Ҡартлыҡ килер бер көн27.10.2017
“Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлығың тыныс булһын”, – тип ҡабатларға ярата өлкәндәр. Ысынлап та, йәш, һау саҡта хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр юҡ. Ә бына ғүмер үтә бара әүәл анһат ҡына күренгән ваҡ-төйәк эште башҡарыу ҙа көс талап итә.

Йәшерен-батырын түгел: һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә өлкән йәштәргә ҡараш бер аҙ тоноғайып ҡалғандай тойола. Дауаханаға алмай йонсотоуҙары ла сер түгел, ҡайһы бер социаль ярҙам саралары ла тейешле кимәлдә күрһә­телмәй.
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы оҙайлы ҡарау йәһәтенән концепция эшләүгә тотондолар. Ул медицина һәм социаль яҡлауҙы үҙ эсенә ала. Атап әйткәндә, Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге попечителлек һәм социаль өлкә мәсьәләләре буйынса Совет ултырышында вице-премьер Ольга Голодец шундай эш ҡушты.
Вице-премьер билдәләүенсә, 30 – 50 йыл элек беҙҙең илдә өлкән кешеләрҙе ҡарау темаһы ул тиклем үк киҫкен тормай ине. “Хәҙер йыл һайын ғүмерҙең оҙоная барыуын күҙәтәбеҙ. 2013 йылда 70 йәш тупһаһын үттек, был, халыҡ-ара статистика буйынса, илдең бер тормош сифатын икенсеһенән айыра”, – тип билдәләне О. Голодец.
Бөгөн донъяла 55 илдә уртаса ғүмер оҙонлоғо 70 йәштән юғары. Рәсәйҙә хәҙер был нисбәт 72,5 йәш тәшкил итә. Ә бит ошо күрһәткестән шаҡтай юғарыраҡ булған төбәктәр ҙә бар. Был, әлбиттә, халыҡтың мәҙәни кимәленә, йәшәү рәүешенә лә бәйле. Мәҫәлән, Ингушетияла ғүмер оҙонлоғо – 80 йәштән юғары. Аңлашыла: бында иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡмайҙар, үҙҙәренең милли йолалары буйынса йәшәйҙәр. Мәскәү халҡына ла ошо күрһәткескә өлгәшеү өсөн бер нисә йыл ғына етмәй. Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙәге уртаса йәштән аҙыраҡ ғүмер кисергән төбәктәр ҙә бар. Башлыса был Алыҫ Көнсығыштағы Йәһүд автономиялы округына, Амур өлкәһенә ҡағыла. “Илдә 70-тән уҙған 13,37 миллион кеше йәшәй. Уларҙың бер өлөшө махсус тәрбиәгә мохтаж. Өлкән быуынды һөнәри йәһәттән көйләгән тәрбиә системаһы булдырыу – беҙҙең бурыс”, – тип билдәләне Ольга Голодец.
“Старость в радость” ҡарттарға һәм инвалидтарға мәрхәмәтлелек фонды директоры Елизавета Олескина билдә­ләүенсә, бөгөн беҙҙең илдә был категория кешеләрен тәрбиәләү йәһәтенән бөтәһе лә ыңғай түгел. Бының менән төрлө хеҙмәттәр шөғөлләнә, улар айырым-айырым эш итә.
Донъяла өлкәндәрҙе комплекслы оҙайлы тәрбиәләү эшмәкәрлеге бынан 30 йыл әүәл йәнләнә башлай. Башҡа дәүләттәр кеүек, Рәсәйгә лә тәүҙә ярҙамға нисә кеше мохтаж булыуын билдәләү, уларҙы финанслауға ниндәй сығанаҡтарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген, шулай уҡ берәүҙәрҙе махсус учрежде­ниеларҙа, икенселәрҙе йортта ҡарау, ғаилә һәм профессиональ тәрбиә форсатын аныҡлау мөһим. Һуңынан программалар эшләү кәрәк.
“Рәсәйҙә был юҫыҡта эш төрлөсә бара, – ти Елизавета Олескина. – Һәр элемент үҙенә бикләнгән. Мәҫәлән, дәүләт юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтә, ҡатмарлы һәм ҡый­батлы операциялар яһай. Әммә һуңынан пациенттарҙы реабилитациялау, уларҙы тәрбиәләү көйгә һалынмаған. Был операцияны юҡҡа сығарыуы ихтимал”. Йыш ҡына дауахананан өйөнә ҡайтарылған ауырыуҙың тейешле тәрбиә булмау сәбәпле, сире киҫкенләшеп, үлеп йәки ғәрип ҡалыу осраҡтары ла юҡ түгел. Һөҙөмтәлә табиптарҙың тырышлығы, дәүләттең шаҡтай аҡса түгеүе бушҡа китә. Тап шуға ла Ольга Голодец был мәсьәләне тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәрҙе һайлау юҫығында эшләүҙе йөкмәтте.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 773 мең самаһы өлкән йәштәге кеше йәшәй. Улар 60-тан уҙған һәм унан ололар. Шуларҙың 513 меңе 60 – 74, 246 меңе 75 – 89 йәштәгеләр. 13,7 мең кеше оҙаҡ йәшәгәндәр исемлегенә инә. Улар – 90-ды үткән һәм унан өлкәндәр.

И. ХАҠОВ.


Вернуться назад