Шөкөр ҡылып йәшәй белһәң...27.10.2017
Шундай мәҙәк фекер бар: “Элек ҡиммәтле тимер ат кешенең күпме хеҙмәт хаҡы алып эшләгәнен күрһәтһә, хәҙер күпме бирәсәге барлығын сағылдыра”. Сикһеҙ йыһан киңлеге, унда барған үҙгәрештәр, көстәр ағымы һәм йәшәйеш ҡануны менән һәр саҡ ғәҙеллек идара итә, тиелә боронғо яҙмаларҙа. Аҡыл эйәләре уны тәҡдир тип йөрөтә. Тәҡдир һәм уның яҙмышыбыҙға тәьҫир итеүе хаҡында төрлө фекер-фараздар бар.

Кеше яҙмышы ҡатмарлы: кемгәлер туҡтауһыҙ һыҙланыуҙар, юғалтыуҙар аша үтергә, тырышып эшләп тә фәҡирлектә һәм ауырлыҡта ғүмер кисерергә тура килә. Тирә-яғыбыҙҙа ғәжәп яҙмышлы, оҫта ҡуллы, тормошто йәмләргә, матурларға ынтылып, ауырлыҡтарға ҡаршы торған кешеләр бар. Шуларҙың береһе – Балаҡатай районының Апут ауылында ғүмер иткән Әхмәтйән Сафа улы Абдуллин.
Ул 1957 йылдың авгусында алты балалы ғаиләлә ауаз һалған. Әле лә тыуған ерендә ғүмер итә. Атаһы – Сафа Абдулла улы “Осҡон” хужалығында малсы, ә әсәһе Мәнзүмә Байназар ҡыҙы сығышы менән Билән ауылынан, һауынсы була.
Әхмәтйән Сафа улы, Дыуан ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһын тамам­лағас, Ҡаҙағстанда хеҙмәт итә. Армиянан һуң “Осҡон” хужалығында оҫта, рәйес ярҙамсыһы, ойоштороусы булып эшләй.
– Совет осорон хәҙер төрлөсә иҫкә алалар. Ә мин ул йылдарҙы һағынам, бик матур йәшәнек. Хеҙмәт кешеһенә хөрмәт булды, матди яҡтан да хәлебеҙ яҡшы ине, аҡсаһыҙ ултырманыҡ, – ти ул, йәш саҡтарын иҫләп.
“Өйләнгән үҫәр, өйләнмәгән үсәр” тиелә мәҡәлдә. Һөйөү-сәғәҙәт миҙгелдәре онотолмай. “Минең Нәжибәмә Аллаһ Тәғәлә сибәрлекте ҡыҙғанмаған, зифа буй-һын, ҡап-ҡара ҡуйы сәстәр, һәр кемдең башын әйләндерерлек серле сөм-ҡара күҙҙәр. Ир-егеттәр ундай ҡатын-ҡыҙ алдында баштарын юғалта”, – тип ул ҡатыны тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтә.
Әхмәтйән Сафа улы Билән ауылы һылыуҡайына бер күреүҙән ғашиҡ була. Шулай итеп, 1978 йылда Нәжибә Мансур ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Улдары Айгиз, Адис тыуа. Татыу, матур ғаиләлә үҫкән егеттәр хәҙер үҙҙәре лә башлы-күҙле. Икеһе лә Өфөлә төпләнгән. Айгиз тормош юлдашы Дания менән өс бала тәрбиәләһә, Адис менән Айгөл килен ике бала үҫтерә. Улар атай йортон онотмай, ейән-ейәнсәрҙәре менән йыш ҡайтып тора.
1996 йылда “Осҡон” хужалығы тарҡала. Күптәр ғаиләһен ташлап, Себергә йәки ҡалаға эш эҙләп сығып китә. Әммә Әхмәтйән Сафа улы ҡатыны менән кәңәшләшеп, мал үрсетеп, шул иҫәпкә йәшәргә ҡарар итә. Хәҙер инде 21 йыл шәхси хужалыҡ иҫәбенә йәшәйҙәр. Техникаһын да алғандар. Күршелә торған Ғәбделйән ҡустыһы ла, ауылда йәшәгән Сабирйән ҡустыһы ла ағайҙары кеүек мал иҫәбенә көн күрә.
– Йыл буйы тиерлек һөт һатабыҙ. Уның хаҡы билдәле: эшкәртеү цехтары һөттө 19 һум менән ҡабул итә. Аҡса аҡмаһа ла, тамып тора. Иттең хаҡын үҙем ҡуям. Баҙарҙа йәки башҡа урында хаҡты ныҡ күтәрәләр. “Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, хаҡты артыҡ күтәрмәгеҙ”, – тип әйтелә диндә. Шуға ла башҡалар 350 һум һораһа, мин 260 һум менән тәҡдим итәм, – ти Әхмәтйән Сафа улы.
Ир-уҙаман бөтәһенә лә үҙ тырышлығы, көсө менән өлгәшкән. Ғәрәптәр әйтмешләй, башлаған эш – бөткән эш. Ике тиҫтә йыл Абдуллиндар үҙҙәре өсөн эшләй һәм хеҙмәт емештәренең файҙаһын күрә. Нәжибә Мансур ҡыҙына һыйыр һауыу еңел булһын тип һауын аппараты ла һатып алғандар.
– Үҙемде белгәндән бирле Хоҙайға ышанам. Һәр ваҡыт эшләрҙән, ашарҙан алда, ҡайҙа ғына барыр булһам да – “Бисмилләһ”, берәй эш ниәтләнгәндә – “Иншәллаһ”, хаталанып гонаһ ҡылһам, тәүбә итеп – “Әстәғәфируллаһ”, һоҡланып ҡарағанда “Сөбхәнәллаһ” тип әйтәм. Дингә ышанған кеше булараҡ, үҙемә бирелгән барлыҡ ниғмәттәр өсөн Аллаға шөкөр ҡылам, – ти Әхмәтйән Сафа улы.

Айҙар ҒӘЗИЗОВ.
Дыуан районы.


Вернуться назад