Башҡаны фәрештә тип бел27.10.2017
– Мин бәләкәй саҡта яһиллығы, хатта ки әҙәпһеҙлеге менән дан алған бер инәй хәҙер аят-доға уҡып, дини мәжлестәрҙең уртаһында йөрөй. Ауыл халҡы хәйерҙе лә тап уға бирә. Ә минең был инәйгә күңелем тартмай, элекке холҡо иҫемдән сыҡмай...
Р. ҒАЙСИНА.
Белорет районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Яуапты динебеҙ тарихынан башлайыҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм Әбү Муса әл Әшәриҙе үҙенең вәкиле итеп Йәмәнгә ебәрә. Уға сит ерҙә динебеҙҙе тарата башлау алымдарын өйрәтә. “Эште “Лә Иләһә Илләл-лаһ!” һүҙенән башла”, – ти, әммә ваҡыт ҡуймай. Был са­ҡырыу “Ҡөрьән Кәрим” тәғлимәте буйынса башҡарылырға тейеш: изге китапта, мәғлүм ки, әҙәм балаһының күңелен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулау мөмкинлеге хаҡында әйтелә. “Башҡа дин әһелдәре менән бәхәскә ингән хәлдә лә, һәр нәмәне ныҡлы уйлап, аҡыл менән үлсәп һөйләргә кәрәк”, – тиелә.
“Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәрҙе артабан намаҙға өйрәт”, – ти сәхәбәгә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡыт билдәләмәй. Унан инде сит ерҙә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа ғибәҙәт-ғәмәлдәрҙе өйрәтеү бурысын ҡуя. Был эштәрҙең дә ниндәй ваҡытта үтәлергә тейешлеге тураһында әйтмәй. Ошонан сығып нимә әйтергә мөмкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр? Исламға килеү тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Хатта ки “Ҡөрьән Кәрим” дә бит 23 йыл дауамында төҙөлгән. Изгелек, сауап, гонаһты аңлатыуҙан башланған изге китап, мосолман ҡанундарының һәр береһенә айырым туҡталып, “Исламда булырға ризабыҙ” тигән төшөнсәне биргән аят менән тамамлана.
Эйе, барыһы ла ваҡытҡа бәйләнгән. Бер-беребеҙҙе ҡабаландырып, үткәненән сүп эҙләп, халҡыбыҙҙың әкренләп иманға ҡайтыуына ҡаршылыҡ күрһәтмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һөҙөмтәлә хатта ки башланған эштең дә селпәрәмә килеүе ихтимал. Әҙәм балалары бит төрлө. Бе­рәү­ҙәр һәр көндөң, сә­ғәттең ҡәҙерен бе­леп, үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылһа, икенселәргә бындай ихтыяж һуңлабыраҡ килә. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәгә тиҙ генә өлгәшеү ҙә мөмкин түгел. Тимәк, әгәр ҙә кемдер элек ниндәйҙер хата эшләгән, ләкин ваҡыт үтеү менән үҙгәреп, Исламға килгән икән, был хәлде шатланып, ҡыуанып ҡабул итергә тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәлә тәүбәгә килгән әҙәмдең гонаһтарын кисерә”, – тигән бит.
Ғөмүмән, “Һин әүәл шулай ҡылана инең, хәҙер әллә кем булып йөрөйһөң” тигәнерәк һүҙҙәр менән башҡаны кәмһетергә, мыҫҡылларға тырышыу мосолманға бөтөнләй килешмәй, динебеҙ бындай мөнәсәбәтте һис ҡабул итмәй. Ундай түбәнлеккә төшмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, юғарылыҡҡа ынтылайыҡ. Хаҡ юлға аяҡ баҫырға тырышҡан һәр кемгә йылы мөнәсәбәт, яҡты йөҙ, яҡшы кәңәш менән ярҙам итергә тырышайыҡ, уның иманын, ғилемен арттырыу өсөн күмәкләп көс һалайыҡ. Мосолман башҡаларҙың уңышына шатлана, кәмселеген күрһә, көйөнә һәм етешһеҙлектәренән ҡотҡарыуға барлыҡ көсөн һалырға бурыслы. Халҡыбыҙҙың “Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел” тигән матур әйтемен дә онотмаһаҡ ине. Уның нигеҙендә ҙур хикмәт, аҡыл ята.
Халҡыбыҙ нисәмә йылдар буйы диндән ситләшеп йәшәргә мәжбүр ителде. Бер нисә быуын башҡа тәрбиә алып үҫте. Ошондай һынауҙан һуң әкренләп иманға ҡайтабыҙ икән, был юлда бер-беребеҙгә терәк-таяныс булырға тейешбеҙ. Кәмәне берәүҙәр алға ҡарай йүнәлткәндә, икенселәр артҡа һөйрәргә тырышһа, барыр юлына кәртә ҡорорға маташһа, нимә килеп сығыр? Батыуы ихтимал бит. Шуның шикелле уртаҡ маҡсатыбыҙҙы, изге ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырыу юлында бер йүнәлеште һайлайыҡ. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ваҡыттың, Ислам биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, ярҙам итеп йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад