ҙур табыш булды Үрге Наҙарғол (Бүре) ауылынан Әбүбәкергә килен булып төшкән инәйҙәр. Улар күңелендә һаҡланған хазиналарҙы фольклор йыйынтыҡтарына индереү башҡорт фольклористикаһы фәнен байытыр, тигән өмөттәбеҙ.
Информанттар исемлеге
1. Бикбова Фатима Йәләлетдин ҡыҙынан 1968 йылда яҙып алынған. 1909 йылғы, Аҡташ ауылы (үҙе Йәнтеш ҡыҙы).
2. Билалова (ҡыҙ фамилияһы Нарбутина) Ғәбиҙә Сәлихйән ҡыҙынан (1914 йыл­ғы, 6 бала әсәһе, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы) 2007 йылда ҡыҙы Ҡоҙа­баева Әминә Фәтхулла ҡыҙы яҙып алған.
3. Ҡыҙрасова (ҡыҙ фамилияһы Сынбулатова) Тәнзилә Ҡәйүм ҡыҙы, 1937 йыл­ғы, 6 бала әсәһе, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы.
4. Моталова (ҡыҙ фамилияһы Бүкәнбаева) Фәниә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1939 йылғы, 5 бала әсәһе, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы.
5. Сынбулатова (ҡыҙ фамилияһы Исхаҡова) Зөлфиә Зыя ҡыҙы, 1937 йылғы, 3 бала әсәһе, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы.
6. Сынбулатов Уйылдан Айса улының (1886 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуған) һөйләгәнен ейәне Хәлит Муса улы Ҡоҙабаев 1969 йылда магнитофон таҫмаһына яҙҙырып алған.

Гөлнур БИЛАЛОВА-ҠАСҠЫНОВА,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад