Ҡаҙағстанда милләттәштәребеҙ Башҡортостанды онотмай27.10.2017
Ҡаҙағстанда милләттәштәребеҙ Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләне. Сараны Астаналағы Рәсәй мәҙәниәт һәм фән үҙәге менән берлектә “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни үҙәге ойошторҙо. Рәсәй мәҙәниәт һәм фән үҙәге етәксеһе Виктор Нефедов, халыҡты байрам менән ҡотлап, Рәсәй Федерацияһының иң ҙур субъекты — Башҡортостандың ил иҡтисадына һәм мәҙәниәтенә һиҙелерлек өлөш индереүен, Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ике яҡлы хеҙмәттәшлеген, тауар әйләнешен арттырыуға ла булышлыҡ итеүен билдәләне.
Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ “Аҡбуҙат” үҙәге рәйесе Урал Аҙнабаев, Ҡаҙағстан халҡы ассамблеяһы һәм Астана энтомәҙәни үҙәктәре вәкилдәре тәбрикләне.
Байрам концертында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Астана Опера” опера һәм балет театры солисы Әлфиә Кәримова, башҡорт берекмәһе һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны. Рәсми программа тамамланғас та, халыҡ таралырға ашыҡманы, туған телдә шиғырҙар уҡыны, йырлап-бейешеп күңел асты.
Виктор Нефедов “Аҡбуҙат” берекмәһенә башҡорт фольклор ансамбле ойошторорға тәҡдим итте һәм киләсәктә Рәсәй үҙәгендә үтәсәк сараларҙа сығыш яһарға саҡырҙы.
– “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берекмәһе исеменән Өфө ҡала хакимиәтенә һәм ҡала башлығы Ирек Ялаловҡа май айында Астанала үткән осрашыуҙа тапшырылған милли костюмдар өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Әле Республика көнөн ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгесе Марат Ғилмановҡа, рухлы йәштәребеҙ Айһылыу Байғусҡароваға һәм Фатима Янбаеваға ла ҙур рәхмәт, – ти берекмә етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Байрамға милләттәштәребеҙ милли кейем һәм сувенирҙар, китап күргәҙмәһе әҙерләгәйне, Башҡортостан тураһында видеофильм да ҡараныҡ, тип хәбәр иттеләр яҡташтарыбыҙ Астананан.