Күл тамсынан йыйыла27.10.2017
Коми Республикаһында быйыл май айында ғына ойошторолған Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы “Регион добрососедства” республика конкурсында ҡатнашып, Сыктывкарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре үткәреүгә 70 мең һумлыҡ грант отто.
Сара быйыл 15–17 ноябрҙә үтергә тейеш. Сыктывкар башҡорттары Коми халҡын төп уйын ҡоралыбыҙ ҡурай менән таныштырырға, Башҡортостан рәссамдарының картиналарынан күргәҙмә ойошторорға йыйына. Ойошма етәксеһе Рәүҙәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостандан ижади делегация килеүе көтөлә.
***
Ҡурған, Силәбе өлкәләренә экспедиция әҙерләнә.
“Көнсығыш диалекттың телмәрен йыйырға ине иҫәп. Был төбәккә ҡараған һөйләштәрҙең барыһы ла ҡыҙыҡлы. Тупланған аудиоматериал нигеҙендә башҡорт диалекттарының телмәр корпусын төҙөргә йыйынабыҙ”, – тине Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зиннур Сиражетдинов.
Зиннур Әмир улын күптәр белмәһә лә, уның хеҙмәте киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш: ул – Башҡорт теленең машина фондын, Башҡорт терминологияһы базаһын эшләгән телсе-ғалим.
***
Ҡоролтайға йылы осрашыуға Украинаның Харьков ҡалаһынан милләттәшебеҙ Миңлефәрзәнә Мөхәррәм ҡыҙы Олейник килде.
Харьков ҡалаһында эшләп килгән “Ҡоролтай” башҡорт мәҙәни үҙәге Украиналағы ҡәрҙәштәрҙе берләштерә. “Берҙәм булырға, туған телде, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға тырышабыҙ. Ҡырымдағы, бөтөн Украиналағы башҡорттар менән аралашып йәшәйбеҙ”, – ти Миңлефәрзәнә Мөхәррәм ҡыҙы.
Ҡоролтайҙың төбәктәр менән эшләгән баш белгесе Алһыу Сирғәлина яҡташыбыҙға методик ярҙам күрһәтте, китап-әсбаптар һәм фольклор ансамблдәренә милли костюмдар тапшырҙы.