“Бәпембә”ле көләс балалар27.10.2017
“Бәпембә”ле көләс балаларКүптән түгел Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында III “Бәпембә” республика балалар шиғриәте фестивале үтте. Унда йыл дауамында Интернет селтәрендә үҙҙәренең ижади оҫталыҡтарын күрһәткән балалар ҡатнашты.

Матбуғат һәм киң мәғлү­мәт саралары агентлығы, “Башҡортостан Республи­каһы” нәшриәт йорто һәм “Аҡбуҙат” республика балалар журналы ойоштор­ған матур сара һәр кемде мажаралы бала саҡ донъяһына алып инде. Сәстәрен икенән үргән көләкәс ҡыҙҙарҙың һәм, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, сәхнәлә ышаныслы баҫып торған салауаттай батырҙарҙың сығыш­тары сағыу, үҙенсәлекле, ихлас булды. Ғафури районы Красноусол ҡасаба­һының башҡорт гимназияһы уҡыу­сы­ларының матур бейеү­ҙәре, Сибай ҡалаһы балалар баҡсаларынан килгән бәлә­кәс­тәрҙең ҡыйыу сығыш­тары, Бөрйән районы уҡыу­сыларының берҙәмлеге, баш ҡаланың 14-се музыка мәк­тәбе уҡыусыларының йыр-моңо, Архангел, Ейәнсура, Ауырғазы, Йәрмәкәй, Баймаҡ райондарынан килгән бәлә­кәс­тәрҙең сығыштары ал­ҡыш­тарға күмелде. Фести­валдә шағирә Фәүзиә Рәхим­ғолованың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында ла еңеүселәр билдәләнде. Шиғыр яҙыусылар араһында иһә “Алтын бишек”, “Изгелек”, “Хыял” номинацияларында еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр, махсус приздар тапшырылды.
Бөрйән районынан килгән Айгөл Сөләймәнова үҙенең “Йәшәү көсө” тип исемләнгән шиғырын һөйләп, гран-приға лайыҡ тип табылды. Тырыш ҡыҙ электрон китап менән бүләкләнде.
Сараны конкурсанттарҙың йыр-бейеүҙәре менән бергә “Арғымаҡ” этно-төркөмөнөң сығыштары ла биҙәне. Улар байрам мөхите менән рухланған ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы дәртле ҡурай моңона, заманса башҡа­рылған халыҡ йырҙарына бейетеп тә алды. Ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы, тәрбиә­селәрҙе, ғөмүмән, кисәгә килгән һәр кемде ҡанатландырҙы был сара. Республика баҫмаларының, гәзит-жур­налдарҙың баш мөхәррирҙәре, яҙыусылар, шағирҙар “Аҡбуҙат”ҡа атланып алға елгән бәләкәйҙәргә ҡарап, киләсәктә ҙур өмөттәр бағлауҙары хаҡында әйтте. “Бәпембә” республика фес­ти­валенең балаларҙы рухлы, телле итеп үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индереүен бил­дәләп, уны ойоштороу­сыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ҡояшлы бала саҡ иленә баҡҡан һайын күңел нурлана. Киләсәктә үҙ телдәрен белгән, һәләтле, уңған ҡыйыу егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп килеүенә ихлас күңелдән шатланаһың. Ә яҡты киләсәккә күпер матур саралар ярҙамында һалына. Быйылғы “Бәпембә” республика балалар шиғр­и­әте фестивале лә уны үҙ миҫалында раҫланы.


Вернуться назад