Бер йыл элек Йәнйегет халҡы тыуған төйәгенең ике быуатлыҡ оло байрамын билдәләгәйне. Быйыл улар йәнә ҙур ҡыуаныс кисерҙе: көҙ башында ауылда күркәм иман йорто асылды.Байрамда район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Урал аръяғы төбәктәренең ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Сибайҙағы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Fәзизов, эшҡыуарҙар, диндарҙар, тотош ауыл халҡы ҡатнашты. Сара иман йортона аят бағышлауҙан башланды. Унан Илшат Хәмит улы һүҙ алды.
– Беҙҙең Баймаҡ республикала иң күп мәсетле район булараҡ танылыу алды, – тине ул. – Әле төбәгебеҙҙә алтмыштан ашыу иман йорто эшләй. Һәр кем белә: мәсете һәм мәктәбе бар ауылда тормош дауам итәсәк. Изге йорттар төрлө быуын вәкилдәрен берләштереп, иманға әйҙәһен. Йәнйегет мәсетенең дә тупһаһына саң ҡунмаһын, унда дини һәм әхлаҡи яҡтан ныҡлы белем-тәрбиә бирелһен. Йома намаҙҙарына халыҡ күпләп, ҙур теләк менән йөрөһөн.
Артабан Илшат Хәмит улы башланғысты тормошҡа ашырыуға күп көс һалған ир-уҙамандарҙы тәбрикләне. Араларында иман йорто өсөн бура бурап, уны үҙ техникаһында ауылға алып килеп биргән эшҡыуар А.А. Филин, төҙөлөштөң башынан аҙағынаса ярҙам иткән фермер Ф.И. Ҡоланбаев, “Универсал” йәмғиәте директоры И.Ф. Fафаров, А.З. Арыҫланов һәм мәсет һалыу буйынса ойошторолған комиссия рәйесе Б.Ә. Мусин бар ине. Уларға Баймаҡ районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йәнйегеттә тыуып үҫкән Булат Әхмәҙей улы иман йортон сафҡа индереүгә ике йыл ярым ваҡыт талап ителгәнен белдерҙе. Ул шулай уҡ, ошо арауыҡта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, иң әүҙем өмәселәрҙе, төҙөлөштә ҙур ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарҙы билдәләп үтте. Бағыусылар А.А. Филинға, Ф.И. Ҡоланбаевҡа, И.Ф. Fафаровҡа, Әғләметдин хәҙрәт Fәзизовҡа, Р.К. Йәрмөхәмәтовҡа, Р.Х. Хәсәновҡа, Р.Р. Өмөтбаеваға һәм дөйөм эшкә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылған башҡаларға Татлыбай ауылы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йәнйегеттәр үҙҙәренең әүҙемлеге менән Урал аръяғы райондарында йәшәгән күп мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ҙур өлгө күрһәтте. Былтырҙан алып бында илле өмә үткәрелгән, халыҡ тарафынан 460 мең һум аҡса йыйылған. Мәсет ихатаһын төҙөкләндереүгә лә ауылдаштар дәррәү сыҡҡан. Киләсәктә лә ошондай берҙәмлек һаҡланһын, иман йортонан аҙан тауышы өҙөлмәһен, йәше-ҡарты йома намаҙҙарына ихлас йөрөһөн.
Баймаҡ районы.